БОРОЛОШ
билдәһеҙ боролмаһына әҙерләнде Мәҙинә. Ә. Хәкимов.
БОРОЛМАЛЫ (Р.: извилистый; И.: winding; T.: büksül) с.
1. Боролоп-боролоп киткән. □ Извилистый. Боролмалы һуҡмаҡ. Боролмалы юл. ■ Боролмалы ҡул буйында сәскә ата бөрлөгән. Йырҙан.
2. кусм. Ауыр, ҡатмарлы. □ Сложный, тяжёлый. Боролмалы ғумер юлдары.
БОРОЛМАЛЫ-БОРОЛМАЛЫ (Р: извилистый; И.: tortuous; T.: büksül) с.
Бер нисә боролмалы. □ Извилистый. Боролмалы-боролмалы юлдарҙан алып киттеләр. И Унда [тауҙарға] менһәм, ауылыма алып килә һәм артабан алып китә торған оло юлды ус төбөндәгеләй курерҙәй булам. Юҡ, мин уны тауҙар аша ла курәм. Ул — беҙ төҙөгән киң, таҡыр, ләкин боролмалы-боролмалы мәңгелек юл! Н. Мусин.
БОРОЛМАЛЫ-ҺЫҒЫЛМАЛЫ (Р: вычурный; И.: fanciful; T.: zarif) с.
Ҡатмарлы, ғәҙәти булмаған (телмәр, әҫәр теле тураһында). □ Вычурный, излишне затейливый, необычный (оречи, языке сочинений). Боролмалы-һығылмалы шиғыр юлдары. Алып барыусы боролмалы-һығылмалы телмәрен башлап ебәрҙе.
БОРОЛОУ (борол-) ҡ.
1. төш. ҡар. бороу I, 1. страд, от бороу I, 1. Шөрөп ныҡ боролған. Йоҙаҡтың асҡысы боролған.
2. Башты, кәүҙәне бороу; әйләнеү. □ Поворачиваться, повёртываться; оборачиваться. Тәҙрәгә боролоу. Алға боролоу. Боролоп ултырыу. Боролоп ҡарау. ■ Рәхилә уҙенә ҡарап, ниндәйҙер уйға батып эргәһендә ултырған Бикморатҡа боролдо. Н. Мусин. Ҡыҙыҡай биҙрәләрҙе көйәнтәһенә эләктергәс, бер-ике аҙым ауыл яғына атлап ҡуйҙы ла егеткә табан боролдо. Д. Бүләков.
3. Йүнәлеште икенсе яҡҡа үҙгәртеү. □ Менять направление; поворачивать. Ҡайтырға боролоу. Боролоп китеу. ■ [Юлдаш] Инйәр тамағына табан тартылған берләм
юлдан аҫҡа төшә бирә лә йә уңға, йә һулға боролоп, уҙәндәрҙе тикшереп йөрөй. 3. Ураҡсин. Хаммат, Оло Эйек кисеуен сыҡҡас, уңға, туғай эсенән уҙған берләм юлға, боролоп инеп китте. 3. Биишева. Ана шул һуҡмаҡ боролған ерҙә уҫә көйәнтәләнеп кәкрәйгән муйыл. Д. Шәрәфетдинов.
4. кусм. Икенсе бер йүнәлеш, үҫеш алыу. □ Менять направление, развитие. Йәмғиәт сәләмәт йәшәу рәуешенә боролдо.
♦ Боролорға ла ирек бирмәү ҡабаландырыу, тынғыһыҙлау. □ Не давать покоя, торопить. Апайым, боролорға ла ирек бирмәй, баҙарға алып сығып китте. Боролорға ла ваҡыт юҡ эш менән мәшғүллек, бөтөнләй ваҡыт булмау. □ Дыхнуть некогда. Йыл аҙағы, эш куп, боролорға ла ваҡыт юҡ. Боролорға ла урын юҡ урын әҙ, тар. □ Повернуться негде. Фатир шул тиклем йыһаз менән тыңҡыслап тултырылған, боролорға ла урын юҡ.
БОРОЛОШ I (Р.: поворот; И.: turn, bend; T.: dönüş) и.
1. Һыуҙың, юлдың боролған урыны; бөгөл. □ Поворот, изгиб, извилина. Йылға боролошонда. Боролош курһәткесе. ■ Аҫтараҡ кәйелтмәкле боролош барын Алтынбай белмәй ине әле. 3. Ураҡсин. Һуҡмаҡтың тәуге боролошонда уҡ беҙҙе ҙур таш өҫтөндә Сабир менән Шамил көтөп ултыра ине. Д. Шәрәфетдинов. Хәлит йәшен тиҙлеге менән йәнә ике боролошто утеп китте. Н. Ғәйетбаев.
2. Йүнәлеш. □ Направление, оборот. Эш башҡаса боролош алды. ■ Уйы ошо рәуешле ҡырҡа боролош яһау менән, уратып-сура-тып ултырыуҙан бер мәғәнә лә сыҡмаҫын самалап, Ғөбәй турараҡ ярҙырырға булды. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Ниҙеңдер үҫешендәге тулы үҙгәреш; һынылыш. □ Поворот, перелом. / Поворотный, переломный. Тарихи боролош. Боролош осоро. ■ Тап ошо көйөнөслө мәлдә яҙмышы ҡырҡа боролош яһаны, ул [Ирназар] хәрби комиссариатҡа саҡырылды. Ә. Хәкимов. [Фазыл:] Ауыл хужалығында
329