Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 337


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРШАНЛАТЫУ
ултырған төҫлө. Н. Мусин. Машина артынан ҡарағусҡыл төтөн борхоп ҡалғайны. «Ағиҙел», № 5, 2010.
БОРҺА Л АҠ (борһалағы) (Р.: буран со снегом; И.: snowstorm; T.: kar fırtınası) и. диал.
Ҡарлы буран. □ Буран со снегом. Көндәр борһалаҡ булып китте.
БОРҺАЛАНЫУ (борһалан-) (Р.: мяться; И.: rumple; T.: buruşmak) ҡ.
1. Теләһә нисек йөрөп, йомарланыу; таушалыу (кейемгә ҡарата). □ Мяться (об одежде). Борһаланып бөткән салбар. Кулдәгең борһаланған бит. ■ Ҡуҙ алдымда — йәшел бер ҡулъяулыҡ борһаланып ята, кескенә. Р. Назаров. Бураншин Фазылдың борһаланып бөткән өҫ-башына, ике-өс көнлөк шырт баҫҡан һурынҡы йөҙөнә һирпелеп баш сайҡаны. Ә. Хәкимов.
2. Тегеләй-былай әйләнеп, ни эсендәлер буталыу. □ Валяться. Саңда борһаланыу. Карҙа борһаланыу. ■ Бер аҙҙан һуйырҙар бөтәһе лә парланышып ала ла, башлана туй: ҡауышыу шатлығынан бейейҙәр, йырлайҙар, ҡарға ятып борһаланалар. Н. Мусин. Һи-рәкләнгән саң араһында борһаланып, дошман һалдаттары һаман яҡынлашты, иң алдағылары асығыраҡ төҫмөрләнде. Я. Хамматов.
3. Борсолоп, теге-был яҡҡа әйләнеп-тулғаныу; боршаланыу. □ Беспокойно вертеться, крутиться то в одну, то в другую сторону. Борһаланып оҙаҡ ятты. ■ Төнө буйы йоҡлай алмай, борһаланып сыҡты Мөнир. «Йәшлек», 5 апрель 2008. Шулай ҙа тушәгендә йоҡлай алмайынса оҙаҡ борһаланып ятты Зәһурә. Ф. Аҡбулатова. Алтынсәс кенә йоҡлай алмай борһалана. Ә. Хәкимов. Туҙемен юғалтҡан йәш Зарифа ултырған ерендә борһаланды, бер Ишмөхәмәткә, бер ҡарсыҡҡа сабырһыҙ ҡараштарын ташланы. Т. Ғарипова.
БОРҺАЛАУ (борһала-) (Р: мять; И.: crumple; T: buruşturmak) ҡ.
1. Теләһә нисек итеп йомарлау; таушалдырыу. □ Мять, трепать. Ашъяулыҡты
борһалау. Борһаланып бөткән кулдәк. ■ Тора-бара юлаусылар башта бик ҡылансыҡ куренгән был ҡыҙҙы ла уҙ иттеләр. Әлеге ағай уға өҫтөндәге толобон һалып бирҙе. Тегеһе, әллә ап-аҡ тунын борһалауҙан ҡурҡты, алмай маташты. Р. Солтангәрәев.
2. Тегеләй-былай әйләндереү, ни эсендәлер аунатыу. □ Валять в чём-л. // Валяние. Ҡар өҫтөндә борһалау. Саңда борһалау. Бесәндә борһалау. Н [Һолтанбай] иртәнсәк сәй эскәс, айыу борһалаған ике кубәне рәтләп өйҙө, шунан, ысыҡ кипкәс, ҡалған бакуйын йыйып кубәләне лә, атын эйәрләп, ҡайтырға сыҡты. Н. Мусин.
БОРҺАН [ғәр. LM >] (Р: факт; И.: fact; Т: bürhan) и.
Иҫбатлар өсөн килтерелгән дәлил. □ Факт, доказательство. Борһан килтереу.
БОРШАЙТЫУ (боршайт ) (Р: пере кручивать; И.: twist; T: buruşturmak) ҡ.
1. Борошҡа (II) әйләндереү. □ Перекручивать, закручивать, скручивать, завивать. Ҡайышыңды боршайтып бөткәнһең.
2. Ҡыйшайтыу. □ Кривить, скашивать. Ауыҙыңды боршайтма.
БОРШАЙЫУ (боршай-, боршая) (Р: перекручиваться; И.: become twisted; T: buruşmak) ҡ. диал.
1. Борошҡа (II) әйләнеү. □ Перекручиваться, закручиваться, скручиваться, завиваться. Салбарың боршайған.
2. Ҡыйшайыу (ауыҙға ҡарата). □ Кривиться, скашиваться (по отношению ко рту). Ауыҙы боршайып тора.
БОРШАЛАНЫУ (боршалан-) к. диал. ҡар. борсолоу 1,1. Боршаланып бөтөу. ■ Төн буйына боршаланып, уйланып рәтләп йоҡлай алмай сыҡты Миңлегөл. Н. Мусин.
БОРШАНЛАТЫУ (боршанлат-) (Р: поворачивать; И.: twist around; T: döndürmek) ҡ.
Тегеләй-былай борғолау (кәуҙәне, башты). □ Поворачивать из стороны в сторону (голову, тело). Башты боршанлатыу. К Үҙенең бында төп хужа икәнен белдерергә теләгән кеуек, башлап Таһир урынынан ҡуҙғалды, әле ит ҡунып етмәгән шыйыҡ
337