БОРҒО
борғо ла ҡысҡыртып торманылар, барабан да ҡағыусы булманы, ғәскәр ҡуҙғалды. К. Мәргән. Алыҫтан борғо тауыштары ишетелә. М. Буранғолов. Бөтә донъя мәңгелек йоҡоға талған һымаҡ. Һәм шул саҡ ҡапыл, ошо тынлыҡты боҙоп, борғо тауышы ишетелә. Н. Мусин.
БОРҒО II и. диал. ҡар. бырау. Борғо менән тишеү.
Б ОРҒО Л АН А-ҺЫРҒА Л АН А р. ҡар. борғоланып-һырғаланып.
БОРҒОЛАНЫП-ҺЫРҒАЛАНЫП (Р.: извиваясь; И.: wriggling ; T.: kıvranarak) р.
1. Бер тегеләй, бер былай боролоп. □ Извиваясь. Борғоланып-һырғаланып аҡҡан йылға. ■ Әллә ҡайҙарҙан көмөш таҫма кеуек һуҙылып килгән Ағиҙел борғоланып-һырғаланып ялтырай. «Ек Мәргән».
2. Күҙҙе-башты уйнатып, ҡыланып, ҡыйшанлап. □ Кокетливо. Борғоланып-һырғаланып һөйләшә.
3. Кемдеңдер эргәһенән китмәй ярарға тырышып. □ Крутясь, вертясь возле кого-чего. Бесәй борғоланып -һырғаланып аяҡ аҫтын -да буталып йөрөй. ■ Мария Ивановнаның Луиза ҡаршыһында борғоланып-һырғаланып тороуын куреп, ул [Недосеко] ишек алдында туҡтап ҡалды. Н. Мусин.
БОРҒОЛАНЫУ (борғолан-) (Р.: извиваться; И.: wind; T.: kıvranmak) ҡ.
1. Тегеләй-былай әйләнеү, төрлө яҡҡа боролоу. □ Извиваться (о дороге,реке и т. п.). Борғолана-борғолана ағыу. ■ Йыш ҡына Мәүсилә уҙҙәренең йыландай борғоланып берсә һалдат ҡайышындай юлындағы таш ҡаяларҙы биленән ҡымтып, берсә, аҙ ғына булған тигеҙлектәргә сығыу менән, уҡтай алға атылып.. яҡтылыҡҡа ырғылып сығыусы Аҡнөгөшөн — тыуған йылғаһын .. куҙ алдына килтерә. Д. Бүләков. Фани донъя — ҡыйыш юл ул борғоланған, ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын — юлсы барған. М. Аҡмулла. Өршәкбаш буйлап һуҙылған таҡыр һуҡмаҡ, кесерткән, алабута араһынан борғоланып килә-килә лә, баҡса тәңгәлендә ҡапыл һулға боролоп, текә яр ситенән урғылып аҡҡан
һалҡын шишмә тәңгәлендә туҡтала. Я. Хамматов.
2. Теге-был яҡҡа әйләнеп-тулғаныу. □ Вертеться, крутиться то в одну, то в другую сторону. ■ [Ирназарҙың] тамағы ярылып бара, башы ут ҡапҡандай ҡыҙа, ҡабырғаһындағы йәрәхәт йөйө һулҡылдап һыҙлай. Әйтерһең, унда бәләкәс кенә уҫал януар кереп ултырған да, йәтешләп ята алмайынса, улай-былай борғолана. Ә. Хәкимов. Хисмәтулла урынында борғоланды-борғо-ланды ла тәрән йоҡоға китте. Я. Хамматов. Оморҙаҡовтың ауыҙы йырыҡ ине. Ул йыш-йыш Нурихановҡа ҡараш ташланы, ултырған урынында борғоланды. Д. Бүләков. Кәмә борғоланды, Юлдаштың ҡулынан ысҡынып китергә тырышты. 3. Биишева.
3. Аҡланырға йәки хәйләләргә тырышып, төрлөсә ҡыланыу; борғанлау. □ Паясничать, кривляться, ломаться. Борғоланып ултырыу. Борғоланма, дөрөҫөн һөйлә. ■ Шунда уҡ ултырған Ховрин, һөйләшеүҙең ҡырҡыу төҫ алғанын күреп, тегеләй-былай борғоланды, тамағын ҡырҙы. Н. Мусин. Ҡолсобай эргәһендә ултырған мыҡты кәүҙәле кеше лә, төрлөсә борғоланып, Сафуан әйткәнгә ҡушылды. Я. Хамматов. Вазифа арлы-бирле борғоланды, йырғыланды, нимәләрҙер һөйләп ҡаршы төшөргә итеп ҡараны ла, аҙаҡ, булдыра алманы, хужаларын уятып, самауыр ҡуйырға ҡушты. К. Мәргән. Болғанды, тулғанды ерән бейә. Эйәрҙе һалдыртмаҫҡа төрлөсә борғоланды. «Ағиҙел», № 9, 2010.
4. Күҙҙе-башты уйнатып, төрлөсә ҡыланыу, ҡыйшанлау; борғанлау. □ Кокетничать. ■ Гөлнурҙың түбәһе күккә тейгән. Ул бер уңға, бер һулға борғолана, күлдәгенең матур төймәләрен тотоп ҡарай, эйелеп-эйе-леп, балитәктәрен һыйпап ала. М. Кәрим. Үҙенә иғтибар итеүҙе теләп борғоланған Хәкимде күрмәмешкә һалышҡан Гөлъямал һөйләүен белде. Я. Хамматов. Ошо көндә һин тәү тапҡыр наҙлы көлдөң, борғоландың, һикертеп ҡыйғас ҡашҡайыңды, йөрәктәрҙе
322