БОЛОҠҺОУ
яугирҙың күңелен болоҡһота, ихтыярын ҡаҡшата. М. Кәрим.
2. эйһ. ф. ҡар. болоҡһоу I. Болоҡһотоп ебәрҙе. ■ Башта һағышлыла, борсоу лы ла уй-тойғолар ҡайнаша, һуғыш бит — ирекһеҙҙән болоҡһотоп та ебәрә шулай ҡайһы саҡта. С. Әлибаев.
БОЛОҠҺОУ I (болоҡһо ) (Р.: сильно тревожиться; И.: be troubled much; T: endişelenmek) ҡ.
1. Борсолоп, тыныслыҡты юғалтыу.
□ Сильно тревожиться, волноваться, беспокоиться. Йөрәк болоҡһой. ■ Хәтәр йылды иҫкә төшөрөп, йөрәгемде өтөп, бешереп, болоҡһой ҙа тора был күңел: тыныс түгел донъя, һис түгел! Ә. Әхмәт-Хужа.
2. күсм. Боҙолорға итеү (көнгә ҡарата).
□ Хмуриться (о погоде). ■ [Зарифа:] Ҡуй йөрөмәгеҙ, көн болоҡһоп тора, ямғыр-маҙар аҫтына ҡалыуығыҙ бар. Б. Бикбай.
БОЛОҠҺОУ II (Р.: тревожный; И.: anxious; T.: endişeli) с.
1. Борсоулы, тынысһыҙ. □ Тревожный, беспокойный, неспокойный. Болоҡһоу кеше. Болоҡһоу күңел. Болоҡһоу булыу. Болоҡһоу ҡиәфәт. ■ Мин Әхмәҙулла бабайҙы борсомаҫҡа тырыштым. Болоҡһоу ҙа, уйсан да ине ул. Ә. Вахитов.
2. күсм. Боҙолорға торған. □ Пасмурный, хмурый. Болоҡһоу көн.
БОЛОН I [боронғо төрки булун ‘йылға бөгөлөшө, туғай’] (Р: луг; И.: meadow; T.: çayır) и.
Үлән менән ҡапланған иркен ер. □ Луг. Хәтфә болон. Болон бесәне. Болон сәскәһе. ■ Арҡа ерҙең үләне болондарҙа үҫкән гөл кеүек. Халыҡ йырынан. Йәйғор ҡанатлы күбәләк осоп йөрөй болонда. Г. Юнысова. • Болондағы кипкән бесән дымланһа — ямғыр яуасаҡ, һынамыш.
БОЛОН II [төрки] (Р: плен; И.: captivity; T.: tutsaklık) и. диал.
1. Хәрби тотҡонлоҡ; әсирлек. □ Неволя, плен. Болон төшөү. ■ [Юлдыҡай:] Алығыҙ
Ҡарамырҙаны болонға! Бикләп ҡуйығыҙ.. бер йылға! X. Ғәбитов.
2. иҫк. Хәрби тотҡондағы кеше; әсир.
□ Пленный, пленник. Болон булыу. Болон итеү.
БОЛОН БӨТНӨГӨ (Р: мята луговая; И.: field mint; T.: tarla nanesi) и.
Болондарҙа үҫкән хуш еҫле үлән. □ Мята луговая (лат. Mentha arvensis). Болон бөтнөгөн йыйыу.
БОЛОНЛОҠ (болонлоғо) (Р: луг;
И.: meadowland; T: çayırlık) и.
Үләнле иркен ер; болон. □ Луг; местность, покрытая лугами. ■ Шулай итеп, бынан 20—30 йылдар элек бер ситенән икенсе сите күренмәй торған яландар, болонлоҡ вә һыу буйҙары — барыһы ла немец, хохол халыҡтары менән ҡоршалап алынғандар. М. Буранғолов.
БОЛОН МИЛӘҮШӘҺЕ (Р: фиалка по левая; И.: daisy; T: menekşe) и. бот.
Ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, көрән, аҡ йәки төрлө төҫтәге сәскәле үҫемлек. □ Фиалка полевая (лат. Viola arcensis). Болон миләүшәһе сәскәһе.
БОЛОНСОЛОҠ (болонсолоғо) (Р: луговодство; И.: meadows; T.: çayır tarımı) и. а. х.
1. Туғай көтөүлеге хужалығын алып барыу системаһы. □ Луговодство.
2. Ошо өлкәне өйрәнеүсе фән. □ Луговодство (отрасль науки).
БОЛОН СЫРМАЛСЫҒЫ (Р: вьюнок полевой; И.: bindweed; T: çit sarmaşığı) и. бот.
Сырмалып үҫкән оҙон һабаҡлы үлән.
□ Вьюнок полевой блат. Convolvulus arven-sis).
БОЛОН СӘЙЕ и. бот. ҡар. талдут.
БОЛОТ I [боронғо төрки булыт ‘болот’] (Р: облако; И.: cloud; T: bulut) и.
1. Һауала ваҡ һыу тамсыларының йәки боҙ кристалдарының тупланыуы. □ Облако, туча. Аҡ болот. Ҡара болот. Өйкөм болоттар. Ямғыр болото. Ҡар болото. ■ Ҡояш
316