Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 355


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨЖЛӘҮ
пилотка ситенән ҡара бөҙрә сәсен сығарып ҡуйған. Ә. Хәкимов.
2. Ҡабарып, уралып торған. □ Заволакивающийся, обволакивающийся; волнистый, вьющийся, һыу өҫтөндә бөҙрә тулҡындар уйнай. Ҡуктә бөҙрә болоттар ағыла. Өйҙәрҙән сыҡҡан бөҙрә төтөндәр куккә олғаша. ■ Пароходтар Иҙел буйлап бара, бөҙрә тулҡындарҙа тирбәлеп... Ғ. Сәләм. Сәлимә .. баш әйләндергес бейек ҡара ҡаяның иң осона менеп баҫты, сәстәрен бөҙрә болоттарға һирпелтеп, тубәнгә, Хамматҡа йылмайып ҡараны. 3. Биишева.
3. Ҡабарып торған ҡуйы япраҡлы (ағасҡа ҡарата). □ Кудрявый (о деревьях). Бөҙрә тал. Бөҙрә ҡайын. Бөҙрә ерек. ■ Йәш ҡамышлы тәрән кул ситендә һыуға ятып бөҙрә тал уҫә. Ҡ. Даян. Оло Эйектең яҙ көнө иҫәпһеҙ-һанһыҙ һандуғастар сутылдашыуы менән тотош моңға сумып ойоп ултырған бөҙрә туғайҙары тынып ҡалған. 3. Биишева.
БӨҘРӘ II (Р.: кудри; И.: curls; Т.: pürçek) и.
Төрөлөп, уралып торған сәс һ. б. нәмә. □ Кудри, кудряшки. Эре бөҙрә. Бөҙрәләре битенә төшөп тора. ■ Ысынлап та, бөҙрәләре шағир булмышын тағы ла һөйкөмлөрәк, матурыраҡ итә ине. Т. Ғәниева.
БӨҘРӘ АҠҠОШ (Р.: лебедь-шипун; И.: swan species; T: sessiz kuğu) и. зоол.
Ярҙары ҡамышлы һәм бейек үләнле ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәүсе, һирәк осраусы, ҡаҙҙан ҙурыраҡ, аҡ ҡауырһынлы күсмә ҡош. □ Лебедь-шипун (лат. Cygnus olor). Бөҙрә аҡҡоштар йылы яҡҡа осто. ■ [Бөҙрә аҡҡош] ҡаңғылдаҡ аҡҡоштан төҙөгөрәк кәу-ҙәһе һәм ҡанаттарын ҡалҡыта биреп йөҙөуе менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
БӨҘРӘ БЕСӘЙ БОРСАҒЫ (Р: про свирняк курчавый; И.: mallow; T: ebegümeci) и. бот.
Алһыу йәки аҡ төҫтәге сәскә атыусы бер йыллыҡ үҫемлек. □ Просвирняк курчавый (лат. Malca crispa). Бөҙрә бесәй борсағы сәскә атҡан.
БӨҘРӘЛЕК (бөҙрәлеге) (Р: кудрявость; И.: curliness; T: kıvırcıklık) и.
Бөҙрә булыу. □ Кудрявость, курчавость. Сәсенең бөҙрәлегенә тиклем әсәһенә оҡшаған.
БӨҘРӘЛӘНЕҮ (бөҙрәләп-) (Р: кудрявиться; И.: curl; T: kıvrılmak) ҡ.
1. Бөҙрәгә әйләнеү, бөҙрә булыу. □ Кудрявиться, курчавиться. Ҡыҙҙың һары сәстәре бөҙрәләнеп тора. ■ Ҡолонсағыбыҙ бик матур, ҡыҙғылт төҫтә, тиреһе шыма ғына, ялдары бөҙрәләнеп һәленеп төшкән. «Йәншишмә», 23 сентябрь 2009.
2. Ҡабарып уралыу, төрөлөү. □ Виться, завиваться. Өйҙәрҙән төтөн сыға ла бөҙрәләнеп куккә олғаша.
БӨҘРӘЛӘТЕҮ (бөҙрәләт-) (Р: завивать; И.: wave, curl; T: kıvırmak) ҡ.
Бөҙрә итеү; бөҙрәләр эшләү. □ Завивать, делать кудри. // Завивка. Ҡыҙҙар сәстәрен бөҙрәләтеп уйынға йыйына.
БӨҘРӘЛӘҮ (бөҙрәлә-) (Р: завивать; И.: curl, frizzle; T: kıvırmak) ҡ.
Бөҙрә итеү. □ Завивать. // Завивка. Апайым әхирәтенең сәсен бөҙрәләй.
БӨҘРӘХАНА (Р: парикмахерская; И.: barber’s (shop); hairdresser’s; T.: berber) и.
Сәс киҫтереү, бөҙрәләү, буяу, тарау, һаҡал ҡырыу урыны. □ Парикмахерская. Бөҙрәханаға барыу. Бөҙрәханала сәс киҫте-реу. ■ Май сулмәге тышынан билдәле тигәндәй, бөҙрәхананың тышҡы биҙәлеше ук уҙенә саҡырып тора. «Башҡортостан», 21 декабрь 2010.
БӨҘӘНДӘНЕҮ (бөҙәндән-) (Р: испортиться; И.: become worse; T: bozulmak) ҡ. диал.
Көн боҙолоу. □ Испортиться (о погоде). Ҡөндәр бөҙәндәнеп китте әле.
БӨҘӘҢКЕЛӘНЕҮ (бөҙәңкелән ) (Р: темнеть; И.: grow dark; T.: kararmak) ҡ. диал.
Ҡараңғыланыу. □ Темнеть. Беҙ ҡайтып етеугә, көн бөҙәңкеләнеп тора ине.
БӨЖЛӘҮ (бөжлә-) (Р: трусить; И.: be frightened; T: korkmak) ҡ. диал.
12*
355