БОТ
рындарын киреп бер ғәйрәтләнеп маташты ла тынды. Н. Мусин.
2. кусм. Шым булып, ситтә ҡалыу; ҡасыу. □ Таиться. Боҫоп ҡалыу. ■ Башҡалар туфан ҡалҡып ил һаҡларға китте, ә Ихсанбай боҫто, боҫҡан һайын һаҙға, ҡумырыҡҡа нығыраҡ сумды. Т. Ғарипова. Хас йомранса, өңдәренә кереп боҫто купме дуҫтар. М. Ғәли.
БОҪРАТЫУ (боҫрат-) (Р.: поднимать клубами; И.: raise vapour; T: buhar çıkartmak) ҡ.
Боҫ сығарыу, борҡоратыу. □ Поднимать клубами (о паре). Боҫратып аш бешереу. Боҫратып сәй ҡайнатыу. ■ Уғаса Миңлегөл ашъяулыҡ тушәне, табаҡҡа һалынған ике ҡорҙо боҫратып килтереп ултыртты. Н. Мусин.
БОҪРАУ (боҫра-) (Р: подниматься клубами; И.: emit steam; T: buhar çıkarmak) ҡ.
1. Боҫ борҡоу, борҡорау. □ Подниматься клубами (о паре). Боҫрап аш бешә. Самауыр боҫрап ҡайнай. ■ Ул [Торомтай] әйләнеп инеп, юл хәрездәрен ҡутарырға ла өлгөрмәне, ишектә боҫрап торған самауыр кутәргән берәу куренде. Н. Мусин. Бишбармаҡтар боҫрамағас, тирмәнең китте ҡото. Т. Ғәниева.
2. ҡар. боҫланыу 2. Тәҙрә боҫрай. Ишек боҫрай.
3. диал. ҡар. быуланыу 1. ■ Баяғы ҡалҡыулыҡ, ҡояш нурында боҫрап, төтәй башланы. Д. Бүләков. Боҫрап ятҡан дымлы ер еҫенән икмәк тултырғандай урттарым. Р. Ғарипов. Мәреу ҡарҙың куҙәнәктәре мөлдөрәй, ҡалҡыу урындарҙа асылған ҡап-ҡара ер боҫрап ята, йәнәшәләге өйҙөң һарайы алдында ҡолон инәһенә иркәләнә. А. Абдуллин.
БОҪТАШ БУЛЫУ (боҫташ бул-) (Р: пропадать; И.: disappear; T: kaybolmak) ҡ. диал.
Юғалыу, юҡҡа сығыу. □ Пропадать, исчезать. // Исчезновение. Теге малай боҫташ булды.
БОҪТАШ ИТЕҮ (боҫташ ит-) (Р: навредить; И.: do harm; T: zarar vermek) ҡ. диал.
Зыян-зарар килтереү. □ Навредить. Ҡара баланы, берәй нәмәне боҫташ итеп ҡуймаһын.
БОҪТОҠ р. ҡар. бөтөнләй 5. Боҫтоҡ та бошонмай.
БОҪТОРОУ (боҫтор ) ҡ. йөкм. ҡар. боҫоу, понуд. от боҫоу. Мин ҡустымды мейес аҫтына боҫторҙом. • Аш хурлама — ҡоҫторор, ир хурлама — боҫторор. Мәҡәл. «Табамын» тип ашама, куп ашаһаң ҡоҫторор, «беләмен» тип һөйләмә, куп һөйләһәң боҫторор. Мәҡәл.
БОТ I [дөйөм төрки бут ‘бот, аяҡ; бот араһы’] (Р: бедро; И.: thigh; Т: but) и.
1. анат. Аяҡтың тубыҡтан өҫкө өлөшө. □ Бедро. / Бедренный. Бот һөйәге. Бот ауыртыу. ■ Зөһрә, әбейҙең һуҙен йыҡмау өсөн ихлас ҡына сыҡҡайны ла, лапаҫ эргәһенә һарыҡты йығып, уның ботон бәйләп маташҡан Ғәлимде кургәс, ҡапыл тәне ытырғанып туҡтаны. Н. Мусин. Сөләймән, бот төбөнән көрт йыра-йыра, ситән һарайҙың ҡабыҡтан ҡыҫып яһалған ҡапҡаһына барып еткәнсе тасын ҡаҡты.
3. Ураҡсин. Бына курше Хәсән ағай һыңар аяғын бот төбөнән ук ҡалдырып ҡайтты.
3. Биишева. Трактор туҡтағас, Салауат һаҙ итегенең ҡуңысын бот төбөнә тиклем тартып кейҙе лә һыуға һикерҙе. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡош-ҡорттоң, хайуандарҙың бот өлөшөндәге ите. □ Ножка, окорок (птицы, животных). Артҡы бот. Алғы бот. Һыйыр бото. Тауыҡ бото. Ҡаҙ бото. ■ Йомортҡа, картуф, ҡаймаҡ, алма һуты, ҡаҙ бото, икмәк сумкала. Ф. Янышев.
3. ҡар. аяҡ I, 2. Өҫтәлдең бото һынған. Ултырғыстың бото ҡыҫҡа. Был диванды тәгәрмәсле ботонан шылдырып йөрөтөп була.
♦ Ат дағалағанда баҡа (тәлмәрйен) ботон ҡыҫтырған мөһим эш башҡарғанда ҡыҫылып маташҡан кешегә ҡарата мыҫҡыллап әйтелә. □ Вмешиваться не в своё дело, назойливо стремиться принять участие в чём-либо. ■ Ул [Ғәзиз ағай] аяҡ аҫтында
341