Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 356


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨЖМӘН
Шөрләү, ҡурҡыу. □ Трусить, бояться. Егет атаһынан бөжләй. ■ Иллә бөжләне малайың. М. Ҡулаев.
БӨЖМӘН с. диал. ҡар. ҡурҡаҡ. Бөжмән егет. Бөжмән кешеләр.
БӨЖӨМ (Р.: боязнь; И.: fright; Т: korkma) и. диал.
Ҡурҡыу хисе. □ Боязнь, страх. Егет өйгә ниндәйҙер бөжөм менән ҡайтты. Ҡыҙҙың йөҙөн бөжөм ҡаплап алды.
БӨЖӨМЛӘҮ (бөжөмлә-) (Р: трусить;
И.: be afraid (of); T: korkmak) ҡ. диал.
Ҡурҡыу, шөрләү. □ Трусить, бояться. Ул атаһынан бөжөмләй ине. ■ Әлбиттә, ул [Рауза] Фәузиә ҡарсыҡтың ҡарашынан бөжөмләй. Т. Ғарипова.
БӨЖӘК (бөжәге) [боронғо төрки бужгәк ‘бөжәк’] (Р: насекомое; И.: insect; Т: böcek) и. зоол.
Быуынтыҡ аяҡлы, умыртҡаһыҙ ваҡ йән эйәһе {мәҫәлән, себен, урмәксе). □ Насекомое (лат. Insecta). Төрлө бөжәктәр оса. Бөжәктәр өйрәнеусе. ■ Туғай-болондарҙа әллә нисәмә төҫлө сәскәләр, әллә нисәмә төрлө бөжәктәр, әллә ниндәй ауаздар. Р. Камал.
БӨЖӘК АШАУСЫЛАР (Р: насекомоядные; И.: insectivorous; T: böcek yiyen) и. зоол.
Бөжәктәр менән туҡланыусы йән эйәләре. □ Насекомоядные (лат. Insectivora).
БӘЙЛӘ (Р: таким образом; И.: thus; T: böyle) р. иҫк. кит.
Шулай. □ Так, таким образом. Бәйлә мин уҡырға инеп киттем.
БӘЙЛӘН (Р: шок; И.: shock; T: şok) и.
Бик ныҡ яраланғанда, һуғылғанда ауыртҡанды һиҙмәү хәле; шок. □ Шок. Бәйлән һөҙөмтәһе.
БӘЙЛӘН БУЛЫУ (бәйлән бул-) (Р: быть в шоковом состоянии; И.: be shocked; T: şoke olmak) ҡ.
Ауыртҡанды һиҙмәү хәлендә булыу. □ Быть, находиться в шоковом состоянии. Бәйлән булдым.
БӨЙӨ (Р: тарантул; И.: tarantula; T: tarantul) и. зоол.
Ерҙе тишеп оялай торған ағыулы эре үрмәксе. □ Тарантул (лат. Lycosa). Бөйөләр урсеп киткән әле.
БӨЙӨК [төрки буйук ‘ҙур, оло, бөйөк’] (Р: великий; И.: great; T: büyük) с.
1. Әһәмиәте, тотҡан урыны бик ҙур; юғары, оло. □ Великий. Бөйөк Ватанһуғышы. Бөйөк еңеу. Бөйөк дуҫлыҡ. ■ [Йәтимәк ауылы I Бөйөк Ватан һуғышына уҙенең утыҙ бишенсе кешеһен оҙата. Д. Бүләков.
2. Дәрәжәһе юғары, тиңдәше булмаған; оло. □ Великий. Бөйөк яҙыусы. Бөйөк рәссам. Бөйөк һынау. ■ Өйрәнсекте бөйөк Һәнәрсе тип, ололап, ҡәҙер-хөрмәт курһәт-кән яҡшы куңелле батша ла бер саҡ донъяны ҡалдырған. 3. Биишева. Рамғун тыныс йәшәу теләген ҡат-ҡат белдереп ҡараһа ла, Бодархан быны һис ҡабул итмәне, уҙен хурлыҡҡа төшөрөлгән бөйөк хаким һымаҡ хис итте. 3. Ураҡсин.
БӨЙӨКЛӨК (бөйөклөгө) (Р: величие; И.: greatness; T: büyüklük) и.
Әһәмиәте, тотҡан урыны бик ҙур хәл. □ Величие, величественность. Батырҙың бөйөклөгө. Кешенең бөйөклөгө уның ябайлығында.
БӨЙӨЛДӨРӨК (бөйөлдөрөгө) и. диал. ҡар. бөйөрсә. Еләнгә бөйөлдөрөк тегелгән.
БӨЙӨМ (Р: добрый; И.: mild; T: iyi yürekli) с. диал.
Яҡшы тәбиғәтле, йомшаҡ. □ Добрый, мягкий (по характеру). Бөйөм кеше. Әсәйем бөйөм кеше, беҙҙе бер ҙә орошмай.
БӨЙӨМҺӨҘ с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ. Эй, ошо бөйөмһөҙ бесәйҙе, сысҡан да тотоп ашай белмәй.
БӨЙӨР [боронғо төрки бугур, бо-гур ‘йомро нәмә’] (Р: почка; И.: kidney; Т: böbrek) и. анат.
1. Бәүел айырып сығара торған ҡуш ағза. □ Почка. / Почечный. Бөйөр ауыртыу. Бөйөрҙө дауалау. Бөйөргә таш ултырыу. ■ [Әнуәр ағай:] Һул бөйөрҙө майҙа уҡ алды
356