Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 343


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОТАМА
■ Тирә-яҡ тып-тын, таң еле иҫеп үткәндә ағас ботаҡтары бер-береһенә тейеп, әкрен генә шыптырлатып ҡуя. Н. Мусин. Биш ырыу именлегенә бағышлап салынған биш үгеҙҙе шунда уҡ тунанылар, эс-ҡарындарын ағас ботаҡтарына элеп, таш өҫтәренә һалып сыҡтылар. 3. Ураҡсин. Йәйләү>ҙә елдең эҙе лә булмаһа ла, бер урында йәш ботаҡтар һығылғылап, тирбәлеп ҡуя ине. 3. Биишева. • Насар ағас ботаҡҡа үҫә. Әйтем.
2. диал. ҡар. тамыр 5. Ботаҡтарында шундай кешеләр бар.
♦ Күҙ тигәнең ботаҡ тишеге ярһыуҙан йәки иғтибарһыҙлыҡтан бер ни күрмәгән, тапмаған кешегә ҡарата. □ Ничего не видеть (о сильно разъярённом или увлёкшемся чем-л. человеке). ■ Их Ғилман, Ғилман, маңлайыңда күҙ түгел, ботаҡ тишеге һинең. Д. Бүләков. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе — ботаҡ тишеге күңелең менән тоймағас, күренеп торған нәмәгә иғтибар итмәү. □ Если не видят глаза души, то глаза на лбу видят не больше, чем дыры от сучков. ■ [Әшрәф:] Күңел күҙе күрмәһә, мацлай күҙе — ботаҡ тишеге, тиҙәр. Ә ҡайһы төштәрәк икән ул күңел күҙе? Г. Яҡупова.
БОТАҠЛАНЫУ (ботаҡлан-) (Р.: ветвиться; И.: arborize; T.: budaklanmak) ҡ.
Ботаҡ ебәреү, тармаҡланыу. □ Ветвиться, разветвляться. // Ветвление, разветвление. Ағас ботаҡланды. Алмағастар ботаҡланып үҫеп китте. ■ Баяғы таяҡ, үҫеп, .. ботаҡланып, япраҡланды. Т. Ялсығол.
БОТАҠЛЫ (Р.: ветвистый; И.: branchy; T.: budaklı) с.
Ботағы булған, ботаҡ ебәргән. □ Ветвистый; сучковатый, суковатый. Ботаҡлы имән. Ботаҡлы таяҡ. Ботаҡлы бүрәнә.
■ Ялан ситендәге төптән үк ботаҡлы ҡарағай төбөнә барып ултырҙыҡ. Н. Мусин. Урман араһына индем, юғары ҡараным. Һирәк, ботаҡлы ҡарағайҙар төҙ һәм юғары күтәрелеп үҫкәндәр. Д. Юлтый. Тауҙың биленә еткәс, Сәлимә туҡтаны, тегендә-бында
һибелепултырған селек, артыш ҡыуаҡтарын һайларға тотондо. Күрәһең, көслөрәк, йыуаныраҡ ботаҡлыһын табырға тырышты. Ә. Әминев. Ишек алдындағы тарбағай ботаҡлы ҙур ҡарама, тамырынан ҡубып, ҡапҡаға арҡыры ауғайны. Ә. Хәкимов.
БОТАҠЛЫ-САТАҠЛЫ (Р: сучкова тый; И.: snaggy; T.: budaklı) с.
Ваҡ-ваҡ ботаҡлы, ботаҡлы. □ Сучковатый, суковатый. Ботаҡлы-сатаҡлы ағас. ■ Капҡа урынында ботаҡлы-сатаҡлы бер кәртә генә. М. Кәрим.
БОТАҠ-САТАҠ I (ботаҡ-сатағы) (Р.: ветки и прутья; И.: branches and twigs; T.: budaklar) и. йыйн.
Һынған, ҡырҡылған ваҡ ағас. □ Ветки и прутья.Ботаҡ-сатаҡйыйыу.Ботаҡ-сатаҡ ярыу. Ботаҡ-сатаҡ яғыу. ■ Ул [Һолтанбай] ҡоланы ҡайын төбөнә ҡыҫҡа ғына итеп арҡанланы ла көндөҙ сәй ҡайнатырға әрәмәнән йыйып килтергән ҡыу ботаҡ-сатаҡты һындырғылап өйөп, араһына ҡоро бесән тығып, ут төртөп ебәрҙе. Н. Мусин.
БОТАҠ-САТАҠ II (Р: изредка; И.: rarely; T.: arada bir) р.
Һирәк-Һаяҡ. □ Изредка. Ботаҡ-сатаҡ күренеп ҡала. ■ Юҡ, ана, күк йөҙөн йыраҡ офоҡто телгеләп, йәнә ботаҡ-сатаҡ ялағай ялтланы. Д. Бүләков.
БОТАЛ АУ (ботала-) (Р: способ украшения коромысла; И.: way to decorate a beam; T.: süslemek) ҡ.
Көйәнтәне билдәле бер ысул менән биҙәү. □ Украшать коромысло (определённым способом). Көйәнтәне боталап биҙәү.
БОТАЛЫУ (ботал-) ҡ. төш. ҡар. ботау I. страд, от ботау I. Боталған ағас.
БОТАМА (Р: лесная просека; И.: cutting; T.: kesme) и. урм.
1. Урманда ағасы киҫелгән асыҡ урын. □ Лесная просека, подсека. Ботамаға килеп сығыу.
2. Ботағынан таҙартылған ағас. □ Дерево, очищенное от ветвей. Ботама өйөү.
343