БОРҒО
2. этн. Туйҙан һуң ҡоҙаларҙы һыйлап оҙатыу. □ Угощать сватов на прощание. Ҡоҙаларҙы борғаҡлап ебәреү.
БОРҒАҠЛАУ АШЫ (Р.: прощальное угощение сватов; И.: farewell entertainment for matchmakers; T.: düğünde veda yemeği) и. этн.
Ҡоҙаларҙы оҙатыу һыйы, хуш аяғы. □ Прощальное угощение сватов. Ҡоҙалар борғаҡлау ашына ултырҙылар.
БОРҒАҠ СӘСКӘ (Р.: цветок воронковидный; И.: funnelshaped flower; T: çiçek türü) и. бот.
Борғаҡ рәүешле сәскә төрө {мәҫәлән, зәңгәр сәскә). □ Цветок воронковидный (например, василёк).
БОРҒАЛАНА-ҺЫРҒАЛАНА р. ҡар. борғоланып-һырғаланып. Борғалана-һырға-лана һөйләшеү.
БОРҒАЛАНЫП-ҺЫРҒАЛАНЫПр. ҡар. борғоланып-һырғаланып. Борғаланып-һыр -ғаланып аҡҡан йылға, fl Ҡатын урынынан торған, матур-матур кейемдәрен кейеп, сулпыларын тағып алған да, ти, бармаҡтарын шартлатып, борғоланып-һырғаланып бейей. Риүәйәттән.
БОРҒАЛАНЫУ (борғалан-) ҡ. ҡар. борғоланыу. Бер туҡтауһыҙ борғаланыу. Борғаланып ятыу. ■ Бола ла тынсып йоҡлап китте, Мәҙинә лә тигеҙ тын алған кеүек, Хашим ғына йоҡлай алмай түшәгендә борғаланды. Т. Ғарипова.
БОРҒАНАҠ (борғанағы) и. диал.
1. ҡар. борсаҡ II. Борғанаҡ ҡатыш ямғыр яуа. ■ Ҡон яртыһы берсә ҡар, берсә борғанаҡ менән болғанып тора, иртә менән ябалаҡлап яуған ҡарҙы әле ямғыр йыуа. «Ағиҙел», №1, 2010.
2. Ваҡ йомро ҡар. □ Мелкая снежная крупа. Борғанаҡ яуа. ■ Ай араһы булғанғамы, йонсоуға тартып, ҡомһарған күктән ваҡ ҡына күҙәнәкле борғанаҡ һибәләп торған көн ине. М. Ямалетдинов.
3. ҡар. боҙлауыҡ 1. Ишек алды борғанаҡ.
БОРҒАН Д АҠ (борғандағы) (Р: вертишейка; И.: wryneck; T: bayağı boyunburan) и. зоол.
Ҡара һәм көрән таптар менән сыбарланған һарғылт көрән төҫтәге турғайҙан ҙурыраҡ урман ҡошо. □ Вертишейка (лат. Jynx torquilla). Ағасҡа борғандаҡ килеп ҡунды. ■ [Борғандаҡ] өҙлөкһөҙ муйынын бер һуҙып, бер эскәрәк тартып, ян-яҡҡа борғолай, ҡайһы ваҡыт бөтә кәүҙәһен ҡалтырата.
Э. Ишбирҙин.
БОРҒАНДАҠ ТУРҒАЙ и. диал. ҡар. борғандаҡ. Ағастар араһында борғандаҡ турғайҙар оса.
БОРҒАНЛАҠ (Р: кокетливый; И.: coquet(tish) ; T: flört) с.
Борғанлап, ҡыланып тороусан. □ Кокетливый. Борғанлаҡ ҡыҙыҡай. Борғанлаҡ булыу. Был бәләкәй бала бигерәк борғанлаҡ инде.
БОРҒАНЛАУ (борғанла-) (Р: кривляться; И.: grimace, give oneself airs; T.: yaramazlık yapmak) ҡ.
1. Ҡалай булырға белмәй, төрлөсә ҡыланыу; борғоланыу. □ Кривляться, паясничать, ломаться. Егет сәхнәгә сыҡҡас, ни эшләргә белмәй тегеләй-былай борғанланы.
2. Күҙҙе-башты уйнатып төрлөсә ҡыланыу, ҡыйшанлау; борғоланыу. □ Кокетничать. Был ҡыҙ егеттәр алдында борғанларға ярата.
БОРҒО I (Р: горн; И.: bugle; T.: borazan) и.
1. муз. Көслө, сағыу тауышлы, баҫмаҡһыҙ тынлы музыка ҡоралы. □ Горн. Борғо уйнау. ■ Еәзиз Йософ бар ғәскәрен теҙеп ҡуйҙы, атаһын ҡаршыларға үҙе барҙы, борғо, нәғәрә тауыштары яңғырап торҙо, бәйге аттары ярһып кешнәр имде. «Йософ ҡиссаһы».
2. этн. Яуҙа, һунарҙа ҡулланылған өндәү, саҡырыу, тауыш биреү ҡоралы. □ Сигнальный инструмент призыва (к чему-л.), используемый в бою, на охоте. Борғо тауышы. Борғо саҡыра. ■ [Хасбулат:] Салауат батыр үҙенең ғәскәрен һуғышҡа саҡырған саҡта ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған. 3. Биишева. Һыуҙы сыҡҡас,
11 - 1.0158.11
321