БОРСОУ
БОРСАҠ-БОРСАҠ (Р.: крупный; И.: large; T.: iri) с.
Эре-эре йомро бөртөклө. □ Крупный (о каплях). Борсаҡ-борсаҡ ҡуҙ йәше тәгәрәп төштө. Борсаҡ-борсаҡ тир сығыу. ■ Фәу-зиәнең инде нисәмә йылдар йәш тугеуҙең нимә икәнен онотҡан куҙҙәренән борсаҡ-борсаҡ йәштәр атылдылар ҙа һарғайып ҡорғаҡһыған бите буйлап аҡтылар. Т. Ғарипова. Уның [Ҡыҙырастың] ваҡ һоро һипкелдәре араһынан хатта борсаҡ-борсаҡ тирҙәр атылып сыҡты. 3. Биишева.
БОРСАҠЛЫ (Р.: с горохом; И.: with peas; T.: bezelye ile) c.
1. Борсағы булған. □ Имеющий горох, с горохом. Борсаҡлы тоҡ. Борсаҡлы кунәк.
2. Борсаҡ ҡатыш. □ С градом. Борсаҡлы ямғыр. Борсаҡлы яуын.
3. Борсаҡ биҙәк төшкән. □ В горошек. Борсаҡлы кулдәк. Борсаҡлы биҙәк. ■ Хашим, әсәһе тегеп биргән борсаҡлы бәз кулдәк-ыштандан, усына йомролай бешкән бер йомортҡа тотоп, урамға сыҡты. Т. Ғарипова.
4. Борсаҡ формаһында. □ В горошек. Борсаҡлы борос. Борсаҡлы кәнфиттәр.
БОРСАҠ ҺУҒЫУ (борсаҡ һуҡ-) (Р: градобитьё; И.: hail damage; T.: dolu yağmak) ҡ.
1. Борсаҡ яуып, үҫемлектәрҙе эштән сығарыу. □ Градобитьё. Игенде быйыл борсаҡ һуҡты.
2. миф. Гонаһтар өсөн яза итеп ебәрелгән ҙур күләмле яуым-төшөм яуыуы. □ Градобитьё; мифологизированное явление, воспринимаемое как наказание за грехи.
БОРСАЛАНЫУ (борсалан-) к. диал. ҡар. борсолоу I. Борсаланып йоҡлай алмай.
БОРСОЛДОРОУ (борсолдор-) (Р: беспокоить; И.: perturb; T.: rahatsız etmek) ҡ.
1. Хафаға һалыу; тынысһыҙлау. □ Беспокоить. Уйҙарым борсолдора. Төштәрем борсолдора.
2. Мәшәҡәт һалыу; мәшәҡәтләү. □ Утруждать; причинять беспокойство. Әсәне борсолдороу.
БОРСОЛОУ I (борсол-) (Р: беспокоиться; И.: worry; T.: endişelenmek) ҡ.
1. Тынысһыҙлыҡ күрһәтеү, тынысһыҙланыу; хәүефләнеү, хафаланыу. □ Беспокоиться, волноваться, тревожиться. // Беспокойство, волнение, тревога. Балаларҙы уйлап борсолоу. Киләсәк быуын тураһында борсолоу. ■ Купкә китһә иртәгә иртән ямғыр булаһын хәбәр итеп, көнбайышта болот ҡуйыра, ағас араһында ҡош-ҡорт сыр-сыулап борсола. Ә. Хәкимов. Аттар, угеҙҙәр, дөйәләр борсола, эттәр шыңшып сабыша башланы. 3. Ураҡсин. Юлдаштары Йугерек батырҙың һаман килеп етмәуенә борсола башлағандар. Әкиәттән.
2. Мәшәҡәтләнеү. □ Заботиться, проявлять заботу, хлопотать. // Забота, хлопоты. Оҙата сығып, борсолмағыҙ. ■ [Таиба әбей:] Закир, улым, тиҙҙән аш өлгөрә, һин яратҡан, ҡаҡлаған ҡаҙ бешә. Өйҙә тор, — тип, яратып һәм борсолоп өндәшә һалды. 3. Биишева.
БОРСОЛОУ II (Р: беспокойство; И.: anxiety; T: endişe) и.
Тынысһыҙлыҡ, тынғыһыҙлыҡ; хәүеф. □ Беспокойство, волнение, тревога. Әсәнең йөҙөндә борсолоу ярылып ята. ■ Мәҙинә борсолоу тулы ҡара куҙҙәрен тәҙрәгә әлдән-әле килеп һуғылған буранға төбәне. Т. Ғарипова.
БОРСОУ I (борсо-) [боронғо төрки бурчы-] (Р: беспокоить; И.: worry; T: rahatsız etmek) ҡ.
1. Тынысһыҙланып уйларға мәжбүр итеү; хафаға һалыу. □ Беспокоить, тревожить, волновать. // Беспокойство, тревога, волнение. Төрлө уйҙар борсой. Әсәне һорауҙар борсой. ■ Рамғун йәнә таңға тиклем йоҡлай алманы, уны билдәһеҙлек борсой ине. 3. Ураҡсин. Эйе, Рамаҙандың әле яңы сынығып килеусе талапсан аңы, аҡылы, намыҫсан куңеле бығаса һирәк-һаяҡ ҡына аҫтыртын килеп борсоған һорауҙарға яуап даулай башлағайны. Ә. Хәкимов. Яу уларҙың да [йәштәрҙең] куңелдәрен борсой.
335