БОРМАС
Шешә тығынын аса торған бормалы беҙ.
□ Штопор. Бормас менән асыу.
БОРМАС II с. ҡар. бормалы. Бормас юл. Бормас беләҙек. Бормас йөҙөк. Бормас-бормас булыу.
БОРМАСА (Р.: деревянная посуда с завинчивающейся крышкой; И.: small wooden vessel with a screw-on cap; T.: küçük bir ağaç kap) и.
Ағастан эшләнгән бороп ябыла торған ҡапҡаслы бәләкәй һауыт. □ Маленькая деревянная посуда с завинчивающейся крышкой. Ағас бормаса. Бормаса ҡапҡасы. Бормасалағы май. Бормасаға шәкәр һалыу. ■ Ғәлиә ыҡсым итеп эшләнгән ағас бормасаны аса ла уның [Ғиззәттең] алдына ултырта. Н. Мусин.
БОРМАСЛАНЫУ (бормаслан-) ҡ. ҡар. бормаланыу. Йылға бормасланып китә. ■ Артта әле генә утелгән баш әйләндергес текә тау юлы бормасланып ята ине. 3. Биишева.
БОРМАСЛЫ (Р: завинчивающийся; И.: screw-up; T.: burmah) с.
1. Бороп ябыла торған (һауытҡа ҡарата). □ Завинчивающийся (о посуде). Бормаслы һауыт.
2. Боролоп-боролоп киткән, бормалы.
□ Извилистый. Бормаслы юл. Бормаслы һуҡмаҡ. ■ Уйҙарҙың ҡайһылары уҡ шикелле төҙ, уткер, икенселәре тау юлынан да бормаслыраҡ, һикәлтәлерәк. 3. Биишева.
БОРМАШИНА [рус. < нем. Воһгта-schine] (Р: бормашина; И.: (dentist’s) drill; T.: burgu) и.
Борҙы (II) хәрәкәткә килтерә торған теш дауалау аппараты. □ Бормашина. Бормашинаны эшләтеу.
БОРОВИНКА [рус.] (Р: боровинка; И.: sort of apples; T.: elma türü) u.
Алма сорты. □ Боровинка. Боровинка ултыртыу.
БОРОЗ и. диал. ҡар. бөрөз. Бороз менән мәке уйыу.
БОРОЛДАТЫУ (боролдат-) (Р: поднимать клубами; И.: raise clouds of; T.: fırıl fırıl döndürmek) ҡ.
1. Атлыҡтырып күп итеп сығарыу (саң, боҫ, төтөн кеуек нәмә тураһында). □ Поднимать, вздымать клубами (о пыли, паре, дыме). Саң боролдатыу. Төтөн боролдатыу. Тәмәке боролдатыу.
2. кусм. Асыуланып пыр туҙҙырыу, бик ныҡ итеп әрләү, пыран-заран килтереү. □ Разнести в пух и в прах, сильно ругать, бранить. Боролдатып сығарып ебәреу. Боролдатып әрләу.
3. диал. Баш ҡоҫоу. □ Колоситься (о хлебных злаках).
БОРОЛДАУ (боролда-) (Р: подниматься клубами; И.: rise in puffs; T.: fırıl fırıl dönmek) ҡ.
1. Атлығып күп булып сығыу (саң, боҫ, төтөн кеуек нәмәгә ҡарата). □ Подниматься, вздыматься клубами (о пыли, паре, дыме). Саң боролдай. Төтөн боролдай.
2. кусм. Асыуланып пыр туҙыу. □ Раскричаться, разбушеваться. Бушҡа боролдау. Ҡапыл боролдап китеу.
БОРОЛМА (Р: извилина; И.: bend; T.: burulma) и.
1. Һыуҙың, юлдың боролған урыны; бөгөл. □ Изгиб, извилина, поворот. Йылға боролмаһы. Юл боролмаһы. Боролмаға тиклем барыу. ■ Киң ялан уртаһынан һуҙылған ҡарлы юлдан бер йәйәуле атлай. Ҡашлаҡтағы боролмаға еткәс, ул артына әйләнеп ҡараны. Ғ. Лоҡманов. Бер боролманы уҙғас та, алдыбыҙға йәнә аҡ тау башындағы ҡала килеп баҫты. М. Кәрим. Аҙнаев менән Солтанов ултырған алдағы сана боролмаға инеп куҙҙән юғалды. Н. Мусин. Был ҡая тәңгәлендә Ағиҙел киҫә боролоп китә лә, ошо боролманы уткәс, ап-аҡ булып ике ҙур таш бағана ҡалҡып сыға. Риүәйәттән.
2. кусм. Үҙгәреш, икенсе йүнәлеш. □ Направление, оборот; поворот, перелом. Тормош боролмалары. ■ Яҙмышының алдағы
328