БОТАНДЫ
БОТАНДЫ и. диал. ҡар. ботама 1. Бо-тандыны һөрөү.
БОТАНИЗИРКА [рус.] (Р.: ботанизирка; И.: box for collecting plants; T.: otlar toplama sepeti) u. a. x.
Үҫемлектәр йыйыу тартмаһы. □ Ботанизирка. Ботанизиркаға һалыу.
БОТАНИК I (ботанигы) [рус.] (Р.: ботаник; И.: botanist; T.: botanikçi) и.
Ботаника әлкәһендә эшләгән белгес. □ Ботаник. Ботаник булып китеү. Ботаник һәнәре. ■ Әшрәф иртүк Айыусы тарафына юлланғандыр, мин, Әлфиә апаның йәш ботаниктарына эйәреп, Ҡарауылтау үренә гербарий йыйырға барҙым. Г. Яҡупова.
БОТАНИК II (Р: ботанический; И.: botanical; T.: botanik) с.
Ботаникаға мөнәсәбәтле. □ Ботанический. Ботаник тәжрибәләр. Ботаник термин.
БОТАНИКА [рус. < гр. botanike < botane ‘үлән, үҫемлек’] (Р: ботаника.; И.: botany; Т.: botanik) и.
Үҫемлектәр тураһындағы фән. □ Ботаника. / Ботанический. Ботаника дәреслеге. Ботаника дәресе. Ботаника кабинеты. Ботаника уҡытыусыһы. Ботаника баҡсаһы. ■ Ҡыш көндәрендә саңғыла йөрөргә яратам. Бының өсөн Ботаника баҡсаһы эргәһендәге урмандан да матур урын юҡтыр, моғайын. «Ағиҙел», № 2, 2010. Юлайҙы бынан бер нисә көн элек ботаника дәресендә булып үткән тәртипһеҙлек тә борсоно. 3. Биишева.
БОТАРЛАНЫУ (ботарлан-) ҡ. төш. ҡар. ботарлау, страд, от ботарлау. Ботарланған ағас. ■ Сарыбай, ярҙам итеп кенә ҡалманың, — ти дуҫы, — хәлдән тайған ерҙә мине ботарлап ташларға әҙер торған йыртҡыстың теше-тырнағынан тартып алдың. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Тирәк юҡ инде. Ул, олоно тураҡланып, йәнһеҙ бүрәнәләр хәленә килгән, биниһая ботаҡтары ботарланған, әйтерһең дә, тауҙа елеп йөрөгән боланды атып йыҡҡандар ҙа кәүҙәһен киҫкеләп ырғытҡандар. Н. Мусин.
БОТАРЛАУ (ботарла-) [дөйөм төрки бута- ‘киҫкәләү’] (Р: рубить; И.: tear asunder; T.: parçalamak) ҡ.
1. Бот, ҡанатын, һөйәк-һаяғын айырғылау; өҙгәләү, йолҡҡолау. □ Рубить, разрубать; раздирать (на части). Ҡош түшкәһен ботарлау. Быуын-быуынынан ботарлау. ■ Йола буйынса, күмәкләп, табын ҡороп дүртәүләп, бары йәнде ботарлап, былар ашҡа ултырған. «Урал батыр». Ҡуҙыйкүрпәс Йондоҙ ҡашҡаһын ашатырға туҡтаған саҡтарында, атып алған боландың, ҡоралайҙың йәки ҡуяндың тиреһен тунап ботарлай ҙа ите көймәһен өсөн тоҙлоҡ һибә-һибә шешкә ҡаҙап ҡура. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Арыҫлан, ҡорбанын ботарлап, туйғансы ашаған да китеп тә барған. Т. Ғарипова. Төлкөнөң ҡорҙо, бүренең һарыҡ бәрәсен йә йәш ҡоралайҙы нисек ботарлауын йөҙ тапҡыр күргәнмендер. Ә. Хәкимов. Малай, шул ыңғай яңынан барып йәбеште лә, ти, аждаһаның мең башын мең яҡҡа ботарлап ташланы, ти. Әкиәттән.
2. Айырғылау, һындырғылау. □ Рубить, разрубать. // Рубка. Ағасты ботарлау. Китапты ботарлау. ■ Халыҡ быны аңлай, әлбиттә, шуға күрә Иштуған һыуһаҡлағыс төҙөлөшөнә теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо, әлегә тиклем кеше ҡулы ботарламаған хозур тәбиғәт мөйөшөн һаҡлап ҡалырға тырышты. «Ағиҙел», №9, 2010. Ҡаҙнабаев .. бер нәмәне иҫенә төшөрә алманы: диссертацияның ике данаһын да алып киткәйне. Береһен ботарланы, ә ҡайҙа ботарланы? Д. Бүләков. Иптәштәрең йыҡҡан ағасты йәһәт кенә ботарлай һалып, сыбыҡ-сабығын тейешле урынға күсереп өлгөрмәнеңме, күр ҙә тор, бүрәнәләрҙе оло юлға сығарыусы кешеләрҙең ҡулын тотаһың. Ә. Хәкимов. Тирәк үле, ә ниндәйҙер ят ҡиәфәтле, ят кейемле, ҡояшҡа янған ялпаҡ битле әҙәмдәр, йығылған ҡорбанын талаған йыртҡыс шикелле, ағасты ботарлауын, ту-раҡлауын белә. Н. Мусин. Хәбибулла менән Миңлеғәле эш башланы. Улар, йыуан-йы
344