БОРҠОУ
төтөн борҡотоп, геуләп яна. Ә. Хәкимов. Тәне ауыртыуға сыҙамаған хайуан артҡы аяҡтарына баҫып бер урында бейене лә, ҡар борҡотоп, ауыл яғына сапты. Р. Байымов. Куп тә утмәне, йәш ҡарҙы борҡотоп, һауала ҡойон уйнатып эреле-ваҡлы таштар дәррәу дөмбөрҙәй башланы. Ә. Әминев. Ана, ашхана алдында егеттәр өйөлөшөп тәмәке борҡота. Р. Солтангәрәев.
2. Көслө итеп аңҡытыу, таратыу. □ Издавать, распространять (какой-л. сильный запах). Тәмле еҫтәр борҡотоу. Сәскә еҫтәре борҡотоу.
3. кусм. Бик ныҡ итеп әрләү, ҡыуып сығарып ебәреү. □ Обругать, выругать; разгонять. Тауыҡтарҙы борҡотоп ҡыуып сығарыу.
БОРҠОУ (борҡо-) (Р: клубиться; И.: rise in puffs; T.: girdap gibi dönmek) ҡ.
1. Борҡ итеп осоу, туҙыу; ҡуйы булып бөркөлөү. □ Клубиться, подниматься, вздыматься клубами. Сац борҡой. Боҫ борҡоп тора. ■ Ул арала борҡоп ҡайнап торған ҙур еҙ самауырҙы еп-ецел кутәреп, аш өйөнән Бибеш килеп инде. 3. Биишева. Мөрйәләрҙән төтөн борҡой, эттәр ләцкелдәп өрә, һыйыр мөңрәгән, кәзә-һарыҡ баҡырышҡан тауыштар ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Н. Мусин. Нисәмә йыл ятып кипкән тупраҡ, һирпеп ебәрһәләр, көл шикелле борҡоп китә. Р. Солтангәрәев.
2. Бик ныҡ аңҡыу. □ Распространяться, сильно пахнуть. Хуш еҫ борҡоу. Кейеменән хушбуй еҫе борҡоп тора. ■ Аласыҡтан яңы бешкән икмәк, тәмле аш еҫтәре борҡой. «Йәншишмә», 11 март 2009. Ашнаҡсыларҙы интектереп, оло ҡаҙанда оҙаҡ ҡына ҡайнаған һарыҡ ите сумәләләй өйөлгән хәлдә, ләззәтле боҫ сығарып, тәмле еҫ борҡоп, табын уртаһына килеп ултырғас ҡына, ҡунаҡтарҙың куҙендә йәнләнеу куренде. К. Мәргән.
БОРЛАТЫУ (борлат-) (Р: клубить; И.: rise inwaifs; T.: girdap gibi dönmek) ҡ.
Ҡуйы, күп итеп бөркөү; борҡотоу. □ Поднимать, вздымать клубами, образовать
клубы дыма, пыли ит.д. Саң борлатыу. Тәмәке борлатыу. ■ Ашағас тышҡа сыҡҡайны Дәуләт, ул торған йорттоң икенсе яртыһында йәшәусе Хәйерзаман ҡарт тәмәке борлатып ултыра. Н. Мусин.
БОРЛАУ (борла-) (Р: клубиться; И.: rise in waifs; T.: girdap gibi dönmek) ҡ.
1. Ҡуйы, күп булып бөркөлөү; борҡоу.
□ Клубиться, подниматься, вздыматься клубами. Саң борлай. Мунсанан төтөн борлай. Самауыр боҫо борлай. ■ Шул сағында Яйыҡ-ир аяҡ аҫтындағы ер һыу һымаҡ сайҡалғанын, тау-таштың шауралғанын, һыу борлап ҡайнағанын .. ҡарап-ҡарап торҙо ла шаҡ ҡатты, ти. «Иҙел менән Яйыҡ». Асыҡ ишектән ауыл мунсаһынан сыҡҡан шикелле төтөн борлай. Р. Солтангәрәев.
2. Урғылыу, сорлап ағыу. □ Хлынуть, течь струёй. Танауҙан ҡан борлау.
■ Рәмилдең тос йоҙроғо уның [Радиктың] йәмшек танауына бер-ике мәртәбә килеп ҡуныуы булды, борлап ҡан китте. Р. ҠолДәүләт. Әсәйең башын кутәргәндә, ҡотом осто — танауынан борлап ҡан аға ине. «Ағиҙел», № 4, 2010.
БОРЛОҒОУ (борлоҡ-) (Р: виться; И.: twine; T.: kıvırmak) ҡ. диал.
1. Ишелеү, боролоу. □ Виться, свиваться. Был ҡайын борлоғоп уҫкән.
2. Кимәлйеү, имгәнеү; быуын сығыу.
□ Надорваться, вывихнуться, подвернуться. Билем борлоҡҡан. Аяғым борлоҡто.
■ [Фәрхизә әбей - Вазифаға:] Тик ауыр нәмә кутәреп, әсең борлоҡҡан. Белгән генә кешенән әсеңде һылат. «Йәшлек», 8 ғинуар 2011.
БОРЛОҠТОРОУ (борлоҡтор-) ҡ. йөкм. ҡар. борлоғоу 2. понуд. от борлоғоу 2. Аяғын борлоҡторған. Билен борлоҡторған.
БОРМА I и. ҡар. боролма. Йылға бормаһы. Юл бормаһы. Борманы уткәс, урман башлана. ■ Беҙҙең урам борма-борма, бормалары ҡайырма. Йырҙан.
БОРМА II (Р: извилистый; И.: winding; T.: burma) с.
326