Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 351


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨГӨҮ
тип шаяртыусылар ҙа табылған, әлбиттә. Д. Бүләков. • Бөгөн менән көн бөтмәй. Әйтем.
2. Әлеге ваҡыт; хәҙер. □ Теперь, ныне, нынче. ■ Киләһе көндәребеҙҙе асығыраҡ төҫмөрләргә теләһәң, тарихҡа куҙ һал, бөгөн һәр аҙымыңды уйлап баҫ, айыҡ баш менән килер йылдарҙы байҡа, әҙәм балаһы. Н. Мусин.
♦ Бер бөгөн түгел гел генә, һәр ваҡыт.
□ Не один раз, всегда, постоянно. ■ Ә ел ысынлап ҡояш ҡалҡҡан яҡтан, ул шул тараф -тан йыш иҫә, бер бөгөн тугел. Б. Рафиҡов. Бөгөн булһын бөгөн дә, әле лә, һаман да.
□ Всё ещё. Ул хәлдәр бөгөн булһын иҫемдән сыҡмай. Бөгөн бында, иртәгә тегендә бер урында ғына тороп сыҙамаған, йөрөп ятҡан (еңел-елпе кеше тураһында). □ Сегодня здесь, завтра там (о легкомысленном, беззаботном человеке). Бөгөн килеп ошо көнгә еткәс. □ Только что. Бөгөн килеп ул минән ҡағыҙ таптыра.
БӨГӨНГӨ (Р.: сегодняшний; И.: today’s; T: bugünkü) с.
1. Был, ошо көнгө. □ Сегодняшний. Бөгөнгө тапшырыу. Бөгөнгө кис. ■ Бөгөнгө төндөң ғәҙәттән тыш кисерештәре, ҡатмарлы уйҙары баҫымында етди һәм утә баҫалҡы кеше булып өлгөргән Байрас ирҙәрсә сабыр, ауыр атлап тургә уҙҙы. 3. Биишева. «Яҡшымы, насармы — бөгөнгө көнгә тиклем йәшәнек бит, артабан да йәшәрбеҙ», — тине быға тиклем өндәшмәй ултырған сөгөлдөрсө Нәғимә. Ә. Әминев. • Бөгөнгө көрәгеңде ир-тәгәгә көрәгеңдән алда әҙерлә. Мәҡәл. Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма. Мәҡәл.
2. Хәҙерге ваҡыттағы; хәҙерге. □ Сегодняшний, нынешний, теперешний, современный. Бөгөнгө йәмғиәт. Бөгөнгө йәштәр. ■ Үҙебеҙҙең бөгөнгө яҙмышты уйлап, Нови-ковтар менән барасаҡ билдәһеҙ ауыр көндәрҙе иҫкә төшөрөп, куңел нескәрҙе. Д. Юлтый. Тал төбөнә ултырып, ҡарайым бөгөнгө донъяға. Ш. Бабич. Ҡая моронона тамырҙарын батырған меңйәшәр солоҡ, бөгөнгө хәлде асығыраҡ төҫмөрләу өсөн, тарихҡа куҙ һалырға
кәңәш иткәйне бит. Н. Мусин. • Бөгөнгө аҡыл иртәгәгә ярап та етмәй. Мәҡәл.
БӨГӨНГӨЛӨК (Р: достаточный на сегодня; И.: sufficient for today; T: bugünlük) c.
Бөгөнгә етерлек. □ Достаточный на сегодня. Бөгөнгөлөк аҙыҡ.
БӨГӨНГӨЛӘЙ (Р: как сегодня; И.: like today; T: bugünkü gibi) p.
Бөгөнгө кеүек. □ Как сегодня. ■ Бына бер саҡ, балыҡсылар ауылы янындағы тымыҡ ҡултыҡҡа, тап бына бөгөнгөләй, аҡ елкәнен елберҙәтеп, диңгеҙ карабы килеп туҡтай.
3. Биишева.
БӨГӨНГӘ (Р: на сегодня; И.: to date, at present; T: bugünlük)/?.
Бөгөнгө көн үткәнсә. □ На сегодня, на сегодняшний день. Бөгөнгә хуш булып тор. Бөгөнгә уҡырға китабыңды биреп тор әле. ■ [Насир:] Бынау осо куренгән таштарҙы соҡоп сығарайым әле, бөгөнгә шул етер ҙә, бәлки. 3. Ураҡсин.
БӨГӨНГӘСӘ (Р: до сегодняшнего дня; И.: till today; T: bugüne kadar)/?.
Бөгөнгә тиклем. □ До сегодняшнего дня. Бөгөнгөсә бесәнгә төшмәгәндәр.
БӨГӨН-ИРТӘН (Р: на днях; И.: one of these days; T: bugün yarın) p.
Ошо көндәрҙә, яҡын арала. □ На днях. һыйыр бөгөн-иртән быҙауларға тора. Бөгөн-иртән ураҡҡа төшәбеҙ.
БӨГӨНЛӨ-ИРТӘЛЕ р. ҡар. бөгөн-иртән. Бөгөнлө-иртәле һалдатҡа алынырға торабыҙ.
БӨГӨНЛӨК (Р: достаточный на сегодня; И.: sufficient for today; T: bugünlük) c.
Бөгөнгә етерлек. □ Достаточный на сегодня. Бөгөнлөк ризыҡ. Бөгөнлөк эш.
БӨГӨҢКӨРӘҮ (бөгөңкөрә-) (Р: слегка сгибать; И.: bend slightly; T: bükmek) ҡ.
Бөгә биреү, тағы бер аҙ бөгөү (ҡар. бөгөү). □ Слегка сгибать, гнуть. Йәйәңде бөгөңкөрәй бир. Көйәнтәһен бөгөңкөрәй бирҙе. Билен бөгөңкөрәп һыу ала.
БӨГӨҮ (бөк-) [дөйөм төрки бук- ‘бөгөү’] (Р: гнуть; И.: bend; T: bükmek) ҡ.
351