Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 352


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨГӨШ
1. Төҙҙән кәкре хәлгә килтереү; кәкрәйтеү. □ Гнуть, сгибать, изгибать. // Сгибание, изгибание. Ҡарама бөгөу. Муйыл бөгөу. Сана бөгөу. ■ Туҙҙан тауҙа дегет ҡайнаттылар, кумер уртәнеләр, дуға бөктөләр. Н. Мусин. Һары талды ла бит ел-дауыл аяуһыҙ ҡаға-һуға ергә бөгә. 3. Биишева. • Ағасты йәш сағында бөк. Мәҡәл.
2. Быуын тәңгәленән ҡуҙғатыу. □ Сгибать. // Сгибание. Бармаҡты бөгөу. Аяҡтарҙы бөгөп ултырыу. Тубыҡтарын бөгөп ултырғысҡа менеп ултырған.
3. Ос йәки баш яҡты аҫҡа табан иңкәйтеү; эйеү. □ Гнуть, согнуть. Кәуҙәне бөгөу. ■ Алған дөйәм муйынын да, тубығын да бөкмәй һыу эсә торған дөйә булып сыҡты. Халыҡ ижадынан. Ҡапҡа төбөндә тораһың, нескә билең бөгәһең, Хәтирәм. Халыҡ йырынан.
4. Ситен ҡайтарып тегеү. □ Подшивать, подрубать. // Подшивка, подрубка. Салбар балағын бөгөу. Ҡулъяулыҡтың ситен бөгөу.
5. кусм. Ауыр тәьҫир, баҫым, ҡыҫым менән еңеү; бирештереү. □ Сгибать, ломать. Ауыр эш бөгә. Ҡайғы бөгә. Ауырлыҡтар кешене бөгә. ■ Бер тәулек утер-утмәҫтән, ауырыу уны [Емеште] кисәгенән дә ҡатыраҡ бөгөп һалды. 3. Биишева.
6. кусм. Арттырыу, шапыртыу. □ Перегибать, перестараться. Шаяртыуҙа бөгөп ебәреу. Аҡса мәсьәләһендә бер аҙ бөгөп ебәрҙе.
7. кусм. Үҙ яғына ауҙарыу. □ Склонять (на чъю-л. сторону). Ҡуршеһен уҙ яғына бөктө.
8. кусм. Баш күтәрмәй, ҡомһоҙланып ашау; һыпыртыу □ Есть быстро и жадно; уплетать. Юлсылар картуфты бөгә генә. Ҡунаҡтар бишбармаҡты бөгә генә. ■ [Рәфис] уҙе рәхәтләнеп кумәстәрҙе бөктө генә, әйтерһең, бер аҙна буйы бер нәмә лә ашамаған. Р. Ҡаһир.
♦ Баш (ты) бөгөү буйһоноу, табыныу.
□ Подчиняться, смириться. ■ Ҡурҡыныс уйҙар килеп баҫҡас, ирекһеҙ баш бөгәм. Ш. Бабич. Бил бөгөү көс түгеп эшләү.
□ Гнуть спину (выполнять тяжёлую рабо
ту, трудиться до изнеможения). Дуға бөгөү 1) ныҡ өшөү. □ Сильно мёрзнуть; 2) ныҡ асығыу □ Сильно проголодаться. Ғәйепкә бөгөү ғәйепләү, ғәйепле итеү. □ Винить, обвинять. ■ «Ғәйепкә бөкмә, бай ағай... — тип йөпләне ишен Сибәғәт. — Хеҙмәт итербеҙ». Р. Камал.
БӨГӨШ и. диал. ҡар. керәндил. Бөгөш ашау.
БӨГӘ [төрки бог/пог ‘йомро, түңәрәк’] (Р: спинка альчика; И.: upper position of a dice; T: zar oyununda zarın arka torafi) и.
Ашыҡ уйнағанда ашыҡтың уң ҡабырғаһы менән өҫкә ятыуы. □ Спинка альчика. Был юлы бөгә төштө.
БӨГӘҘӘК (бөгәҙәге) (Р: кибитка; И.: kibitka; T.: araba türü) и.
1. иҫк. Арба өҫтөнә ағастан бөгөп эшләгән ҡыуыш. □ Кибитка. Бөгәҙәккә ултырып йөрөу. Бөгәҙәккә инеп йәшенеу. Бөгәҙәккә инеп ҡасыу.
2. диал. ҡар. бөгәзе 1. Мурҙа бөгәҙәге. Салғы бөгәҙәге.
БӨГӘЖӘ (Р: крюк подвесной лампы; И.: pendent lamp’s hook; T.: kanca) и. диал.
1. Аҫма лампа элә торған ырғаҡ. □ Крюк подвесной лампы. Бөгәжәгә лампа элеп ҡуйыу. Тубәлә бөгәжә тора.
2. ҡар. карама II. Бөгәжә бөгөу.
БӨГӘЗЕ [дөйөм төрки боғ-, бөг- ‘бәйләү’] (Р: обод; И.: rim; T.: jant) и.
1. Төрлө кәрәк өсөн тал йәки муйыл ағасын, тимерҙе бөгөп йәки бауҙан дуға, дүңгәләк рәүешендә эшләнгән нәмә. □ Обод из согнутого ивового или черёмухового прута, железа, верёвки, применяемый как часть различных орудий труда (ручки косы, распорки капкана, морды и т. д.). Салғыға бөгәзе бәйләу. Бөгәзеле мурҙа. ■ Салғыһын бик тәпсирләп тапаны, кәйләне, баҡса артындағы ҡыуаҡлыҡтан йәш кенә муйыл ағасы киҫеп алып салғыһына бөгәзе бәйләне. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. ҡар. карама II. Бөгәзе бөгөу.
3. диал. ҡар. туғын. Тәгәрмәс бөгәзеһе.
352