БОРМАС
1. Боролоп киткән, бормалы. □ Извилистый. Борма юлдан барыу. Борма һуҡмаҡ. Борма йылға ағып ята. ■ Буре борма йылға буйлап ҡаса, ә атайым туранан алдағы бормаға барып куренмәй генә көтөп тора, шунан бурене әҙерәк уткәреп «һайт» тип өркөтөп, киләһе бормаға барып етә. «Башҡортостан», 15 март 2011.
2. Ишеп, бороп эшләнгән; ишелгән, боролған. □ Витой, кручёный; винтообразный. Борма беләҙек. Борма йөҙөк. Борма мөгөҙ.
БОРМА-БОРМА (Р.: извилистый; И.: sinuous; T.: büksül) с.
Боролоп-боролоп киткән, бер нисә бормалы. □ Извилистый, с извилинами, извивами. Борма-борма тауҙар. Борма-борма юлдар. ■ Ылау, Ҡарғалы биҫтәһенең борма-борма урамдарын утеп, Һаҡмарҙың таҡта куперенә килеп инде. 3. Ураҡсин. Борма-борма юллы оҙон тауҙарға артылғанда, Торомтай, битараф кешеләй, артҡараҡ ҡалып, ҡулдарын биленә ҡуйып, бөксәйә төшөп, әкрен генә атлай. Н. Мусин. Ҡапҡанан сығып, борма-борма тыҡрыҡты уҙыуға, урман башлана, һуҡмаҡ тауға урләй. Ә. Хәкимов.
БОРМАЛАҠ (бормалағы) (Р.: вертлюг;
И.: swivel; T.: döner) и. тех.
Механизмдың ике өлөшөн һәр береһе үҙ аллы әйләнерлек итеп тоташтырыусы быуыны. □ Вертлюг. Бормалағы һынып сыҡҡан. Бормалаҡ эшләу. Бырау бормалағы.
БОРМАЛАНЫУ (бормалан-) (Р: извиваться; И.: curve; T.: bükselmek) ҡ.
Боролоп китеү, боролоп-боролоп китеү, бормалы булыу. □ Извиваться, виться, изгибаться. Бормаланып ағыу. Бормаланып аҡҡан йылға. ■ Рамаҙан, Урал ҡуйынында, тау-таш, урман араһында уҫкән кеше, картаға бер тапҡыр ҡарау менән, ҡалғанын беленер-беленмәҫ һуҡмаҡтың нисек бормаланырынан, ағастарҙың ҡайһылайыраҡ сиратлашырынан анрай. Ә. Хәкимов. Урамдарҙың кубеһе кәкре-бөкрө, уларҙан иҫәпһеҙ-һанһыҙ тар тыҡрыҡтар бормаланып-бормаланып бер ситкә урмәләп китәләр. Д. Юлтый. Уң
яҡтан, тау башынан, бормаланып һуҡмаҡ төшә. М. Буранғолов. Сәлимә йырлап бөттө, артына әйләнеп тау итәгендә ятҡан ауылға, таҫмалай бормаланып аҡҡан Ағиҙелгә, уның ярҙарында уҫкән бейек тирәктәргә куҙ йу-гертте, йөҙөнә һағыш ятты. Ә. Әминев. Алатауға менгән юл, ҡара йылан шикелле бормаланып, ургә табан һуҙыла. Н. Мусин.
БОРМАЛАУ (бормала-) (Р: делать извилины; И.: make bends; T.: büküntü yapmak) ҡ.
Бормалар яһау. □ Делать, сделать извилины, изгибы. Бормалап эшләнгән баҫҡыстан юғарыға кутәрелдем.
БОРМАЛЫ (Р: извилистый; И.: winding; T.: burmah) с.
1. Боролоп-боролоп киткән. □ Извилистый. Бормалы юл. Бормалы йылға. ■ Бормалы, һикәлтәле тау юлы сыбар йылан шикелле һығыла-бөголә һаман ургә, көнсығышҡа урмәләне. 3. Биишева. Был саҡта беҙ Рауза менән етәкләшеп, бормалы һөҙәк һуҡмаҡтан һаҡ ҡына тубән төшөп килә инек. М. Кәрим. Бормалы йылға юлының ярҙары, һыуҙы тотҡарлап, тәрәнлек-кинрек мөнәсәбәтен һаҡлай, һыу матур булып йәйелеп, талғын ғына аға. «Ағиҙел», № 5, 2010. Бормалы тауҙар артында аҡ сәскә атҡан сейә. Бәйеттән. Шәм шикелле шыршылар араһынан бормалы-бормалы юл утә. Ғ. Хәйри.
2. Ишеп, бороп эшләнгән. □ Винтовой; витой, кручёный. Бормалы йөҙөк. Бормалы баҫҡыс. ■ Өй йыйыштырыусы ҡатын .. бормалы баҫҡыс буйлап икенсе ҡатҡа менде. Я. Хамматов.
3. Бороп куймалы. □ Завинчивающийся. Бормалы ҡапҡас.
4. Борғосло, бора торған. □ Заводной. Бормалы уйынсыҡ. Бормалы сәғәт.
БОРМАЛЫЛЫҠ (бормалылығы) (Р: извилистость; И.: convolution; T.: burulma) и.
Бормалы булыу. □ Извилистость. Тау юлдарының бормалылығына иҫең китер.
БОРМАС I (Р: штопор; И.: corkscrew; T.: tirbuşon) и.
327