БОРД
Борғо (I) уйнатыусы. □ Горнист. Борғосо борғо ҡысҡырта. ■ Ҡыҙҙар сырылдашҡан ыңғайға гитарасы менән борғосо пәйҙә булды, баҙап ҡалған Рәхимйәнде, ике беләгенән матҡып, тышҡа һөйрәнеләр. Й. Солтанов.
БОРД I [рус. < фр. bord ‘сит’] (Р.: борд; И.: deliver goods at the seller’s expense; T: kenar) и. иҡт.
Һатыусы иҫәбенән тауарҙы судноға килтереү. □ Борд.
БОРД II [рус. < ингл. board ‘таҡта’] и. ҡар. скейтборд.
БОРДЕЛЬ [рус. < фр. bordel] и. ҡар. фәхешхана.
БОРДЕРО [рус. < фр. bordereau] (Р: бордеро; И.: copy from bookkeeping accounts; T.: bordro) и. иҡт.
Бухгалтерлыҡ документтарынан күсермә. □ Бордеро.
БОРДО [рус. < фр. Bordeaux ‘ҡала исеме’] (Р: бордо; И.: claret; T.: Bordo) и.
Шарап төрө. □ Бордо. Бордо шарабы эсеу. Өҫтәлдә бордо шешәһе.
БОРДЮР [рус. < фр. bordure < bord ‘сит’] (Р: бордюр; И.: border; T.: kenarlık) и.
Ниҙе лә булһа, ситтән һыҙып, кәртәләп ҡуйған тирәс. □ Бордюр. Бордюр эшләу. Бордюр биҙәге. ■ Үткәндә магазиндан ҡайтып килһәм, бордюрҙа бер оло йәштәге бабай ултыра. «Йәшлек», 20 сентябрь 2008. Тротуар буйлап ағылыусы ағай-эне ҡубынып шул яҡҡа эркелде, бейек бордюрға морон төртөп тынып ҡалған «Волга»ны уратып алды. Й. Солтанов.
БОРЖОМ [рус. < груз, боржоми] (Р: боржоми; И.: Borzhomi; T.: Borjomi) и.
Шифалы минераль һыуҙың исеме. □ Боржоми. Боржом эсеу. Боржом сығанағы.
БОРҠ (Р: подражание завихрению клубами чего-л. лёгкого; И.: kind of sound imitation; T: fokur fokur) оҡш.
1. Ваҡ онтаҡ, мамыҡ кеүек еңел, йомшаҡ нәмәләрҙең ҡапыл бөркөлөп, туҙып китеүен белдергән һүҙ. □ Подражание завихрению
клубами чего-л. мелкого, сыпучего, лёгкого, пушистого.
2. ҡар. бығыр-бығыр. ■ Батшаныңяран-дары, егетте тотоп алып, борҡ-борҡ ҡайнап ултырған ҡаҙанға ташлаған икән, Икмәкбай, рәхәтләнеп йыуынып, ҡаҙандан көлә-көлә килеп сыҡты, ти. Әкиәттән.
БОРҠАҠ I (борҡағы) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Урамда һап-һары булып борҡаҡ сәскә атҡан.
БОРҠАҠ II (Р: очень мягкий, воздушный; И.: fluffy; T.: yumuşacık) c.
Туҙып, осоп барыусан (ваҡ онтаҡ, мамыҡ кеуек еңел, йомшаҡ нәмәләр тураһында). □ Очень мягкий, воздушный (о чём-л. мелком, сыпучем, лёгком, пушистом). Борҡаҡ ҡар. Борҡаҡ мамыҡ. Борҡаҡ йөн.
БОРҠАН I [ғәр. û^>] (Р: вулкан; И.: volcano; T.: bürkân) и. иҫк. кит.
Түбәһендәге кратерынан ваҡыт-ваҡыт ирегән ҡайнар матдә, газ, тау тоҡомдары атылып торған осло тау; янартау. □ Вулкан.
БОРҠАН II [ғәр. ûbd(P: будда; И.: Buddha; T: Buda) и. иҫк. дини.
Буддизмдағы иң юғары кимәлгә күтәрелгән бәндә; будда. □ Будда, буркан.
БОРҠАНАҠ (борҡанағы) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Урамда борҡанаҡ мамыҡтары осоп йөрөй.
БОРҠ ИТЕҮ (борҡ ит-) (Р: клубиться; И.: swirl; T: girdap gibi dönmek) ҡ.
Ҡапыл бөркөлөп, туҙып китеү (ваҡ онтаҡ, мамыҡ кеуек еңел, йомшаҡ нәмәләр тураһында). □ Клубиться, вздыматься клубами (о чём-л. мелком, сыпучем, лёгком, пушистом). Борҡ итеп саң кутәрелде.
БОРҠОЛДАҠ I (борҡолдағы) и. диал. ҡар. һаңғырау бәшмәк.
БОРҠОЛДАҠ II (борҡолдағы) и. диал. ҡар. гөмбөр II.
БОРҠОЛДАҠ III (борҡолдағы) (Р: порошок; H.:powder; T: toz) и. диал.
Онтаҡ. □ Порошок.
324