Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 347


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОШОНҠОЛАНЫУ
Ат саҡырғанда ҡулланылған һүҙ. □ Мох-мох (возглас подзыва лошадей). Бох-бох тип ат саҡырыу.
БОХОЛДАТЫУ (бохолдат-) ҡ. диал. ҡар. һимертеү.
БОҺАЛАҠТАЙ (Р.: крупный; И.: robust; T.: kocaman) с. диал.
Ҙур кәүҙәле, уҫлаптай. □ Крупный, здоровенный, несуразно большой. Боһалаҡтай малай. Боһалаҡтай ул үҫтерә.
БОҺОЛДАҠ (боһолдағы) (Р.: дымарь;
И.: smoker; T.: körük) и. диал.
Төтәткес. □ Дымарь, окуриватель. Бер аҙға ғына боһолдағыцды биреп тор әле.
БОҺОЛДАТЫУ (боһолдат-) ҡ. диал. ҡар. төтәҫләү 1. Солоҡ ҡорттарын боһолда-тыу. Боһолдатып айыуҙы өңөнән сығарыу.
БОШАЛАНДЫРЫУ (бошаландыр-) (Р.: беспокоить; И.: disquiet; T: endişelendirmek) ҡ.
1. Ныҡ бошондороп, тынысһыҙлау. □ Беспокоить, тревожить. Уйҙар бошаландыра. Был мәсьәлә мине бик бошаландыра.
2. эй. ф. ҡар. бошаланыу. Төндә бошаландыра. Тыуған яғымдан ситкә китһәм бошаландыра башлай.
БОШАЛАНЫУ (бошалан-) (Р.: беспокоиться; И.: be anxious; T: endişelenmek) ҡ.
Ныҡ бошоноп, тынысһыҙланыу; борсолоу. □ Беспокоиться, тревожиться. // Беспокойство, тревога. Балаһы өсөн бошалана. Һаулығы өсөн бошалана. ■ Емеш күлдәгенә йәбешкән үләндәрҙе ҡаға-ҡаға тороп баҫты: «Уй алла, ҡалай эҫе булып китте... Мырҙам да бошаланып бөттө... Уға һөт эсереп, йоҡлатып сығайым әле». 3. Биишева.
БОШАМАНЛАНЫУ (бошаманлан-) ҡ. ҡар. бошонҡоланыу. Бошаманланып йөрөү. Бошаманланып йоҡлай алмай ятыу.
БОШМАН I с. диал. ҡар. бошонҡо. Бошман хәлдә йөрөү. Бошман ҡиәфәт.
БОШМАН II (Р: название одного из родов башкир; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ингән башҡорт ырыуының исеме. □ Бушман (название башкирского рода). Мин бошман башҡорто булам. ■ Ырыҫҡол үҙенең ышаныслы кешеләрен Эйек, Һүрәм, Себенле, Юшатыр буйҙарында йәшәгән үҫәргәндәргә, сәңкем-дәргә, бошмандарға, түңгәүерҙәргә лә ебәреп ҡараны. 3. Ураҡсин.
БОШМАҪ (Р: беспечный; И.: carefree; Т: ihmalkar) с.
Бер нәмәгә лә иҫе китмәгән, көйә белмәгән, вайымһыҙ; моңһоҙ. □ Беспечный, беззаботный. Бошмаҫ халыҡ. ■ [Шәүрә] ғәҙәтенсә, бик белдекле кеше булып, әкиәт һөйләгәндәй еңел, бошмаҫ, аптырамаҫ тауыш менән һөйләп алып китте. 3. Биишева.
БОШОҒОУ (бошоҡ-) ҡ. диал. ҡар. бошоноу. Бошоғоп йөрөү. Бошоғоп йоҡлай алмай ятыу. • Һуҡырға тошоҡма, тошоҡһаң бошоҡма. Мәҡәл.
БОШОНДОРОУ (бошондор-) (Р: наводить уныние; И.: depress; T: içi kararmak) ҡ.
1. Күңелһеҙ уй-тойғоға төшөрөү. □ Наводить уныние, тоску. Хәбәр әсәне бошондорҙо.
2. ҡар. борсоу I, 1. ■ [Зилбәрҙе] һөйгәненең үтә саялығы ғына бошондора, уны күргән һайын йөрәге дөп-дөп тибә, был көн иң бәхетле, иң шатлыҡлыһы була. 3. Ураҡсин. Байрас та был ваҡытта, ағаһына тишерҙәй булып ҡарап, өләсәһе янында тора, ул да үҙенсә ошо минутта үҙен ҡаты бошондорған бер һорауға яуап эҙләй ине. 3. Биишева.
БОШОНҠО (Р: грустный; И.: sad; Т: üzgün) с.
Күңелһеҙ уй-тойғоло; бойоҡ. □ Грустный, унылый. Бошонҡо ҡиәфәт. Бошонҡо булыу. ■ Ғәҙәттә бер нимәгә лә иҫе китмәгән вайымһыҙ Шәүрә лә бөгөн бошонҡо, баҫалҡы күренә. 3. Биишева. [Кәримә:] Ниңә улай бошонҡо күренәһең, ҡыҙым? Н. Мусин.
БОШОНҠОЛАНЫУ (бошонҡолан-) (Р.: грустить; И.: be sad; T.: üzülmek) ҡ.
Бошонҡо хәлгә төшөү. □ Грустить, унывать. Бошонҡоланып йөрөү. Бошонҡоланып
347