Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 350


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨГӨЛӨҮСӘН
тан бөгөлгән ян һәм еҙ айҡыслы уҡты һалды. Н. Мусин. Сағандан бөгөлгән зәңгәр дуға ла, кун кәпләгән ҡамыт та, еҙле ыңғырсаҡ та уҙәк өҙөп төрөп ҡалды. М. Кәрим.
2. Һығылып, кәкре хәлгә килеү; кәкрәйеү. □ Гнуться. Елгә ағас бөгөлә. ■ Бөгөлөп кенә, һығылып ҡына уҫә икән һыу бутайҙарының талдары. Бәйеттән.
3. Быуын тәңгәленән ҡуҙғалыу. □ Гнуться, сгибаться. Ҡулдар бөгөлгән.
4. Ос йәки баш яҡ менән аҫҡа табан иңкәйеү; эйелеү. □ Гнуться, сгибаться. □ Бөгөлөп һыу алыу. Бөгөлөп тутәл утау.
5. Тура йүнәлеште үҙгәртеү (һыуға, юлға ҡарата). □ Извиваться, изгибаться (о реке, дороге и т. п.). Ҡыуаҡтар араһында юл бөгөлә.
6. кусм. Ауыр тәьҫиргә сыҙамай бирешеү.
□ Поддаваться, сдаваться, предаваться чему. Ауырлыҡтарға бөгөлөу.
♦ Бишкә бөгөлөү ярамһаҡланып, өлтөрәп тороу. □ Угодничать. Хужа алдында бишкә бөгөлөу. Бөгөлөп төшөү 1) кәкрәйеп төшөү. □ Наклоняться, нагибаться, гнуться. Ҡартайып бөгөлөп төшөу. ■ Ир-егеткәй-ҙәрҙе, йәше утһә, бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ. Р. Ғарипов; 2) сараһыҙ булып бирешеү.
□ Поддаваться, сдаваться. Ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшөу. ■ Ә оҙон буйлы, ҡаҡса яңаҡлы һәнәрсе тағы ла нәҙегәйеп, дуға кеуек бөгөлөп төшкән. 3. Биишева. Бирешмәйем, тип йөрөп ҡарайһың да бөгөлөп төшәһең шул ҡай саҡта. Р. Солтангәрәев.
БӨГӨЛӨҮСӘН (Р: гибкий; И.: supple; T: esnek) с.
Бөгөлә торған, бөгөлмәле. □ Гибкий, гнущийся. Бөгөлөусән сыбыҡ. ■ Арҙаҡлы ҡурайсы ҡыш көнө саңғы менән урманға сығып китә, ләкин муйыл һымаҡ тиҙ бөгөлөусән ағас таба алмай ҡайта. «Башҡортостан», 20 ноябрь 2010.
БӨГӨЛӨҮСӘНЛЕК (бөгөлөүсәнлеге) (Р: гибкость; И.: flexibility; T: esneklik) и.
Бөгөлөү һәләте. □ Гибкость. Тимерҙең бөгөлөусәнлеге. Металдың бөгөлөусәнлеге.
БӨГӨЛӨШ (Р: колено в танце; И.: figure; T: figür) и.
1. Тегеләй-былай бөгөлгән хәрәкәт.
□ Колено, коленце (в танце, пляске). Бер нисә бөгөлөш яһау.
2. диал. ҡар. бөгөл I. Һыу бөгөлөшө. Юл бөгөлөшө. Һуҡмаҡ бөгөлөшө.
3. кусм. Нескә боролоштар, үҙгәрештәр.
□ Изгибы, тонкие оттенки; переходы. Сәйәси бөгөлөштәр.
БӨГӨЛӘ-ҺЫҒЫЛА р. ҡар. бөгөлөп-һығылып. Бөгөлә-Һығыла көлөу. ■ Ҡарсыҡ .. биленә тиклем бөгөлә-һығыла, беҙгә изге теләктәр теләп, оҙатып ҡала. Д. Юлтый. Маһинур тайсаһында баш ҡоҫоп ултырған игендәргә, аунап-тәгәрәп бешеп ятҡан ҡарбуз-ҡауындарға, тәлгәштәре ана туге-ләм, бына тугеләм тип торған йөҙөмдәргә ҡарай ҙа, ауыр кәуҙәһен һәмгелдәтә-һәм-гелдәтә, бөгөлә-һығыла илай. Т. Ғарипова.
БӨГӨМ (Р: изгиб; И.: bend; T: kıvrım) и.
1. Бөгөлөп торған урын. □ Колено, изгиб. Торба бөгөмө.
2. ҡар. бөгөл I. Йылғаның бөгөмө. Юл бөгөмө.
3. диал. ҡар. бөкләм.
БӨГӨМЛӨ (Р: коленчатый; И.: cranked; T: kıvrımlı) с.
1. Бөгөмө (1) булған, бөгөлөп торған.
□ Коленчатый. Бөгөмлө вал. Бөгөмлө торба.
2. ҡар. бөкләмле.
БӨГӨН (Р: сегодня; И.: today; T: bugün)р.
1. Ошо, әлеге көн; был көн. □ Сегодня. Бөгөн булған хәл. Бөгөн ҡайтам. Бөгөн эшләп ҡуям. ■ Сәрбиямал әбей бөгөн ғәҙәттән тыш куңелле, кәрәккән һәм кәрәкмәгән урында ла кеткелдәп, бөтә ҡаҡса кәуҙәһе менән һелкенеп көлә. Н. Мусин. Бөгөн көн иртәндән томра, һауа тын, япраҡ һелкенерҙәй ҙә ел юҡ.
3. Ураҡсин. Оялманы Гөлбаныу, керпектәрен элеккеләй аҫҡа төшөрмәне: ул бит бөгөн ауылдың бөтә егеттәрен дә уҙенә ғашиҡ итергә килгән! Т. Ғарипова. Бөгөн иртән Ғәйзулла йылмайҙы, көн ҡояшлы килер әле, —
350