БӨГӘРЛӘНЕҮ
БӨГӘЛ и. диал. ҡар. бөгөл. Йылға бөгәле. Һуҡмаҡ бөгәле. ■ Тирмән быуаһынан арыраҡ Шалтыран йылғаһы иҫ китес бөгәл яһап уткән. А. Мағазов. Ялан ғына ерҙән һыҙылып-һыҙылып, бөгәл яһап аға Төйәләҫ. А. Игебаев.
БӨГӘЛБӘП (бөгәлбәбе) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Бөгәлбәптәр сәскә ата.
БӨГӘЛЖӘ I и. диал.
1. ҡар. бөгәзе 1. Салғы бөгәлжәһе.
2. Алҡа, йоҙаҡтың дуғаһы. □ Дужка серёг, замка. Алҡа бөгәлжәһе.
3. Бишектең дуғаһы. □ Дужка люльки. Бишек бөгәлжәһе.
БӨГӘЛЖӘ II и. зоол. диал. ҡар. күгәүен. Бөгәлжә ҡанаты.
БӨГӘЛЙӘ и.
1. диал. ҡар. бөгәзе. Салғы бөгәлйәһе. Салғыға, бөгәлйә бөгөу. Арба бөгәлйәһе.
2. зоол. диал. ҡар. бөгәләк 1. һыйырҙар янында бөгәлйәләр бызылдай.
БӨГӘЛСӘНм . зоол. диал. ҡар. бөгәләк I. Бөгәлсәндән яфаланған аттар төтөнгә киләләр. ■ Уны [Мәхмутте] ҡайҙандыр килеп сыҡҡан бөгәлсән тешләп уятҡан икән. Ф. Лоҡманов.
БӨГӘЛӘК (бөгәләге) (Р.: овод; И.: gadfly; T.: at sineği) и.
1. зоол. Йылҡының ҡорһаҡ аҫтына йомортҡа һалып, эсен ҡортлата торған себен. □ Овод лошадиный (лат. Gasterophilus intestinalis). Бөгәләктән сыҙай алмай аттар тыбырсына. ■ Иртәләрен, бөгәләк йә булмаһа эҫелек ҡамасауламаған саҡта, болондарҙа, яландарҙа, тауҙар итәгендә улар [аттар] тыныс ҡына йөрөйҙәр. Ә. Бикчәнтәев.
2. диал. ҡар. уҡра. һыйырҙың арҡаһында ҙур бөгәләк.
3. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Һауала бөгәләк мамыҡтары оса.
БӨГӘЛӘКЛӘҮ (бөгәләклә-) (Р.: вести себя беспокойно, отмахиваясь от оводов, мух; И.: fan off; T.: at sineğinden koşmak) ҡ.
Бөгәләк себене эйәләп, сыҙамай тынысһыҙланыу (малға ҡарата). □ Вести себя бес
покойно, отмахиваясь от оводов, мух (о скотине). Аттар бөгәләкләп сабышып йөрөйҙәр.
БӨГӘР I (Р: подколенная ямка; И.: popliteal space; T: dizardi) u.
1. анат. Тубыҡтың бөгөлгән аҫ яғы.
□ Подколенная ямка. Ойоҡто бөгәрҙән бәй-ләу. Бөгәргә төшөп торған сәс. ■ Ә Булаты, шуны ғына көткән кеуек, уның [Сафияттың] бөгәренә төшөп торған ике толомон артҡа ҡайырып имәнгә сырмай. Ә. Вахитов. Аттарҙың ҡойроғо бөгәренә тиклем ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған. Б. Хәсән.
2. анат. диал. Терһәктең бөгөлгән эс яғы.
□ Подлокотная ямка. Еңен бөгәренә тиклем һыҙғанған. ■ [Мулла] ҡорбанының [Сәғу-рәнең] ҡулынан тағы ла ҡатыраҡ ҡыҫып тотто ла беләк бөгәрендәге йыуан тамырға бәке менән сапты. 3. Биишева.
3. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Яланда һап-һары бөгәр сәскәләре.
♦ Бөгәргә һуғыу шул уҡ бәкәлгә һуғыу ҡар. бәкәл I. Был мәсьәлә бөгәргә һуҡты бит, әй.
БӨГӘР II и. анат. диал. ҡар. тубыҡ I. Бөгәр ҡапҡасы.
БӨГӘРЛӘК (бөгәрләге) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Ҡыҙҙар бөгәрләк сәскәһен ишеп баштарына кейәләр.
БӨГӘРЛӘНЕҮ (бөгәрлән-) (Р: сворачиваться; И.: curl up; T: bükülmek) ҡ.
1. Осо, сите эскә ҡайтарылып, төрөлөү.
□ Сворачиваться. Көҙгө һыуыҡта япраҡтар бөгәрләнгән.
2. Теләһә нисек бөкләнеү, йомарланыу (ҡағыҙға ҡарата). □ Мяться (о бумаге). Бөгәрләнгән ҡағыҙ биттәре. Гәзитте уҡырға ла өлгөрмәнем, бөгәрләнеп бөткән.
3. Дүңгәләкләнеп уралыу; йомарланыу.
□ Свёртываться. Малайҙар бөгәрләнеп ятҡан терпегә яҡынлашты. ■ Ана бит, юл аша юрмалап утеп барған терпене кургәйне, [Төлкөсура] малайҙарса тотанаҡһыҙланып, төштө лә йугерҙе, тегеһе юл ситенә бөгәрләнеп ятҡайны, йәнә яҙылып китһен өсөн,
12— 1.0158.11
353