Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 338


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОРШАНЛАУ
кәүҙәһен боршанлатып атлап килеп, ҡулын һуҙҙы. Н. Мусин.
БОРШАНЛАУ (боршанла-) (Р.: вертеться; И.: turn (round); T.: döndürmek) ҡ.
1. Тегеләй-былай борғоланыу. □ Поворачиваться из стороны в сторону, вертеться. Ат боршанлай. ■ Ат ҡапыл туҡтаны ла боршанлай, бышҡырына башланы, хужаның дилбегәне ҡаҡҡылауына ла ыжламаны, бер урында тапанды, кирегә тайшанып маташты. Н. Мусин. [Байғүбәк] боршанлап, һис йоҡлай ҙа алманы. М. Буранғолов. Тегеләй-былай боршанлап, бер ерҙә ултырып сыҙамаған төҫлө ҡыланған Сираев уны [Фи-латовты] бүлдерҙе. Н. Мусин.
2. Ҡыланып, кәүҙәне, башты ҡыйшанлатыу; борғанлау. □ Кокетничать. Боршанлап һөйләшеү. Ҡыҙҙар кеүек боршанлау.
БОРШОЛДАТЫУ (боршолдат-) ҡ. диал. ҡар. мыршылдатыу. Танауҙы боршол-датыу. ■ Ярһыған аттар, бер урында тороп сыҙамайынса, шайыҡтарын ҡойоп, ауыҙлығын сәйнәй, тыпырсынып, артҡа сигенә йә алға ынтыла, танауҙарын боршолдата. Н. Мусин.
БОРШТАНГА [рус. < нем. Bohrstange] (Р.: борштанга; И.: drill rod; T: delme borusu) и.
Ҡырыу станогында киҫкес ҡыҫҡысы. □ Борштанга.
БОРЩ [рус.] (Р: борщ; И.: borscht; T: pancar çorbası) и.
Сөгөлдөр, кәбеҫтә һәм бүтән йәшелсә һалып бешергән аш. □ Борщ. Борщҡа йәшелсәләр турау. Борщ ашау. Борщ еҫе. Борщ һалып биреү.
БОСКЕТ [рус. < фр. < ит. boschetto ‘әрәмә’] (Р: боскет; И.: bosquet; T.: ağaçlık) и. архит.
Остары тигеҙләп ҡырҡылған ағастар, ҡыуаҡ рәте. □ Боскет. Юл ситендә боскет-тар теҙелгән.
БОҪҠАЙ и. диал. ҡар. босҡаҡ. Тире боҫҡайы. Ҡағыҙ боҫҡайы.
БОСҠАҠ (босҡағы) (Р: шкура с лап зверя; И.: skin of the legs; T: hayvanların ayak derisi) u.
1. Малдың, хайуандарҙың аяҡ, енсек тиреһе. □ Шкура с лап зверя, животных. Саңғыға босҡаҡ ҡуйыу.
2. Нимәнеңдер бәләкәй киҫәге. □ Кусочек, лоскут, клочок. Сепрәк босҡағы. Ҡағыҙ босҡағы.
БОСҠАҠ-БОСҠАҠ (Р: с маленькими кусочками; И.: patchy; T.: küçük parçalı) c.
Бәләкәй-бәләкәй киҫәк рәүешендәге.
□ С маленькими кусочками, лоскутами. Босҡаҡ-босҡаҡ ҡағыҙ.
БОСҠАҠЛАУ (босҡаҡла-) (Р: прибивать шкурки; И.: nail fell to hunting skis; T.: kayağa deri yapıştırmak) ҡ.
Босҡаҡлы итеү; босҡаҡ (1) ҡуйыу (саңғыға). □ Прибивать шкурки (к лыжам). Саңғыны босҡаҡлап эшләү.
БОСМАҠ (босмағы) (Р: угол; И.: corner; T.: köşe) и. диал.
Мөйөш. □ Угол. Босмаҡта боҫоп тороу. Босмаҡҡа барып ултырыу. ■ Ҙурайып, егет ҡорона кереп барғанда, Талханың танауы еҫ һиҙә башланы: атайҙың донъяһы, бөтә байлығы уның бер үҙенә тороп ҡаласаҡ: таҡта менән ябылған һигеҙ босмаҡлы йорт, келәттәр, башҡа ҡаралты, аҙбар тулы мал, ер йоҙө умарта — барыһы ла. Ж. Кейекбаев.
БОСҠОР (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ырыуы аймағы. □ Бускур (название родового подразделения башкир-айлинцев). Босҡор араһы.
БОСОҠ I (босоғо) (P: проступок; И.: fault; T.: suç) и.
Килешмәгән, ғәйеп эш, ҡылыҡ. □ Проступок, вина, провинность. Был эштең босоғо юҡ. • Үҙ босоғон күрмәй, кеше босоғон ҡуймай. Мәҡәл.
БОСОҠ II (босоғо) (Р: пахталка; И.: small tub; T.: kova) и.
1. этн. Бәләкәй күнәсек; май күнәсеге.
□ Пахталка; бадья. Майлы босоҡ.
338