БОРСАҠ
ер һөрөлгән, купме бойҙай, арыш, һоло, арпа, борсаҡ сәселгән, һанап сыҡты. Т. Ғарипова.
2. Шул үҫемлектең ашай торған орлоғо. □ Горох. Йәшел борсаҡ. Кипкән борсаҡ. Борсаҡ бөртөгө. Борсаҡ ашы. Борсаҡ бутҡаһы. Борсаҡ йыйыу. Борсаҡ ашау. М Әхмәт атҡа менгәйне, Заһира ҡарсыҡ быға ун биш бөртөк борсаҡ бирҙе. Әкиәттән.
♦ Борсаҡ атыу ҡар. борсаҡ шыттырыу. Борсаҡ бешереү уртаҡ һүҙ табыу, килешеү. □ Найти с кем-л. общий язык.
■ Эшем эйәләре менән борсаҡ бешереп булмаҫ, — тине Йосоп инәлмәгән ҡиәфәттә һәм ишекте шарт ябып сығып китте. Н. Мусин. Борсаҡ бешеү һүҙ берегеү, килешеп эшләү, татыу йәшәү. □ Ладить с кем-л.
■ [Хәтирә:] Зәһурәкәй, беҙҙең бит Ләйлә менән уҡығанда уҡ борсаҡтар бик бешмәй ине. Ф. Аҡбулатова. Борсаҡ бүртеү ҡар. борсаҡ бешеү. ■ Егеттең Таңһылыу менән, Ҡуштирәксә әйткәндә, борсағы буртеу ихтималын тойопмо, Алтынғужин да майҙан ситенә килеп баҫты. Ә. Хәкимов. Борсаҡ бүрттереү ҡар. борсаҡ ярыу. ■ Ҡыҙып борсаҡ бурттерә тилбер телле атайҙар. Ситтән тороп, тын ҡалып, ала һабаҡ малайҙар. Й. Солтанов. Борсаҡ бығыу ҡар. борсаҡ бешеү. Борсаҡ сәсеү ҡар. борсаҡ шыттырыу. ■ Талха тегеләр мәрәкәләгән һайын һаман һауаланып, кутәрелеп китте һәм маҡтанып борсаҡ сәсеп ултырҙы. Ж. Кейекбаев. Рәйестең борсаҡ сәсә торған ғәҙәте барлыҡты ла аңлай Сәлим. «Ағиҙел», № 4, 2010. Борсаҡ һиптереү маҡтаныу, шапырыныу. □ Чрезмерно хвалиться. Борсаҡ шыттырыу бик маҡтанып, шапыртып, арттырып һөйләү. □ Приукрашивать, преувеличивать (в разговоре). ■ Ҡәмәриә ханымдың һоҡланғыс сифаты хаҡында әйткәндә, борсаҡ шыттыра йәки шапырта был, тип уйлай курмәгеҙ. С. Кулибай. Борсаҡ ярыу (борсаҡты эре ярыу) маҡтаныу, шапырыныу. □ Похвалиться, чрезмерно хвалиться. ■ Ат ярыштыра берәуҙәр, берәуҙәр һөйләй буре, берәуҙәр «кургәндәрем» тип,
борсаҡты яра эре. М. Кәрим. [Тәфтизан] юҡҡа ирәймәне, ҡупырайманы, танау сөйөп, борсаҡ ярманы. А. Игебаев. Булдыра алһаң, бутҡа бешер, бирәм ярма, булмай икән, телең менән борсаҡ ярма. Н. Иҙелбай. Таш борсаҡ үтә һаран кешегә ҡарата әйтелә. □ Скряга. Был хәтлем дә таш борсаҡ булыр инде бынау Сәлим.
БОРСАҠ II (борсағы) (Р.: град; И.: hail; T.: dolu) и.
1. Бәләкәй генә йомро боҙ рәүешендә яуған яуын. □ Град. Борсаҡ яуа. Борсаҡ ҡоя. Борсаҡ ҡатыш ямғыр. ■ Юлсыларҙың береһе .. Йосопто тотоп алып, туҡмай-туҡмай, кире карауан янына алып килә. Шул саҡта ҡапыл йәшенле борсаҡ башлана. Әкиәттән. Быларҙан тыш, тал бөрөһөнөң тылсымлы көсөнә ышанғандар: уны елгә ҡаршы ырғытһаң, дауыл туҡтала йәки борсаҡ яуыуҙан туҡтай. «Йәшлек», 8 апрель 2009. • Өҙлөкһөҙ кук кукрәһә, борсаҡ яуыр. Һынамыш.
2. миф. Гонаһтар өсөн Хоҙай тарафынан яза итеп ебәрелгән яуым-төшөм. □ Град; мифологизированное явление, посланное Всевышним в качестве наказания за грехи.
■ Борсаҡ яуғанда, урамға торон сығарып ташлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
БОРСАҠ III (борсағы) (Р.: рисунок в горошек; И.: polka dot pattern; T.: benekli bezek) u.
Түңәрәк формалағы биҙәк. □ Узор, рисунок в горошек. Борсаҡ төшкән кулдәк.
■ Өҫтөнә ҡыҫҡа ецле, аҡ ерлеккә ҡыҙыл борсаҡ һибелгән кулдәк, аяҡтарына аҡ сандали кейгән ҡыҙ, уның тау уратып гиҙгән йомшаҡ елдә елберҙәгән һары сәстәре, һомғол ҡаҡса кәуҙәһе, көләс йөҙө тауышһыҙ кино кадрҙары һымаҡ [Ғәбиттең] куҙ алдында сихри тамаша ҡора, гуйә. Ә. Әминев. Әсәй миңә кулдәк текте — шау борсаҡ биҙәктәре. Ф. Ғөбәйҙуллина.
БОРСАҠ АҒАСЫ и. бот. диал. ҡар. бохар селеге. Бында борсаҡ ағасы куп икән.
334