Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 330


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРОЛОШ
бөйөк боролош көтөлә, ағай-эне. Н. Мусин. Мәҙинә ҡыҙының яҙмышы нисектер ҡапыл, көтөлмәгәндә киҫкен боролош алыуын кисереп бөтә алмайыраҡ, ҡыуанырға ла, иларға ла белмәйерәк тора. Т. Ғарипова.
БОРОЛОШ II с. диал ҡар. арҡыры II.
БОРОЛОШЛО (Р.: извилистый; И.: meandering; T.: büksül) с.
1. Боролған урыны, бөгөлө булған. □ Извилистый. Боролошло юл. Боролошло йылға. Боролошло һуҡмаҡтан китеп барам.
2. кусм. Үҙгәрешле, һынылышлы. □ Переломный, сложный, тяжёлый. Боролошло уйҙар. Боролошло яҙмыштар. Боролошло ғу-мер юлдары. Тарихтағы боролошло мәл.
БОРОЛТА и. диал. ҡар. боролма 1. Юл боролтаһы.
БОРОМ (Р: четыре навоя; И.: four beams; T.: dört kiriş) и. туҡ. диал.
Дүрт шөйтө күҙе. □ Четыре навоя (в домашнем ткачестве).
БОРОМҠА и. диал. ҡар. моҙға. Бором-ҡаға бәшмәк йыйыу.
БОРОМТА и. диал. ҡар. боролма 1. Юлдың боромтаһына еткәс, туҡтап ял итерһең. Боромтала абай бул, ҡаршыңа машиналар килеп сыҡмаһын.
БОРОН I [дөйөм төрки бурун ‘элекке, элек булған’] (Р: прежде; И.: in former times; T.: eskilerden) р.
1. Бик элек; әүәле. □ В старину, давние времена, прежде. Борон заманда. М Тимәк, борон ер өҫтөндә булған һыу әкренләп эзбиз тоҡомон йыуа-йыуа аҫҡа төшөп киткән.
3. Ураҡсин. Борон, беҙ йәш саҡта, йәй көнө өйҙә ятҡан кеше булмай торғайны. 3. Биишева.
2. Беренсе башлап; алдан, элек. □ Первым, раньше. Ул бөтәһенән борон торҙо. Мин йыйынға борон килдем, халыҡ йыйылмағайны әле. • Туйға барһаң, борон бар; борон барһаң, урын бар. Әйтем.
БОРОН II (Р: до, до того как; И.: before; T.: evvel) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәр йәки -маҫ формалы сифат ҡылымдан һуң килеп, эш, хәрәкәттең кемдән, нимәнән йәки ниндәйҙер эш, хәлдән алда булғанын белдерә; элек. □ До, до того как, прежде чем (послелог сисх. п.). Башламаҫ борон. Эшләмәҫ борон. ■ Сапҡын, атын аҡ кубеккә төшөрөп, көн ҡараңғыланмаҫ борон уҡ Ташлыға барып та инде. 3. Ураҡсин. Асыуы ҡабарған Төлкөсура куҙе аларған, ярһыған, шуға өркөуен дә онотҡан тайын тешен шаҡылдатып бер мәлгә туҡтап ҡалған буре өҫтөнө ҡыуаланы, йылҡ итеп эргәһенән утергә уҡталған буре тәңгәленә етмәҫ борон суҡмарын һелтәне. Н. Мусин.
БОРОН-БОРОНДАН (Р: издавна; И.: from the earliest times; T.: çoktandır) р.
Элек-электән. □ Издавна, издревле, ис-покон веков. Борон-борондан беҙҙең халыҡ йәйләуҙәрҙә йәшәгән. ■ Әйткәндәй, бала куреуҙән һуң бәпес буләге өләшеу борон-борондан ҡалған бер йола. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙ куҙләу, кәләш әйттереу борон-борондан ҡалған йола. Я. Хамматов.
БОРОНҒО (Р: древний; И.: ancient; T.: eski) с.
1. Бик күптән йәшәп килгән, борон замандан һаҡланған; әүәлге. □ Древний, старинный. Боронғо китап. Боронғо йыр. Боронғо ғәҙәт. ■ Ҡалатау һыртындағы тубәләстәр менән бик ҡыҙыҡты был ағай, киләһе йәйҙә мотлаҡ бындағы боронғо ҡәберлектәрҙе ҡаҙырға киләсәктәре тураһында әйтте. 3. Ураҡсин. Боронғо бай ауыл: таштан һалынған мөғәзәйе, ана, ҡалҡыуҙа туш кирә, ике ҡатлы йорттары ла бар. Р. Камал. Ҡыҙырас менән Гөлйөҙөм еңгә һаба ҡымыҙын маҡтап, ҡабатлап һалдырып эстеләр. ТикЮлдаштыңғына был сәйер, боронғо һауыттан эскеһе килмәне. 3. Биишева.
2. Борон булған, борон йәшәгән. □ Существующий искони, исконный. Боронғо башҡорттар. Боронғо ерҙәр. Боронғо телдәр. Боронғо тарих. И Боронғо башҡорт ҡыҙҙары кейемендә килгән талсыбыҡтай нескә, ләкин
330