Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 320


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРАЛҠЫ
реехавшая с матерью в другую деревню (или разведённая девушка).
2. Ситтән килгән нәҫел-ырыуһыҙ кеше; килмешәк. □ Пришелец. ■ [Имай:] Ни нәмәһе шул Сәлимә боралҡының эте менән һөйләшеп тораһың, атай, ҡыу ҙа сығар! Һ. Дәүләтшина. • Боралҡы килһә, боронғоға урын юҡ. Мәҡәл. Боралҡы ҡайтһа, илгә бола килтерер. Мәҡәл.
БОРАЛҠЫ II (Р.: неубранный; И.: untidy; T.: toplanmamış) с. диал.
1. Йыйыштырылмаған, йыйнаҡһыҙ. □ Неубранный. Боралҡы өй.
2. Әҙәпһеҙ, тәртипһеҙ. □ Безалаберный. ■ [Таһыл:] Атай, ҡуйсәле! Боралҡы һуҙ һөйләп, соҡонғолап, әллә ни нәмәләр аҡтарма! X. Ғәбитов.
БОРАЛТЫУ (боралт-) ҡ. диал. ҡар. боҙоу I. Матур ғына донъяларын болартып ҡуйғандар.
БОРАЛЫУ (борал-) ҡ. диал. ҡар. боларыу.
БОРАМ [рус. паром] (Р: паром; И.: ferry; T.: feribot) и.
Һыу аша кеше, ылау сығарыу өсөн өҫтөнә таҡта түшәп яһалған ҙур махсус кәмә йәки һал. □ Паром. Борам йөрөтөусе. Борам менән сығыу. ■ Һыу ташҡан, борам әле төшмәгән. Нисек итеп сығырға һуң был һыуҙы? Ҡ. Ибәтуллин.
БОРАМСЫ (Р: паромщик; И.: ferry operator; T.: feribot kullanan kimse) u.
Борам йөрөткән кеше. □ Паромщик. Борамсы булып эшләу. ■ Борамсы, арҡан тартыуынан туҡтап, полковникка сәйер куҙ ташлап алды. Й. Солтанов. Төхбәт ағай .. ғумер буйы намыҫ менән бакенсы һәм борамсы хеҙмәтен башҡарҙы. Бөтә балыҡсылар, һунарсылар уның тирәһенә йыйылыр ине. «Йәшлек», 20 сентябрь 2008.
БОРАНДАҠ (борандағы) с. диал. ҡар. ҡылансыҡ. Борандаҡ ҡыҙ.
БОРАН ДАУ (боранда-) ҡ. диал. ҡар. борғоланыу. Борандап йөрөу.
БОРҒАҠ I (борғағы) (Р: воронка; И.: funnel; T.: huni) и.
Шыйыҡлыҡты тар муйынлы һауытҡа ҡойоу өсөн ҡулланылған киң ауыҙлы, тар төплө ҡулайлама. □ Воронка. Борғаҡ менән ҡойоу. ■ Үҙҙәре ауыр хәлдә булһа ла, араҡы табып борғаҡ аша ағыуҙы тура ашҡаҙандарына ебәреуселәрҙәосраны. «Шоңҡар», № 12,2010.
БОРҒАҠ II (борғағы) и. диал. ҡар. морондоҡ I. Борғаҡ кейҙереу.
♦ Борғаҡ кейеү асыуланып һөйләшмәй ултырыу. □ Надевать намордник (обижаться).
БОРҒАҠ III (борғағы) (Р: мелкая снежная крупа; И.: sleet; T.: ebe bulguru) и. диал.
Боҙлауыҡ; ваҡ йомро ҡар. □ Мелкая снежная крупа. Тубән яҡта борғаҡ яуған икән.
БОРҒАҠ IV (Р: вспыльчивый; И.: hot-tempered; T.: sinirli) с. диал.
Ҡыҙыу, ҡыҙмалы. □ Вспыльчивый. Ул бик борғаҡ кеше.
БОРҒАҠ V (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-кубаляков.
БОРҒАҠЛАП-БОРҒАҠЛАП (Р: пово рачивая; И.: turning; T.: döndürerek)^.
Бер тегеләй, бер былай боролоп. □ Поворачивая, повернув то в одну, то в другую сторону. Урман эсендә юл борғаҡлап-борғаҡлап китә. ■ Шәкетау итәгенә етәрәк, йыш-йыш итеп, эстә борғаҡлап-борғаҡлап тар ғына һуҡмаҡ ҡалдырып, бағаналар ҡатып, аҙаштырғыс ҡороп, шунда ҡапҡандар һалып, арыраҡ бер мөйөштә кәзә бәрәсен бәйләп, буреләрҙе әурәтәләр. Г. Яҡупова.
БОРҒАҠЛАУ (борғаҡла-) ҡ.
1. диал. ҡар. морондоҡлау. Бәрәсте борғаҡлап ҡуйыу. Бурене борғаҡлап эләктереу.
320