БОЛҒАРИ
Болғар теле. Болғар халҡы. ■ Йорто болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын. М. Аҡмулла. Буләр, биләр, ғәйнә, йәнәй, юрматы, юрмый ырыуҙарының барлыҡҡа килеуендә болғарҙар ғына тугел, уғырҙар һәм боронғо башҡорттар ҙа ҡатнаша. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
БОЛҒАРИ (Р.: родом из булгар; И.: Bulghar-born; Т.: Bulgari) с.
Болғар нәҫеле. □ Родом из булгар. Болғари.
БОЛҒАР ИТЕК (итеге) (Р: булгарские сапоги; И.: kind of high shoes; T: çizme) и.
Йомшаҡ күндән семәрләп тегелгән итек.
□ Булгарские сапоги.
БОЛҒАР КҮН(Е) (Р: мягкая красная кожа; И.: sort of soft leather; T.: deri çeşidi) и.
Йомшаҡ ҡыҙыл күн. □ Мягкая красная кожа.
БОЛҒАТМА и. диал. ҡар. болғау II. Болғатма ашатыу.
БОЛҒАТЫЛЫУ (болғатыл ) ҡ. төш. ҡар. болғатыу 1, 2. страд, от болғатыу 1, 2. Болғатылған бесән.
БОЛҒАТЫУ (болғат-) (Р: мешать; И.: mix; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Бер нәмә менән әйләндерел, аҫтын-өҫкә килтереү; бутау. □ Мешать, размешивать, перемешивать; болтать, взбалтывать. Ашты болғатыу. Бутҡаны болғатыу.
■ [Ат — егеткә:] Балды эсер алдынан ғына бармағың менән бер ҡат болғат. Әкиәттән.
2. Бер нәмә менән араһынан йөрөтөп ҡуҙғатыу; болғау. □ Помешать. // Помешивание. Утты болғатыу. ■ Сейәбикә .. кистән кумеп ҡалдырған ҡуҙын болғатып, өрә-өрә сыуалға ут тоҡандырып ебәрҙе. Т. Хәйбуллин.
3. Бергә ҡушып аралаштырыу; болғап ҡатнаштырыу; болғау. □ Помешать, перемешивать. // Помешивание, перемешивание.
■ [Һунарсы:] Мин был ҡуянды ла атам, өйрәк менән ҡуян итен бергә бешерәм, болғатам. Ш. Бабич. [Ғамир] аттарға .. бесәнде ҡоро
көйө тугел, турап, болғатып бирә башланы. Б. Бикбай.
4. кусм. Тынысһыҙ хәлгә килтереү; болартыу. □ Вызывать волнение, беспокоить, будоражить, устраивать переполох, портить отношения. Араны болғатыу. ■ Генерал Кар Петербургка, башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫланов бөтә Башҡортостанға хат ебәреп, халыҡты бик ныҡ болғатты, тип яҙа. Р. Солтангәрәев.
♦ Күңелде болғатыу ҡоҫҡоно килтереү.
□ Вызывать тошноту.
БОЛҒАТЫУСЫ (Р: смутьян; И.: troublemaker; T.: fitneci) и. һөйл.
Ара бутаусы. □ Смутьян. Донъя болғатыусы.
БОЛҒАУ I (болға-) [дөйөм төрки бул-ға-‘болғау, бутау’] (Р: махать; И.: wave; T.: sallamak) ҡ.
1. Һауала тегеләй-былай һелтәү. □ Махать, размахивать. Кул болғау. Сыбыртҡыны болғау. Яулыҡ болғау. ■ Ел тирмәне елдеу елдәргә ҡанаттарын болғап әйләнә. Ғ. Амантай.
2. Бер нәмә менән әйләндереп, аҫтын-өҫкә килтереү; болғатыу, бутау. □ Перемешивать. ■ Куҙыйкурпәскә балды ҡойоп биреп торалар, ул бармағы менән болғап ала ла эсеп бөтөрөп тора, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Бергә ҡушып аралаштырыу; болғатыу.
□ Перемешивать. Болғап ашатыу.
♦ Ҡойроҡ болғау ҡар. ҡойроҡ.
БОЛҒАУ II (болға-) (Р: мешанина; И.: medley; T.: bulanık) и.
Он, көрпә ҡушып болғатҡан бесән йәки һалам; бутау. □ Мешанина, месиво. Яҙғы һабан алдынан аттарға болғау бирә торғайныҡ.
БОЛҒАУЫР (Р: тревожный; И.: anxious; T.: huzursuz) с.
1. Тынысһыҙ, болғансыҡ. □ Тревожный, смутный. ■ Юл ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙә әле: алда рәхәт ҡәҙерен белмәккә михнәт файҙалы. Ш. Бабич.
314