БОШОНҠОЛОҠ
китеу. ■ Закир бошонҡоланып тургә уҙҙы.
3. Биишева.
БОШОНҠОЛОҠ (бошонҡолоғо) (Р.: грусть; И.: sadness; T.: üzüntü) и.
Бошонҡо хәл. □ Грусть, уныние. Куңел бошонҡолоғо. Бошонҡолоҡ баҫыу. ■ Кыҙҙың уҙ эргәһенә килеп, шулай төпсөнөп һораша башлауы Ғәлимдең куңел бошонҡолоғон ҡапыл таратты. Н. Мусин. [Шәурә] унан уҙ ҡылығына һис тә хас булмаған бошонҡолоҡ менән ауыр итеп көрһөнөп ала. 3. Биишева.
БОШОНОУ (бошон-) (Р.: испытывать грусть; И.: feel sad; T.: üzülmek) ҡ.
Күңелһеҙ уй-тойғоға бирелеү; күңелһеҙләнеү. □ Испытывать грусть, унывать. Юҡ-барға бошоноу. Бошоноп уйланыу. ■ Абыстай уйланып, аҙ ғына бошоноп ултырҙы ла тағы йәнләнеп һуҙгә кереште. 3. Биишева. «Юҡты бушҡа бушатып ят инде», — тип бошоноп ҡуйҙы Яҡуп. М. Кәрим.
БОШОРҒО Л АНЫУ (бошорғолан-) (Р: беспокоиться; И.: be uneasy; T.: endişelenmek) ҡ.
1. Тыныслыҡ тапмай, маҙаһыҙланыу; ныҡ бошоноу. □ Беспокоиться. Бошорғола-нып йоҡлай алмай ятыу. ■ Батша ни эшләргә лә белмәй, бик бошорғолана. Әкиәттән.
2. Кәйефһеҙләнеү, көйһөҙләнеү. □ Быть не в настроении, хандрить; капризничать. Бала бошорғоланып тора. Хужаның бошор-ғоланыуын куреп хеҙмәткәрҙәр ҙә тынып ҡалды.
БОШОРОУ (бошор-) (Р: наводить грусть; И.: depress; T.: üzüntü vermek) ҡ.
Күңелһеҙ ауыр тойғоға төшөрөү; бошондороу. □ Наводить грусть, уныние. Йонсоу көндә ауырыуҙы төрлө уйҙар бошора башлай.
♦ Эс(те) бошороу 1) күңелһеҙ, ауыр тойғоға төшөрөү. □ Наводить уныние, грусть; угнетать, подавлять. Көҙгө ямғыр эсте бошора. Төрлө уйҙар эсте бошора. ■ һуңғы дәрестәр эс бошорғос яй утә. Яр. Вәлиев. Сыуал артында сиңерткәнең өҙөп-өҙөп сырылдауы эс бошорғос тынлыҡты боҙа. Н. Мусин; 2) асыуға тейеү, йәнде көйҙөрөү.
□ Раздражать. ■ Ләкин Тимер йоҡлай алманы. Берҙән, яңы дәрттәр ашҡындыра уны, икенсенән, Шәрәфтең ҡаты хырылдауы эсен бошора. Б. Бикбай.
БОШОУ (бош-) (Р: унывать; И.: lose heart; T: üzülmek) ҡ.
Күңелһеҙ, ауыр тойғоға төшөү; хәсрәтләнеү, ҡайғырыу. □ Унывать, горевать. // Уныние. Бошоп та бирмәу. ■ Кустыңдың танау аҫтынан Моратшалар ҡыҙын тартып алып яталар, ә һин бер боҫтоҡ та бошмайһың. Һ. Дәүләтшина. Ул затлы тирене кейгән булмағас, ҡайғыра торғаны юҡ, байҙар бошһон инде, — тип һуҙгә ҡушылды Иштән ҡарт. 3. Ураҡсин. Әгәр алдай икән тормош, асыуланма, бошма һин, ҡайғылы көн менән килеш, шат көн килер, ышан һин. Б. Бикбай.
♦ Эс бошоу 1) күңелһеҙ, ауыр тойғоға төшөү; яманһыулау. □ Грустить, печалиться. һине курмәй торһам, әсем боша. ■ Яҙғы йәшел ерҙең төҫө уңғанын, һыуыҡ һуғып, урмандарҙың туңғанын куреп куңелең, әсең бошор, һарғайып, япраҡтар төшөп ерҙә һулығанын. М. Аҡмулла. Байрас та инде, эсе бошоп, урамға һалмаҡ ҡына ябырылған ҡар кубәләктәренә ҡарап тынып ҡалды. 3. Биишева. Миңлегөл иһә, ҡайһы саҡта, яңғыҙ ҡалдымы, эсе бошоп киткән мәлдәрҙә, уҙ һандығын аса ла йәшергән еренән Романдың буләген алып йөҙөктө кейә. Н. Мусин; 2) асыу килеү, йән көйөү. □ Раздражаться, быть недовольным.
БОЦМАН [рус. < гол. bootsman < boot ‘кәмә’, man ‘кеше’] (Р: боцман; И.: boatswain; T.: başporsun) и. хәрб.
Диңгеҙ флотында кесе командирҙар составынан караптың хужалыҡ эштәре командаһына етәкселек иткән кеше. □ Боцман. / Боцманский. Боцман булып хеҙмәт итеу.
БОЧКА [рус.] и.
1. ҡар. мискә.
2. Юғары пилотаждың береһе. □ Бочка (высший пилотаж).
БО (Р: му; И.: moo; T.: böğrme) оҡш.
348