Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 345


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОТЛОҠ
уан бер нисә ҡайынды йығып, ботарлаған ботаҡтарын йыйып яндырғас ҡына, шишмә һыуынан ҡайнатылған сәйҙе эсергә ултырҙылар. Я. Хамматов.
БОТАТЫУ (ботат-) ҡ. йөкм. ҡар. ботау. понуд. от ботау. Ағас ботатыу. ■ Ә йәш хужа ана-а-а тегендә, яр буйында, әрәмә бо-тата. Н. Мусин.
БОТАУ I (бота-) (Р.: обрубать сучья; И.: lop off; T.: budamak) ҡ.
1. Ҡырҡылған ағасты ботаҡтан таҙартыу. □ Обрубать сучья. // Обрубание сучьев. Имән ағасын ботау. ■ Шунан һуң Сынтимер, бик йыуан керәштәрҙе бота-май-нитмәй арбаһына тейәне, ти. Әкиәттән. [Ғәлиә / балтаһын ирҙәрсә ҡолас ташлап саба, ботаҡ төбөн шыма итеп, һалабашты ҡуптарғанда эләкмәҫлек итеп ботай. Н. Мусин. Ағасты ботайҙар, осон, төбөн ҡырҡып ташлайҙар. «Шоңҡар», № 9, 2010. [Әсләмдең] атаһы ҡоро ағастарҙы бысып ауҙара. Ботаҡтарын ботай. Ф. Иҫәнғолов.
2. урм. Ағастан таҙартыу. □ Подсекать. // Подсекание, подсечь. Урманды ботау. ■ Урманды ботап, сабынлыҡтар яһанылар. «Урал», 3 февраль 2011. Тора-бара Ситйылға яланы ҙурайҙы, ауыл тирәһе лә ялан булды. Ундағы ағастарҙы ботанылар. Ж. Кейекбаев.
БОТАУ II (бота-) ҡ. диал. ҡар. матау. Айғырҙы ботау. Арбаны ботау.
БОТИК (ботигы) [рус.] (Р.: ботик; И.: Argonaut; T.: deniz hayvanı) и. зоол.
Бөтә йылы диңгеҙҙәрҙә һәм урта диңгеҙҙә йәшәүсе һигеҙаяҡтар отрядына ҡараған хайуан; аргонавт, аргонавт-һигеҙаяҡ. □ Ботик £лат. Argonaut а). Ботик ҡабырсаҡтары. Диңгеҙҙәге ботиктар.
БОТИЛЬОН [рус. < фр. botte ‘итек’] (Р: ботильон; И.: kind of shoes; T.: ayakkabı) и.
Бәкәлде ҡаплап торған, туфлиҙан бейегерәк, үксәле ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейеме. □ Ботильоны.
БОТИНКА [рус. ботинки < фр. bottinel < botte ‘итек’I (Р: ботинки; И.: boot; T.: bot) и.
Ҡыҫҡа ҡуныслы, баулы, төймәле йәки молниялы аяҡ кейеме. □ Ботинок, ботинки. Балалар ботинкаһы. Саңғы ботинкаһы. Ботинка кейеу. Ботинка һатып алыу. ■ Бына бәлә, рәйес һуҙен һис башлай алмай: танауын тарта, ботинка баштарын бер-береһенә ышҡый, әйтерһең дә, ауыл юҡлығына ул ғәйепле. Ә. Әминев.
БОТКҮНӘК (боткүнәге) и. диал. ҡар. ботлоҡ II.
БОТЛАН [ғәр. û^-k)] (Р: ложный; И.: false; T.: yalan) с. иҫк.
Ялған, яңылыш. □ Ложный, ошибочный. Ботлан булыу.
БОТЛАП (Р: пудами; И.: by poods; T.: 16,38 kiloluk bir Rus ağırlık ölçüsü) p.
Бото-бото менән. □ Пудами. Ботлап таратыу. Ботлап һатып алыу.
БОТЛАУ I (ботла-) (Р: защищать; И.: defend; T.: korumak) ҡ.
Кемдеңдер эш, ҡылығын кеше алдында яҡлау, аралау, ҡурсалау. □ Защищать кого-л., заступаться. Бәләкәйҙәрҙе ботлау. Ҡурҡма, ботларбыҙ һине.
БОТЛАУ II (ботла-) ҡ. диал. ҡар. ҡатлау I. Еп ботлау.
БОТЛОҠ I (ботлоғо) (Р: пудовка; И.: vessel of one pood capacity; T: bir kap türü) и.
Бер бот (II) нәмә һыйышлы һауыт. □ Пудовка (сосуд вместительностью в 1 пуд). Ботлоҡҡа һалыу.
БОТЛОҠ II (ботлоғо) (Р: сосуд; И.: vessel made from animal skin; T.: kap türü) и. этн.
Малдың артҡы бот тиреһенән тегелгән күн һауыт. □ Сосуд, изготовленный из шкуры задних конечностей лошади или коровы. Ботлоҡтар тегеу.
БОТЛОҠ III (ботлоғо) (Р: боковые ремни шлеи; И.: breast band straps; T.: koşum takımında yan kayışlar) u.
Ышлыяның янбаштан ике яҡлап төшкән ҡайыштары. □ Боковые ремни шлеи. Ботлоҡ шартлап өҙөлөп китте.
БОТЛОҠ IV (ботлоғо) (Р: специальное место у печки для вещей; И.: special place by
345