БОҪҠАҠ
Әй башҡорттары аймағы. □ Бускак (название родового подразделения башкир-aû-линцев). Боҫҡаҡ аймағы башҡорто.
БОҪҠАҠ II (боҫҡағы) и. диал. ҡар. босҡаҡ. Ҡағыҙ боҫҡағы. ■ Бынау урман боҫҡаҡтары араһына дошманға белдермәй нисек самолёт төшөрәһең дә, кескәй генә отряд уны нисек һаҡлай алһын. Ә. Хәкимов.
БОҪҠОН (Р.: засада; И.: ambush; Т.: tuzak) и.
1. Йәшерен урынлашҡан һаҡ, йәшерен ҡарауыл. □ Засада. Боҫҡонда ятыу. Боҫҡон ҡуйыу. ■ Айҙар менән Нияз, икеһе ике йылға башына аттарын бәйләп, алғараҡ килеп, мылтыҡ менән боҫҡонға ултырҙылар. «Ағиҙел», № 9, 2010. Ат уйнар ерҙе Аҡташ хан уҙе алып торҙо, кейәуҙәрен төрлө әтрафҡа ете йөҙ мең ғәскәр менән боҫҡонға ҡуйҙы. М. Өмөтбаев.
2. Шул ҡарауылдағы кеше. □ Человек, находящийся в засаде. Боҫҡондар ҡуйыу. М [Тимашев:]Әһинуларҙың ҡайҙалыр боҫҡоно торғанлығына ысынлап ышанаһыңмы? И. Ноғоманов.
БОҪҠОНСО и. ҡар. боҫҡон 2. Боҫҡон-солар ҡуйыу. ■ Тимашевтың ауыр туптарын һөйрәп, башҡа кәрәк-яраҡ тейәлгән ылауҙар менән боҫҡонсолар йәшеренеп торған ҡаяларҙан уҡ атымы алыҫлыҡтағы ана шул юл буйлап рәткә теҙелеп утмәй сараһы юҡ. И. Ноғоманов.
БОҪҠОТОУ (боҫҡот-) ҡ. диал. ҡар. борҡотоу 1. Тәмәке боҫҡотоу.
БОҪҠОУ (боҫҡо-) ҡ. диал. ҡар. боҫрау 1. Самауыр боҫҡой.
БОҪЛАМА (Р.: компресс; И.: compress; T.: kompres) и.
Ауыртҡан, һыуыҡ тейгән ергә боҫлап, баҫырып һалған сепрәк. □ Компресс. Тамаҡҡа боҫлама һалыу.
БОҪЛАНЫУ (боҫлан-) (Р: испаряться; И.: evaporate; T.: buharlaşmak) ҡ.
1. Боҫҡа әүерелеү. □ Испаряться, превращаться в пар. Һыу боҫланып ҡайнай. Боҫланып картуф бешә.
2. Боҫлоға әйләнеү, боҫ менән ҡапланыу, боҫҡа солғаныу. □ Запотевать. Тәҙрә боҫланыу. Куҙлек боҫланған. ■ Әйтерһең дә, ул [Зәбир ағай] ерҙе, ошо мамыҡтай йомшаҡ, боҫланып, ярмаланып торған тупраҡты ҡосаҡларға иткән. Д. Бүләков. Әлеге һалдат минең ауыҙ-моронома көҙгөһөн ҡаплап, бер аҙ тотоп торған да, алып, тегеләргә курһәткән. «Ҡарағыҙ, туғандар: көҙгө боҫланған бит!» — тигән. Ш. Бикҡол. [Гөхфәт] бер аҙҙан тәҙрәгә өрҙө, тәҙрә боҫланды. Ғ. Хәйри.
БОҪЛО (Р: парной; И.: damp; T.: buharlı) с.
Боҫланып торған, боҫо булған. □ Парной, с паром. Боҫло аш. Боҫло һөт. Боҫло мунса. Боҫло баҫыу. • Боҫло ашты бора баҫма. Әйтем.
БОҪЛОҠ (боҫлоғо) (Р: отверстие для выхода пара; И.: vapour outlet; T.: buhar çıkarma deliği) u.
1. Самауыр, сәйгүн ҡапҡасындағы боҫ сыға торған тишек. □ Отверстие для выхода пара (у самовара, чайника). Самауыр боҫлоғо. Сәйнук боҫлоғо.
2. диал. Мейестән йылы сығыу өсөн яһалған тишек. □ Отдушина в печи. Мейес боҫлоғо.
БОҪОУ (боҫ-) (Р: таиться; И.: hide; T.: gizlenmek) ҡ.
1. Башты, кәүҙәне аҫҡа баҫып, йәшенеү. □ Таиться. Боҫоп ятыу. Мөйөшкә боҫоу. Мейес артына боҫоу. ■ Алтынбай ике төн атланы, көндөҙ ҡамыш, әрем араларында боҫоп ятты. 3. Ураҡсин. Кәмәләрен ҡамыш араһына йәшерҙеләр ҙә малайҙар, мурҙа тураһына килеп, курән эсенә боҫтолар. М. Кәрим. Ҡыу аҡ төбөндә осрашҡан кешенән ҡотолғас, Аҡһаҡ Буре балалары менән боҫоп ятҡан кәбәнде эҙләп китте. Ә. Хәкимов. Бөтә ерҙә тәбиғи булмағанса хафалы тынлыҡ хөкөм һөрә. Ситән башында сыр-сыу килеп йәнгә тейә торған турғайҙар ҙа ҡайҙалыр китеп боҫҡан. 3. Биишева. Ҡасаһы кеше ҡасып, боҫаһы кеше боҫоп бөткәнсе сабыр иткән һалҡынса ел, шифер тубәләрҙе ҡалтыратып, ҡалайҙарын дөңгөрләтеп, яу-
340