Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 336


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРСОУ
Ғ. Ибраһимов. [Мират] юл ыңғайында әлегә тиклем куңелен борсоған уйҙарынан арыныр, хәрәкәттән тәненә ҡан йугерер; былай иркенләп, һәуетемсә генә хисләнеп, уҙ яйына донъя ҡыҙырыу йыш тәтемәй эш кешеһенә. «Киске Өфө», № 37, 2011.
2. Мәшәҡәт һалып тынғыһыҙлау; маҙаһыҙлау. □ Утруждать, причинять беспокойство. Төрлө һорауҙар менән борсоу. Йомош менән борсоу. ■ Ҡыҙ, тамағы кипһә лә, уянғанын белдереп кешеләрҙе борсоуҙан ҡурҡып, тик кенә ятты. 3. Биишева.
БОРСОУ II (Р.: беспокойство; И.: nervousness; T.: endişe) и.
Тынысһыҙлыҡ, мәшәҡәт, хафа. □ Беспокойство, волнение, тревога. Борсоу биләне. Борсоу тыуҙы. ■ [Федотовтың] куңелен билдәһеҙ борсоу биләне, бойоҡ уйсанлыҡҡа бирелде. Ә. Хәкимов.
БОРСОУЛЫ (Р: беспокойный; И.: uneasy; T.: endişeli) с.
Тынысһыҙлыҡ һалған; тынысһыҙ, хафалы. □ Беспокойный, тревожный. Борсоулы ҡиәфәт. Борсоулы йөҙ. Борсоулы тауыш. Борсоулы хәбәр. Борсоулы ҡараш. ■ Иштуғандың йөрәге өмөтлө-өмөтһөҙ борсоулы уйҙарҙан кукрәген ярып сыға яҙып дөпөлдәп китте. 3. Биишева. Әсәйем иртәндән ниңәлер борсоулы ине. 3. Ураҡсин.
БОРТ [рус. < фр. < нем. Bord\ (Р: борт; И.: board; T: borda) и.
1. Карап, кәмә, йөк машинаһы һәм йөк вагонының ҡабырғаһы. □ Борт. / Бортовой. Пароходтың уң яҡ борты. ■ Тегендә буласаҡ эште булешмәгәнбеҙ, йәғни кем арҡанды ырғағы менән бортҡа эләктерә, кемдәр өҫкә менә, кем филтә тоҡандыра. Б. Рафиҡов.
2. Судно ҡабырғаларының иң өҫкө өлөшө. □ Борт. Алынмалы борт. Самолёт борты. Карап борты.
БОРТАҠ I боронғо төрки буртаг ‘бысраҡ, әшәке’] (Р: грубый; И.: rough; T: kaba) с. диал.
Тупһыҙ, тупаҫ. □ Грубый. Бортаҡ һуҙ. Бортаҡ ҡыҙ. Бортаҡ һатыусы.
БОРХ оҡш. ҡар. борҡ. ■ Борх итеп кутәрелгән саң, уның [Вағизовтың]яңағынан аҡҡан ҡанға ҡунып, уға ҡараһыу ҡыҙғылт төҫ бирҙе. И. Насыри.
БОРХАН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Ҡырғыҙ башҡорттарының нәҫел исеме. □ Бурхан (название родового подразделения башкир-киргизцев). Борхан нәҫеле башҡорто.
БОРХАТ и. диал.
1. ҡар. теләк. Борхат ҡына булһын.
2. ҡар. мөмкинселек. Был борхатты файҙаланып ҡалырға кәрәк.
БОРХОЛДАТЫУ (борхолдат-) ҡ. ҡар. борҡолдатыу. Тәмәке борхолдатыу. Төтөн борхолдатыу. Саң борхолдатыу. ■ Сәхипгәрәй тәмәке төрҙө. Ҡуйы аҡһыл төтөндәрҙе бор-холдатып, уҙен уҙе йыуатты. Я. Хамматов.
БОРХОЛДАУ (борхолда-) ҡ. ҡар. борҡолдау. Саң борхолдай. Ҡан борхол-дай. ■ Мин бөгөлөп төштөм. Шунда уҡ һушымды йыйып дошмандың танауына килтереп тондорҙом. Унан борхолдап ҡан бәреп сыҡты. М. Кәрим.
БОРХОТОУ (борхот-) ҡ. ҡар. борҡотоу. Саң борхотоу. Тәмле еҫтәр борхотоу. ■ Был юлы турә аттарын сыбаталап егеп, әллә ҡайҙан уҡ ҡыңғырауы зыңғырлап, саң борхотоп килә ине. 3. Ураҡсин. [Дәуләтҡол] усына өй башындағы тупраҡты алып ыуғыланы .. танауына терәп тигәндәй еҫкәне, алдына ырғытып, саң бәрхәттә. М. Ҡунафин. Бына Ғәлиә .. татлы еҫ борхотоп, мәтрушкә сәйе яһарға тотона. Н. Мусин. [Фәтҡулла] ҡулы ҡалтырауҙан тәмәкеһен тоҡандыра алмай байтаҡ булышҡас, ауыҙынан тубал ҙурлыҡ төтөн борхотоп, һуҙ асты. Ә. Хәкимов.
БОРХОУ (борхо-) ҡ. ҡар. борҡоу. Төтөн борхой. Юлдарҙа саң борхой. Тәмле еҫтәр борхой. ■ Ана бит, шулар арҡаһында әле лә Назаров алдында оятҡа ҡалманы: еңгәһе кукәй ҡыҙҙырып ултыртты, һалҡын ит турап ҡуйҙы, һәйбәт таҡта сәй еҫе борхоп торған сәйнук уҙе генә лә өҫтәлде йәмләп
336