БОРОС
■ Иҙелгән әсе ҡорот менән ҡатыштырып, ҡара борос һалып ебәргән был һимеҙ ит һурпаһы Юлдашҡа тағы ла тәмлерәк тойолдо.
3. Биишева. • Борос әсе, әсе телле кеше унан да әсе. Мәҡәл.
БОРОС II (Р.: косяк; И.: jamb; T.: söve) и. диал.
Ишек яңағы. □ Косяк (двери). Боросҡа һөйәлеү.
БОРОС III (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуы аймағы. □ Бу рус (название родового подразделения башкир-табын-цев). Борос аймағы башҡорто.
БОРОСЛАНЫУ (борослан-) ҡ. төш. ҡар. борослау, страд, от борослау. Һурпа ныҡ боросланған.
БОРОСЛАТЫУ (борослат-) ҡ. йөкм. ҡар. борослау, понуд. от борослау. Бала әсәһенән ашын борослатырға уйлағайны, әсе тип тыйҙылар.
БОРОСЛАУ (боросла-) (Р: перчить; И.: pepper; T: biberlemek) ҡ.
Борос һалыу, боросло итеү. □ Перчить. Һурпаны борослау. ■ Һуғымдың төрлө еренән һалынған һимеҙ итте тыныс ҡына ашап, ҡоротлап, борослап туҫтаҡ менән һурпа эсеп алғас, ҡунаҡтар аяҡтарын һуҙып, ки-релешеп ултырҙылар ҙа йәнә әңгәмәгә тотондолар. 3. Ураҡсин.
БОРОСЛО (Р: перечный; И.: pepper; T: biberli) с.
Борос һалынған, боросо булған. □ Перечный, перчёный, перцовый; с перцем. Боросло аш. Боросло соус. ■ [Бибинур] бирге бүлмәһендә буҙара бешеп, быу борҡотоп, боросло бишбармаҡ, .. баланлы бәлеш, бәрәңге билмәне бешерә. «Киске Өфө», № 18, 2009.
БОРОСТОҠ (Р: маленький; И.: small; Т: küçük) с. диал.
Бәләкәй генә, әҙ генә. □ Маленький, крошечный. Боростоҡ малай. Боростоҡ ҡына икмәк киҫәге.
БОРОС ТӨРӨКМӘН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуы аймағы. □ Бурус туркмен (название родового подразделения башкир-кыпчаков). Борос төрөкмән аймағы башҡорто.
БОРОУ I (бор-) [дөйөм төрки бур- ‘бороу, быраулау’] (Р: поворачивать; И.: turn; T: burmak) ҡ.
1. Бер урында өйрөлтөү; әйләндереү.
□ Поворачивать, повёртывать. // Поворачивание, повёртывание. Һемәкте бороу. Асҡысты бороу. Шөрөптө бороу. Бороп ҡуйыу. ■ Асҡысты борған ыңғайға һандыҡтың йоҙағы ике тапҡыр зыңлап ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
2. Бер урында әйләндерел икенсе тарафҡа ҡаратыу. □ Вращать, вертеть, крутить. // Кручение. Башты бороу. Ултырғысты бороп ултыртыу. ■ Байрас, үҙенең баҡырҙан юнып яһалған шикелле матур йөҙөн бошонҡо сирып, күҙен икенсе яҡҡа борҙо. 3. Биишева. Солтан был һүҙҙәр алдында аҙ ғына ла кәйефен боҙманы .. көс ташып торған йөҙөн бер яҡҡа ла бормайынса, яңғырауыҡлы тауыш менән һөйләй башланы. Ғ. Хәйри.
3. Барған йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеү.
□ Повернуть. // Поворачивание. Атын уңға борҙо. Машинаны бороп алып китте. ■ Далала ҡыу үләнгә ҡабынған уттан да яман нәмә юҡ, уны һүндерер әмәл дә, бороп ебәрер сара ла табыуы ҡыйын. 3. Ураҡсин. Ҡаратауҙың иң текә бер артылышында юлға табан сыға биреп үҫкән йыуан, тарбағай имән бар. Шул тәңгәлдә атын бороп, эскә инде Бикморат. Н. Мусин. Ул арала булмай [Сура батыр] ҡаҙаҡтар урлаған мал-тыуарҙы был яҡҡа табан борҙо, үҫәргәндәрҙең бер төркөмө уны башҡорт еренә кире ҡыуҙы. Ф. Аҡбулатова. Мин тормамын, тормамын, атым башын бормамын. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
4. күсм. Ниҙе лә булһа башҡа йүнәлешкә күсереү. □ Менять направление чего-л.
332