Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 317


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОЛЬНИЦА
байышынан йугереп сыҡҡан кук болоттар, талғын ғына килеп, .. ауыл өҫтөнә йылы, йомшаҡ ямғыр бөртөктәре һибәләп утте. Т. Йәнәби.
2. Берәй нәмәнең ваҡ ҡына булып осоп, туҙып күтәрелгән өлөштәре. □ Мелкие частицы чего-л. Саң болото. Төтөн болото.
3. кусм. Солғап алған ауыр хис, тойғо шәүләһе. □ Отблеск, призрак тяжёлых мыслей, горя. Ҡайғы болото. ■ Ысын кешенең йөҙөнә һис кенә лә болот сыҡмаҫ .. булырмы? Кеше һис кенә лә ҡыҙмаҫ, янмаҫ, көймәҫ булырмы? 3. Биишева.
БОЛОТ II (Р.: губка; И.: sponge; Т.: sünger) и.
1. зоол. Диңгеҙҙә йәшәгән күп күҙәнәкле хайуандарҙың түбән тибы. □ Губка, низшее многоклеточное неподвижное морское животное (лат. Porifera).
2. Шул хайуандарҙың ҡауы, һөлдәһе.
□ Мягкий, ноздреватый остов этого животного.
3. Шуға оҡшатып резинанан, поролондан эшләнгән, йыуғыс итеп файҙаланылған йомшаҡ, көпшәк, һығылмалы йыуғыс. □ Губка. Болот менән йыуыныу.
БОЛОТЛАНЫУ (болотлан-) ҡ. төш. ҡар. болотлау, страд, от болотлау.
БОЛОТЛАУ (болотла-) (Р.: заволакиваться; И.: overcloud; T.: bulutla kaplanmak) ҡ.
Болотлоға әйләнеү, болотло булыу.
□ Заволакиваться, обволакиваться тучами. Көн болотлап тора. Кисен ҡапыл болотлап ебәрҙе. ■ Июлдең иң һуңғы шәмбеһендә көн болотлап, ана илайым, бына тугеләм, тип инәлтеп торғандан һуң, таң менән йәшенле ямғырын ҡойҙо ла, шуның менән мөрхәтһенеп, асылып китте. «Йәшлек», 2 август 2010.
БОЛОТЛО (Р: облачный; И.: cloudy; Т.: bulutlu) с.
Болот баҫҡан, болот менән ҡапланған (көнгә ҡарата). □ Облачный, пасмурный. Болотло көн. ■ Көн болотло, ай яҡтыһы бик тоноҡ ҡына төшә. Һ. Дәүләтшина. Мартта
көндәр болотло, йонсоу торһа, майҙа һауа торошоноң яҡшы булыуы көтөлә. М. Өмөтбаев.
БОЛОТЛОЛОҠ (болотлолоғо) (Р: облачность; И.: cloudiness; T.: bulutluluk) и.
Болот менән ҡапланғанлыҡ. □ Облачность.
БОЛОТҺОҘ (Р: безоблачный; И.: cloudless; T.: bulutsuz) с.
Болот ҡапламаған; аяҙ. □ Безоблачный, ясный. Болотһоҙ көн. ■ Бөгөн көн сыуаҡ, болотһоҙ куктән ҡояш сағыу ҡыҙҙыра. Д. Юлтый. • Болотһоҙ ямғыр булмаҫ. Мәҡәл.
БОЛОТҺОҘЛОҠ (болотһоҙлоғо) (Р: безоблачность; И.: cloudlessness; T.: bulutsuzluk) и.
Болот баҫмаған, болот менән ҡапланмағанлыҡ. □ Безоблачность.
БОЛ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: крохаль; И.: merganser; T.: testeregagah ördek) и. зоол.
Башҡа өйрәктәрҙән ҙурлығы менән айырылып торған, алыҫтан аҡ төҫтә, ҙур ҡара башлы булып күренгән, түше, ҡабырғалары алһыу аҡ, суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл, һирәк осрай торған ҡош; беле. □ Крохаль (лат. Mergus merganser). ■ Бол, бол өйрәк, бол өйрәк, болдорап осор кулдән һуң. Ҡобайырҙан.
БОЛТ [рус. < ингл. bolt] (Р: болт; И.: bolt; T.: cıvata) и.
Бер осо ҡалпаҡлы, икенсеһе гайка бороп индерә торған һырлы металл стержень. □ Болт. Болт менән нығытыу. ■ Болттарҙы, гайкаларҙы һәрмәп һутергә тура килде. «Ағиҙел», №11, 2010.
БОЛТЛАУ (болтла-) (Р: скреплять болтом; И.: to bolt; T: cıvata ile kenetlemek) ҡ.
Болт менән нығытыу, беркетеү. □ Скреплять болтом.
БОЛТЛЫ (Р: с болтом; И.: with a bolt; T.: cıvatah) с.
Болты булған. □ С болтом.
БОЛЬНИЦА [рус ] и. ҡар. хәстәхана. М «Өс таған»дың башлығы ғазап сигеп больницала ята, ә былар, һис нәмә булмағандай, шаярып йөрөй. М. Кәрим.
317