БОТ
уралған йорт ҡарауылсыһы Дурткуҙҙе: «Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған тигәндәй, кит бар ояңа, ҡамасаулама», — тип шелтәләп тә алды. «Башҡортостан», 6 сентябрь 2009. Бот буйы бик бәләкәй кәүҙәле (бала кешегә ҡарата әйтелә). □ Ростом с ногу (обычно о ребёнке), соотв. От горшка два вершка. К Ир затының көслөрәк икәнен бот буйы малай ҙа белә. М. Кәрим. Хәҙер Шәурә — бот буйы Ирғәлегә кәләш, янып һөйгән кешеһенә — килен. Б. Бикбай. Беҙҙең ауыл аша телефон сыбығы һуҙҙылар. Минең кеуек бот буйы малайҙарҙың тубәһе куккә тейҙе. И. Абдуллин. Бот буйы бала уҙенән ҙур кунәк кутәргән дә йомран тоторға бара. Ғ. Әмири. Бот күтәреп ятыу ваҡытты бушҡа уҙғарыу, бер ни ҙә эшләмәү. □ Лодырничать, бездельничать. ■ [Мөҡсин:] Бына мин етмештә булһам да, бер ҙә бот кутәреп өйҙә ятмайым. «Йәшлек», 20 август 2011. [Байрамғол:]Әммә ләкин еңел-елпе эш көтөп, йә хәҙер беҙҙең елкәнән ыҙа төштө тип, ҡулынан аҙмы-купме эш килерҙәй кешегә бот кутәреп өйҙә ятырға иртәрәк әле, минеңсә. Н. Мусин. Бот сабып көлөү 1) мыҫҡыл менән рәхәтләнеп көлөү. □ Валяться, кататься со смеху, смеяться с издёвкой. ■ Бөтә донъя тик уға ҡарап, уны ғына куҙәтеп тора һымаҡ, әгәр саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы, ярамағанды ҡыландыңмы, хәҙер бөтәһе бот сабып көлә башлар, шул көлөу менән уны тамам тапап-иҙеп ташлар кеуек тойоу арҡаһында тыуған был ҡылыҡ ысынлап та кескәй Емештең шатлығын быуып тора ине. 3. Биишева. Был хәбәрҙәрҙе ишеткәс, Усман Әхмәҙиҙән бот сабып көлдө, уны усәп бөтә алманы. Ж. Кейекбаев. [Байгилде] бөт сабып, һаһылдап көлөп ебәрҙе. Ә. Хәкимов; 2) аптырау, иҫ китеү. □ Удивляться. 1 Быға бөгөн ниндәй зәхмәт ҡағылған әле, — тип бот сапты бисәһе. Н. Мусин. Атаҡ, атаҡ, — Мәликә бот сапты, — эштең ғәрлеге барҙыр шул? А. Хамматов.
БОТ II [рус. пуд] (Р.: пуд; И.: pood; Т.: 16,38 kiloluk bir Rus ağırlık ölçüsü) и.
Ауырлығы 16,38 килограмға тигеҙ булған ауырлыҡ үлсәү берәмеге. □ Пуд. / Пудовый. Бер бот картуф. Ике бот бойҙай.
■ [Кусәрбай:] Ҡоҙаға ауыр булһа ла, туйға өс бот бал булһа, бигерәк тә килешер ине. М. Буранғолов. [Һолтанбай] йәшәрен йәшәгән, егерме бот ит сыҡмалы айыуҙы куҫәкләп көс-хәлгә тау тубәненә табан ауҙарып, икенсе яҡ ҡабырғаһын тунағанда бер нисә тапҡыр ултырып хәл йыйҙы, яурыны аша уралған кулдәкте ҡыҫыбыраҡ тартты. Н. Мусин. Һәләуектә беҙ атайым менән бер бот самаһы ауырлыҡтағы ҡыҙыл балыҡтар тота инек. «Ағиҙел», № 10, 2010.
♦ Бото бер тин баһаһы түбән, бер ни тормай. □ Дешёвый, малозначительный, доел. Пуд — копейка, соотв. Дешевле пареной репы, грош цена в базарный день. ■ Хәрби хеҙмәткә тиклем, беҙҙең өсөн ҡыҙҙарҙың бото бер тин, тигән һымағыраҡ танау сөйөп йөрөгән егеттәр ҙә .. ҡыҙҙарға яҡыныраҡ булырға ымһынып, тансаға өйрәнәләр. Н. Мусин.
БОТ III [фарс. ^j] (Р: идол; И.: idol; Т.: put) и.
Мәжүсиҙәр табына торған һын. □ Идол, истукан. Ботҡа ҡарап табыныу. Өй мөйөшөндәге бот.
БОТ IV [рус. < гол. boot] (Р: бот; И.: boat; T.: bot) и.
Бәләкәй судно. □ Бот.
БОТА и. диал.
1. ҡар. бута I.
2. ҡар. билғау.
3. Сигелгән оҙон билбау. □ Длинный вышитый кушак из ткани. Билгә бота урау.
■ Аяғыңда йәшел ҡатаһы, билкәйеңдә ебәк ботаһы. Халыҡ йырынан.
БОТАҠ (ботағы) [дөйөм төрки бут-аҡ ‘ботаҡ’] (Р: ветвь; И.: branch; T.: budak) и.
1. Үҫемлек һабағынан сыҡҡан үҫенте. □ Ветвь, ветка; сук, сучок. Ҡайын ботағы. Ҡороған ботаҡ. Ботаҡ ебәреу. Ботаҡ ҡырҡыу.
342