БОРҒОСО
утҡа һалдың, бик ҡәнәғәт булып ҡалдың. Р. Назаров.
БОРҒОЛАУ (борғола-) (Р.: повёртывать; И.: twist; T.: döndürmek) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат, тегеләй-былай бороу. □ Повёртывать, крутить. Мыйыҡты борғолау. Шөрөптәрҙе борғолау. Асҡысты борғолау. ■ Әхмәҙулла бер-ике һунар мажараһы һөйләп алды, Мырҙаш та унан ҡалышмаҫҡа тырышты, терпе мыйығын борғолап, аҫтан ғына йылмайып ултырҙы ла һуҙҙе ялғап алырға ашыҡты. 3. Ураҡсин. Ғәбит .. муйынын борғоланы, ихатаһын, аҙбар-лапаҫын куҙенән уткәрҙе. Ә. Әминев. [Аҡназар] тотон ҡатыш ялҡынлы телен елпелдәтеп, иренеп кенә янған һуҡыр шәмдең филтәһен таҙартып борғоланы ла өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарҙы аҡтарырға тотондо. Я. Хамматов. Һуҙенең ошо урынына еткәс, Хәсән бабай, тыңлаусыларҙың уның был эшенә нисек ҡарауҙарын белергә теләгән һымаҡ, яҡ-яҡҡа ҡаранып, ҡалын ҡара мыйығын борғолап, тын ғына ултырҙы.
3. Биишева. Зөфәр текә генә бер тауҙы артылғансы өндәшмәй генә руль тәгәрмәсен борғолап килделә, тигеҙлеккә сыҡҡас, «йылт» итеп хужаһына ҡарап алды. Д. Бүләков.
2. кусм. Төрлө юҫыҡҡа күсереү (һуҙҙе, мәсьәләне). □ Оборачивать, обёртывать (разговор, вопрос). Борғолап һөйләу. fl Тыумыштан борғолап һөйләргә яратмаған башҡорт егете дөрөҫлөктө йәшереп, юҡты бар тип һөйләргә баҙнат итмәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
БОРҒОС (Р.: завод (у часов), ключ; колок (у скрипки)', И.: winding mechanism, clockwork; T: kurgu) и.
1. Механизмды бороп хәрәкәткә килтерә торған ҡулайлама. □ Завод (у часов), ключ; колок (у скрипки). Сәғәт борғосо. Уйынсыҡтың борғосо.
2. Бормалы ҡапҡас. □ Завинчивающаяся крышка. Һауыттың борғосон ябыу. Борғосто асыу.
3. диал. ҡар. борғоса 1.
11*
БОРҒОСА (Р: пришва; И.: front shaft; T: makara) и.
1. туҡ. Һуҡҡан киндер, балаҫты урай бара торған ағас таяҡ. □ Пришва (передний вал ткацкого станка, на которую наматывается вытканный материал). Борғоса таяғы.
2. Йөктөң арҡанын бороп нығыта торған таяҡ. □ Палка для закручивания и закрепления верёвки груза. Бесән арбаға тейәлде, арканы борғоса менән нығытылды.
3. Нимәнелер бороу өсөн ҡулайлама. □ Закрутка (приспособление для закручивания чего-л.). Борғоса менән бороу.
4. диал. ҡар. ҡалтырса I, 1.
БОРҒОСЛАУ (борғосла-) (Р: многократно вращать; И.: revolve repeatedly; T: döndürmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат, тегеләй-былай бороу; борғолау. □ Многократно вращать, крутить то в одну, то в другую сторону. Шөрөптө борғослау. Башты борғослау. Мыйыҡты борғослау. ■ Батыр, башын борғослап тирә-яғына ҡаранды, ярыҡтың осо куренмәй. Н. Ғәйетбаев. Ҡарт усеккәндәй итте, ситкә боролоп, мыйыҡ осон борғослап ҡуйҙы. Н. Мусин. [Арғынбаев] уҙе, тулы кәуҙәле булыуға ҡарамаҫтан, хәрәкәтсән, етеҙ эйәге, башын борғослағанда, әллә ике, әллә өс уркәсле булып китә ине. Д. Бүләков.
БОРҒОСЛО (Р: заводной; И.: wind-up; T.: kurgulu) с.
Борғос ярҙамында хәрәкәткә килтерелә торған, борғосо (1) булған. □ Заводной. Борғосло уйынсыҡ. ■ Балалар борғосло .. уйынсыҡтарҙы ярата. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 7, 2010.
БОРҒОСЛО БЫРАУ (Р: коловорот; И.: brace; T.: matkap kolu) и. тех.
Бырау кеүек ҡорамалдар ҡуйып, бороп тишеү өсөн тотҡалы ҡорамал. □ Коловорот. Борғосло бырау менән тишеу. Борғосло бырауҙар һатып алыу.
БОРҒОСО (Р: горнист; И.: bugler; Т.: borazancı) и.
323