Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 354


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨГӘРЛӘҮ
йылғанан усы менән ташып, уға һыу ҡойоп маташа. Н. Мусин.
4. Аяҡты, башты күкрәккә ҡыҫыу; йомарланыу □ Свёртываться. Бөгәрләнеп кенә ятып йоҡлау. ■ Үҙем һикелә бөгәрләнеп кенә ятырмын, ә ҡойроғомдо һике аҫтына тығырмын, — тигән, ти, төлкө. Әкиәттән. Бахыр ҡарсыҡ бик асы итеп: «Абау-у-у!» — тип ҡысҡырҙы һәм, арҡаһын тотоп, йомғаҡ кеуек бөгәрләнде. Р. Ғабрахманов. Үгеҙ, башын ҡапыл юғары кутәреп, Ғабдулланы сөйөп ырғытты. Ул кәртә буйында ятҡан ҡырлы таш өҫтөнә барып төштө. Ыһ тип бер генә һыҡтаны ла бөгәрләнеп ятты. М. Кәрим.
БӨГӘРЛӘҮ (бөгәрлә-) (Р.: свернуть; И.: roll up; T.: bükmek) ҡ.
1. Осон, ситен эскә ҡайтарып төрөү. □ Свернуть, сворачивать. Ҡурғашты бөгәрләп кенә төрөп һалып ҡуйыу.
2. Теләһә нисек ойпалау; йомарлау (ҡағыҙҙы). □ Мять (бумагу). Гәзитте бөгәрләп бөткәнһең бит.
3. Дүңгәләкләп урау; йомарлау. □ Свёртывать, образовывать круги.
БӨГӘРСӘ и. зоол. ҡар. бөгәрсәй. Был йылғала бөгәрсәләр куп икән.
БӨГӘРСӘЙ (Р: елең; И.: dace; Т.: ҫатҫа) и. зоол.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, таҙа, ағын һыу төбөндә йәшәгән бәләкәй балыҡ. □ Елең (лат. Leuciscus leuciscus). Мурҙаға бөгәрсәйҙәр ҙә эләккән.
БӨГӘСӘ (Р: сегодня ночью; И.: to-night; T: bugün gece) p.
1. Бөгөн төндә. □ Сегодня ночью. Бөгәсә ҡойма ямғыр яуҙы. ■ [Шакир:] Бынау бөгәсә кургән төшөң бөтә уткән юлыңды хәтереңә төшөрҙө. Н. Мусин. [Мырҙағәле:] Әйткәндәй, Иштән ағай, һин төш юрай торғайның тугелме һуң? Әкәмәт бер төш курҙем бит әле мин бөгәсә, ни булыр икән ул?
3. Ураҡсин. Әммә ни ғәләмәт, иртәнге сәй артында өләсәһе уҙенең бөгәсә кургән төшөн һөйләп [Ғәбиттең] һушын алды. Ә. Әминев.
2. диал. ҡар. бөгөн 1. Бөгәсә генә һыуытып ебәрҙе.
БӨГӘТ и. диал. ҡар. быуа I. Бөгәттә һыу инеу. Бөгәттә өйрәктәр йөҙә. Һыйырҙар бөгәткә төшөп һыу эсә. ■ Ырғыҙ буйҡайлары бөгәт-бөгәт, бөгәтендә лә уйнай бер өйрәк. Халыҡ йырынан.
БӨҘӨР [боронғо төрки бужур ‘сыбар’] (Р: рябь, зыбь; И.: ripple; T: dalgacık) и.
һыу өҫтөндәге ваҡ тулҡын. □ Рябь, зыбь. Һыу өҫтө бөҙөр менән ҡапланған.
БӨҘӨРКӘ с. диал. ҡар. бөҙрә I, 1. Бө-ҙөркә сәстәр. ■ Ҡарасәс инәй Емеште йырлай-көйләй маҡтарға керешеп китте: «Ул бөгөлөп торған оҙон керпектәр, һөрмәле туп-туңәрәк ҡара куҙҙәр, Оло Эйек тулҡындары шикелле дуңгәләкләнеп ятҡан бөҙөркә сәстәр...» 3. Биишева.
БӨҘӨРЛӘНЕҮ (бөҙөрлән-) (Р: рябиться, зыбиться; И.: be ruffled; T: hafifçe dalgalanmak) ҡ.
Бөҙөр менән ҡапланыу. □ Рябиться, зыбиться. Ҡул өҫтө талғын иҫкән елгә бөҙөр-ләнеп кенә ята.
БӨҘӨРЛӘҮ (бөҙөрлә-) (Р: рябить, зыбить; И.: ripple; T: dalgalandırmak) ҡ.
Бөҙөр менән ҡаплау. □ Рябить, зыбить. Әкрен ел кул өҫтөндә тулҡындар уйнатып, уны бөҙөрләй.
БӨҘРӘ I [боронғо төрки будурағ ‘бөҙрә’] (Р: кудрявый; И.: curly; T.: kıvırcık) с.
1. Дүңгәләкләнеп төрөлөп-төрөлөп торған (сәскә һ. б. ҡарата). □ Кудрявый, курчавый. Бөҙрә сәс. Бөҙрә сәсле ҡыҙ. ■ Сәскә ҡаҙап бөҙрә сәстәреңә, кис баҡсаға мине саҡырма. Ғ. Хәйри. Сәстәре муйыл кеуек сөм-ҡара, бөҙрә, мыйыҡтар куркә ҡойроғо һымаҡ ҡабарып тора. 3. Биишева. Нуранияның бөҙрә сәсе елгә һибелгән, ҡара ҡаштары бергә тоташҡан: шул уны тағы ла һылыуыраҡ итә. Р. Камал. Ҡарат әле тыныс ҡына бәйле тора, бөҙрә ялдары ҡырҡылған, ялбыр ҡойроғо тоҡосланған. 3. Ураҡсин. Бәхтиәр харап ҡупшы йөрөй торғайны, һурәттә лә аяғында йылтыр итек, ҡырын һалып кейгән
354