БОРСАҠ
Иғтибарҙы бороу. Һүҙҙе икенсегә бороу. ■ Әхмәтхан ҡайһылай теләй, шулай бора донъя тәртәһен, ә Мәүсифа бары ирҙең иркен үтәй: аш-һыу йүнәтә, кер йыуа, мал баға — бөткәнме мәшәҡәте. Р. Камал. Мырҙағәле генә дөмһәрә биреп ҡуйҙы ла, юрауҙы уйынға борорға тырышты. 3. Ураҡсин. Донъялар ауыр булһа ла, тормош үҙ ағышы менән бара, кешеләрҙең көн итергә тырышып ятҡан ере. Юҡ, бындай ағышты икенсе яҡҡа бөрөп ебәрергә кәрәк! Н. Мусин. Мәҙинә атаһы тураһындағы һүҙҙе тиҙ генә икенсегә борорға тырышты. Т. Ғарипова. [Урал — Шүлгәнгә:] Яҡшыға юл борманың, атам һүҙен тотманың. «Урал батыр». [Мәрхәбә — Фәруҡшаға:] Һин алай мәрәкәгә борма әле. Ошолай буйҙаҡ булып тағы күпме йөрөргә итәһең? «Ағиҙел», № 9, 2010.
5. Өйрөлтөп ауырттырыу. □ Закрутить, скрутить. Бармаҡты бороу. Малайҙың ҡолағынан борҙо. Ҡулымды борма, зинһар. ■ Һөйәрбикә ҡәйнеш тейеш кешеһе Ҡотло-байҙың беләк итен бороп семтеп алды.
3. Ураҡсин. • Ҡеше ҡолағын борғанда, үҙең-деке ауыртмай. Әйтем.
6. Эләктереп бер урында өйрөлтөп, тарттырыу. □ Заводить. // Завод. Уйынсыҡты бороу. ■ Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай, сәғәтте алға бороп, төн көн булмай. М. Аҡмулла.
7. Оҙон, тарау нәмәне уралтыу; сирал-тыу, ишеү. □ Крутить, закручивать. // Кручение. Йөктөң арҡанын бороп ҡуй. Теге ирҙең һөйләшкәндә мыйығын бора торған ғәҙәте бар.
8. диал. ҡар. айыртыу 1. Әсәйем һөт бороп ултыра. Атайым бал борорға йыйына. ■ [Мәрйәм апай:] Бөгөн һөт борманым бит әле... Р. Ҡол-Дәүләт. Ярай әле, бал бора торған мәлдә, Ғәли ҡайтып, мәшәҡәттәрҙе бергәләп йырып сыҡтыҡ. «Таң», 12 август 2011.
9. диал. Һығыу. □ Отжимать. Кер бороу.
10. диал. ҡар. шылтыратыу. Бөрйәндәр кәрәҙле телефонды бора.
♦ һүҙҙе кирегә бороу хәбәрҙең мәғәнәһен ҡапма-ҡаршыға әйләндереп ебәреү. □ Переиначивать слово. Эй, ошо Ғәлимде, һүҙҙе кирегә бора ла тора.
БОРОУ II с. диал. ҡар. урау. Бороу юлдан барыу. • Бороу булһа ла юл яҡшы. Әйтем.
БОРОШ I (Р.: подуст; И.: common nase; T: karaburun) и. зоол.
Түбән ауыҙлы, һорғолт һыртлы, асыҡ төҫтәге ҡабырғалы йылтыр йылға балығы. □ Подуст (лат. Chondrostoma nasus). Ҡармаҡҡа борош эләкте. Борош ҡурыу.
БОРОШ II (Р: перевитый; И.: woven; Т: bükülmüş) с.
1. Бер урында боролоп әйләнгән. □ Перевитый, перекрученный. Борош билбау. Борош ҡайыш быуып алған.
2. Боролоп, ишелеп үҫкән. □ Витой. Борош ҡайын.
БОРОШ ҠАСАУ (Р: стамеска пчеловодная; И.: beekeeper’s chisel; T: keski) и.
Умартасылыҡта ҡулланылған ҡасау. □ Стамеска пчеловодная. Борош ҡасауҙар һатып алынды.
БОРОШОУ (борош-) ҡ.
1. урт. ҡар. бороу I. взаимн. от бороу I. Бынау арҡанды борош әле.
2. Борошҡа әйләнеү. □ Закручиваться, скручиваться, завиваться, перекручиваться. Салбарың борошҡан. ■ Тулғаҡҡа: «Туҙҙай борош, ҡамыштай һуҙыл!» — тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
3. диал. Бөтәрләнеү. □ Мяться. Кейемең борошоп бөткән бит.
БОРСАЙЫУ (борсай-, борсая) ҡ. диал. ҡар. тексәйеү. Борсайып ҡарама. Ни эшләп борсайып бында тораһың?
БОРСАҠ I (борсағы) [дөйөм төрки бурчаҡ ‘борсаҡ’ < буғурчак ‘кескәй шар’] (Р: горох; И.: реа; T: burçak) и. бот.
1. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, баҡсала йәки баҫыуҙа үҫтерелә торған, түңәрәк орлоҡло бер йыллыҡ үҫемлек. □ Горох. / Гороховый (лат. Pisum). Борсаҡ ҡуҙағы. Сәсеү борсағы. Борсаҡ үҫтереү. ■ [Саяф] күпме
333