Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 313


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОЛҒАР
тарынан ағып төшкән йырғанаҡтар йылғаны болғандыра.
♦ Күңелде болғандырыу ҡоҫҡоно килтереү, күңелгә тейеү. □ Тошнить.
БОЛҒАНЛАҠ I (болғанлағы) (Р.: балагур; И.: joker; T: şakacı) и. диал.
1. Шаян кеше. □ Балагур.
2. Ҡылансыҡ (ҡыҙ). □ Кокетка.
БОЛҒАНЛАҠ II (Р.: кокетливый; И.: coquettish; T: cilveli) с.
Ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Болғанлаҡ ҡыҙ.
БОЛҒАНЛАУ (болғанла-) (Р: качаться; И.: sway; T: sallanmak) ҡ.
Тегеләй-былай сайҡалыу. □ Качаться, шататься. Болғанлап атлау. ■ Һыу уртаһында ултырған бакендар шәп ағымға уңлы-һуллы әкрен генә болғанлай. Ж. Кейекбаев.
БОЛҒАНСЫҠ (Р: мутный; И.: turbid; T: bulanık) с.
1. Ләм, бысраҡ ҡатыш; буръяҡ. □ Мутный, грязный. Болғансыҡ йылға. ■ Уның [аттың] өҫтөнән болғансыҡ һыу шыбырҙап ҡойолдо. Ф. Иҫәнғолов.
2. кусм. Тәртипһеҙ, сиратһыҙ, эҙмә-эҙ-лекһеҙ; буталсыҡ. □ Запутанный, сложный. Башта шатлыҡлы ла, томанлы ла төрлө болғансыҡ уйҙар бутала.
3. кусм. Ығы-зығылы, тынысһыҙ. □ Суматошный. ■ Уларҙы [кешеләрҙе], юныш-ҡылай өйрөлтөп, тарих даръяһының болғансыҡ ағымы ялмап аласаҡ. Ә. Хәкимов.
♦ Болғансыҡ (буръяҡ) һыуҙа балыҡ тотоу буталсыҡ хәлдән файҙаланып ҡалырға тырышыу. □ соотв. Ловить рыбу в мутной воде. ■ [Шовинистар] болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотҡан кеуек, моменттан файҙаланып, партияның ваҡ милләттәр тураһындағы тотҡан юлын кире ҡаға. Ш. Хоҙайбирҙин.
БОЛҒАНСЫҠЛАНДЫРЫУ (болған-сыҡландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. болғансыҡланыу. понуд. от болғансыҡланыу.
БОЛҒАНСЫҠЛАНЫУ (болғансыҡлан-) (Р: становиться мутным; И.: grow turbid; T: bulanmak) ҡ.
Болғансыҡҡа әйләнеү. □ Становиться мутным, мутнеть. ■ һыу болғансыҡланып аға ла аға. К. Кинйәбулатова.
БОЛҒАНСЫҠ Л АТЫУ (болғансыҡ-лат-) ҡ. йөкм. ҡар. болғансыҡланыу, понуд. от болғансыҡланыу.
БОЛҒАНСЫҠЛАУ (болғансыҡла-) (Р: делать мутным; И.: make turbid; T: bulanık hale getirmek) ҡ.
Болғансыҡҡа әйләндереү; болғандырыу.
□ Делать мутным, мутить, һыуҙы болғансыҡлау.
БОЛҒАНЫУ (болған-) (Р: вертеться; И.: turn (round); T.: dönmek) ҡ.
1. төш. ҡар. болғау I, 2, 3. страд, от болғау I, 2, 3.
2. кусм. Бер тирәлә уралыу; сыуалыу, буталыу. □ Вертеться, крутиться (на одном месте). ■ Бер урында сауҙагәрҙәр турпыша ҡороп торор, арлы-бирле болғанып, шунда халыҡ йөрөп торор. Ш. Бабич.
3. Болғансыҡҡа (1) әйләнеү. □ Бурно течь, бурлить. ■ Болғанып ятҡан һыуға таш кеуек атылдым. К. Кинйәбулатова.
4. Ни менәндер аралашыу; буталыу. □ Помешаться. ■ Утлыҡсанан ҡойолған бесәндәр һары һыу ҡатыш тиҙәккә болғанып бөткән. М. Тажи. Әллә ни тиклем кәуҙәләр тупраҡҡа болғанып, ҡан эсендә ята. Д. Юлтый.
♦ Йөрәк болғаныу ҡоҫҡо килеү, күңелгә тейеү. □ Тошнить.
БОЛҒАНЫШЫУ (болғаныш-) ҡ. урт. болғаныу 2. взаимн. от болғаныу 2. ■ Таш келәттән өс кеше килеп сыҡты. Уларҙы куреу менән халыҡ тағы болғанышып китте. М. Тажи.
БОЛҒАР [боронғо төрки булғар] (Р: булгар; И.: Bulghar; T: Bulgar) и. тар.
Төрки телдәренең береһендә һөйләшкән боронғо ҡәбилә (Урта Волгала йәшәгән) һәм шул ҡәбиләнең кешеһе. □ Булгар, булгары. Болғар ханлығы. Болғар ҡомартҡылары.
313