БОҪҠАҠ
2. диал. Эсе соҡолған ҡарағай. □ Сосна, у которой выдолблена сердцевина.
БОСОҠ III (босоғо) (Р.: низкорослый; И.: undersized; T.: küçük) с.
1. Бәләкәй буйлы, төпөш. □ Низкорослый, короткий. Босоҡ ҡына ҡыҙ.
2. Тыржыҡ, йәмшек (танауға ҡарата). □ Курносый. Босоҡ танау. Босоҡ танаулы ҡыҙ.
БОСОНОЖКА [рус.] (Р.: босоножки; И.: open-toe sandals; T.: sandalet) и.
Асыҡ-тишек тирәсле йәйге еңел аяҡ кейеме. □ Босоножка, босоножки. Аҡ босоножка. Босоножка кейеп йөрөу. Босоножка һатып алыу. ■ [Фәриҙә] бөгөн урманға сыҡмаҫ булғас, ҡупшы итеп кейенгән: итәге тубыҡ өҫ яғынан ғына ҡара юбка, еңһеҙ аҡ блузка, ялан аяғында — ап-аҡ босоножка. Н. Мусин.
БОСС [рус. < ингл. boss] (Р: босс; И.: boss; Т.: patron) и.
1. Хужа, етәксе, башлыҡ. □ Босс (начальник).
2. Эре предприятиеның, акционерҙар йәмғиәтенең етәксеһе, хужаһы. □ Босс (хозяин, руководитель предприятия).
3. АҠШ-тың профсоюз лидеры. □ Босс (профсоюзный лидер в США).
БОСТАН [фарс, и^-ч] (Р: сад; И.: orchard; T: bostan) и. кит.
Баҡса. □ Сад. Гөл бостаны. Еләк-емеш бостаны. Я Һауаларҙа осҡан аҡҡош әйтә: ағас башы беҙгә бостан, тип. Йырҙан. • Бостан байлыҡ, бер айлыҡ. Мәҡәл.
БОСТАНСЫЛЫҠ (бостансылығы) (Р: бахчеводство; И.: watermelon, melon and gourd growing; T: bostancılık) и.
Ҡауын-ҡарбуз баҡсасылығы. □ Бахчеводство. Бостансылыҡ шөғөлө. Бостансылыҡ менән ҡыҙыҡһыныу.
БОСТОҠ (бостоғо) и. ҡар. остоҡ I. Ҡағыҙ бостоғо. Бәләкәй генә ер бостоғо.
БОСТОН [рус. < ингл. Boston ‘ҡала исеме’] (Р: бостон; И.: Boston; T.: kumaş türü) и.
1. Юғары сифатлы йөн туҡыма. □ Бостон (ткань). / Бостоновый. Бостон ко
стюм. ■ Элек беҙ бит кейә инек еңһеҙ камзул һәм елән. Улар урынына хәҙер бостондан костюм кейәм. Бәйеттән. [Ғаяз:] Яңы ғына һатып алған бостон костюмымды бында килгәс кейгәнем юҡ ине. Н. Мусин.
2. Кәрт уйыны. □ Бостон (карточная игра).
3. Вальс бейеүенең төрө. □ Бостон (танец).
БОСТОНКА [рус.] (Р: бостонка; И.: printshop machine; T.: matbaa tezgâhı) и. no-лигр.
Типография станогы. □ Бостонка. Бо-стонкала баҫып сығарыу.
БОҪ (Р: пар; И.: steam, vapour; T.: buhar) и.
1. Газ хәленә килгән шыйыҡлыҡ; ҡайнар һыуҙан күтәрелгән аҡ томан; быу. □ Пар (газообразная жидкость). Самауыр боҫо. Боҫо сығыу. Аш боҫо кутәрелә. Боҫ борҡорай. Сәйнуктең боҫо борҡорай. ■ һыуына башлаған өй ҡаҙанда ҡайнаған боҫ болото менән тулды. Т. Ғарипова. Айбулат ҡаҙан быуы, самауыр боҫо менән йылынған өйөндә .. турҙә аяҡ салып, ғаиләһе менән ыумас эсеп ултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
2. Йылы һауа менән һыуыҡ һауа аралашҡанда барлыҡҡа килгән ҡуйы аҡ томан. □ Пар (туман). Ишекте асыу менән өйгә боҫ тулды. Тәҙрә ектәренән боҫ сыға. И Ҡыҙҙар, йылы боҫо сығып ятҡан еуеш ҡомға ялан аяҡтары менән ваҡ ҡына нәфис мөһөрҙәр баҫа-баҫа, кисеугә табан йугерҙеләр. 3. Биишева. Боландары ла, тыңлаусан рәуештә баштарын тубән эйеп, тынып ҡалған, танауҙарынан төтөн шикелле боҫ бөркөлә. Н. Мусин.
БОҪАРЫУ (боҫар-) ҡ. диал. ҡар. боҫланыу. Тәҙрә боҫарып тора. Я Таиба әбей тирләп боҫарған тәҙрә быялаһы утә ни-ҙәрҙер курергә теләгән һымаҡ, бик оҙаҡ тышҡа ҡарап, тынып ултырҙы. 3. Биишева.
БОҪҠАҠ I (боҫҡағы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
339