Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 331


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРОС
бик һомғол буйлы ҡыҙ урынынан ҡалҡты. Т. Ғарипова. Боронғо һуғышсылар кешенең ҡайһы еренә сабырға, сәнсергә белгән: күберәк муйын һөйәге, бил, тубыҡ ҡапҡасын яралағандар. 3. Ураҡсин.
БОРОНҒОЛАР (Р.: древние люди; И.: forefathers; T.: atalarımız) и.
Боронғо кешеләр, ата-баба. □ Предки, древние люди. Боронғоларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу. ■ [Әхмәтхан — Гилемханға:] Улым, һин минең урынға ҡалаһы кеше, боронғолар, тереләрҙең ҡәҙерен, ә ата-бабаларҙың ҡәберен бел, тигән. Үҙем тере саҡта күрһәтеп ҡалайым. Р. Камал. Рәхмәттең ҡәҙерен белгәндәр боронғолар. М. Кәрим. Боронғолар аманат итеп ҡалдырған мөҡәддәс һүҙҙәр әле лә онотолорға тейеш түгел — иргә бил ныҡлығы кәрәк. Ф. Аҡбулатова. Әҙһәм ҡарт, һаман үҙенең һүҙен өҫкә сығарырға тырышып: «Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәр боронғолар!» — тине. Ж. Кейекбаев. • Боронғолар әйткән һүҙ китаптың эсендә лә түгел, тышында ла түгел. Әйтем.
БОРОНҒОЛАРСА (Р: по-старинному; И.: peculiar to forefathers; T.: atalar gibi) p.
Боронғо кешеләргә хас, ата-бабалар кеүек. □ По-старинному, как предки. Борон-ғоларса эшләү.
БОРОНҒОЛАР ҺҮҘЕ (Р: изречения предков; И.: sage dictum; T.: atasözü) и.
Борон йәшәгән кешеләрҙең аҡыллы, тапҡыр һүҙҙәре; мәҡәл, әйтем. □ Мудрые слова, изречения предков; пословицы, поговорки. Боронғолар һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
БОРОНҒОЛОҠ (боронғолоғо) (Р: древность; И.: antiquity; T.: antik) и.
Бик күптән йәшәп килгән, борон замандан һаҡланған күренеш. □ Древность, архаика. Боронғолоҡ ҡалдыҡтары. ■ Өй эсендәге монаяттың боронғолоғона ла иҫе китте Фәүзиә-Барсынбикәнең. Т. Ғарипова.
БОРОНҒОСА (Р: по-старинному; И.: in an age-old way; T.: eski zamanda gibi) p.
Боронғо замандағы кеүек, элеккесә, иҫке ғөрөф-ғәҙәт буйынса. □ По-старинному. Бо
ронғоса йәшәү. Боронғоса кейенеү. Боронғоса яҙыу. ■ [Халыҡ] ҡунаҡҡа тирмәнең эске биҙәлешен, боронғоса май бешеү, талҡан тартыу алымдарын күрһәтте. «Йәшлек», 15 июнь 2010. Зөфәр ҡапыл шомланды. Әллә үҙ ҡыуанысынан Ғилман ағаһы уны, кәңәш -ләшеп-нитеп тормайынса, боронғоса өйләндерер. Д. Бүләков. Өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгәһе .. ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы боронғоса, иң ҡәҙерле аш — һалма бешереп, туған-ырыу, күрше тирә-яҡты саҡырып һыйларға булдылар. 3. Биишева.
БОРОНДАН (Р: издавна; И.: from time immemorial; T: eskiden) р.
Бик электән, әүәлдән. □ С давних пор, издавна, исстари, издревле. Борондан килгән ғәҙәт. ■ Борондан уҡ башҡорт атты һөйгән, аты булған ғүмер юлдашы. Ш. Бикҡол. Кешеләр үҫемлектәрҙең тышҡы төҙөлөшөн бик борондан уҡ өйрәнә башлаған. 3. Биишева.
БОРОНДОҠ (борондоғо) и. диал.
1. ҡар. ауыҙлыҡ I. Борондоҡ кейҙереү.
2. ҡар. морондоҡ III. Борондоҡ инәй.
БОРОНСОҠ (боронсоғо) (Р: кончик цветка шиповника; И.: tip of the dogrose flower; T.: çiçek ucu) и. диал.
Гөлйемеш сәскәһенең осондағы мороно; моронсоҡ. □ Кончик цветка шиповника. Гөлйемеште боронсоғонан таҙартыу.
БОРОС I [рус. перец < гр. peperi] (Р: перец; И.: pepper; T.: biber) и.
1. бот. Тропик үҫемлек һәм шул үҫемлектең әсе орлоғо. □ Перец. / Перечный, перцовый (лат. Piper). Ҡара борос. Ҡыҙыл борос. Борос онтағы. Төйөлгән борос. Бөтәү борос. Борос үҫтереү.
2. бот. Ҡырҡыу тәмле йәшелсә һәм уның ҡуҙаҡлы орлоғо. □ Перец стручковый (лат. Capsicum). Болгар боросо. Ҡыҙыл борос. Әсе борос. Йәшел борос. Борос ултыртыу. Боросҡа һыу һибеү. Борос турау.
3. Шул үҫемлектәрҙең орлоғонан йәки ҡуҙағынан онталған аш тәмләткес. □ Перец (молотый). Ашҡа борос һибеү. Борос еҫе. Борос тәме. Ҡара борос. Ҡыҙыл борос.
331