БӨЙӘН
рып ташлатҡайным, яраһы һаман бөтәшеп бөтмәгән. 3. Ураҡсин.
2. Кәүҙәнең, кейемдең шул ағза тәңгәлендәге урыны. □ Бок. Бөйөргә таянып баҫып тора. Егет ҡыҙҙың бөйөрөнә төрттө. Еләндең бөйөрөнә өс рәт тәңкә баҫылған. ■ Бер ситтәрәк, бөйөргә таяна биреп, күкрәкте киреп торған, осҡор күҙле, йәш, матур һалдат иң элек минең иғтибарымды үҙенә тарта. 3. Биишева.
♦ Бөйөр эсендәге май кеүек һый-ниғмәт, рәхәтлек эсендә йөҙөп йәшәү. □ В достатке (жить). ■ Ҡарт ошо өс улын бөйөр эсендәге май кеүек һаҡлап, ҡарап, тәрбиәләп үҫтерә икән. Әкиәттән.
БӨЙӨРГӘН (Р.: жеруха обыкновенная; И.: watercress; T.: su teresi) и. бот.
Ваҡ киртләс япраҡлы, ваҡ сәскәле күп йыллыҡ һыу үләне. □ Жеруха обыкновенная, водяной кресс (лат. Nasturtium officinale). Бөйөргәндәр үҫеп сыҡҡан.
БӨЙӨРЛӨК (бөйөрлөгө) и. ҡар. бөйөрсә. Еләнгә бөйөрлөк тағып сығыу.
БӨЙӨРӨК (бөйөрөгө) [боронғо төрки пойрэг ‘ашамлыҡ’] (Р.: жареные пирожки; И.: fried patties; T.: börek) и.
1. Төрлө эслек һалып бешерелгән ҡамыр ашы. □ Пироги или пирожки с разными начинками. Кәбеҫтә бөйөрөгө. Еләк бөйөрөгө. Тәмле бөйөрөктәр бешереү. Бөйөрөк ашау.
2. диал. ҡар. ваҡ бәлеш. Бөйөрөктәрҙе мейестә бешереп алыу. Бөйөрөк ашау.
БӨЙӨР ӨҪТӨ БИҘЕ (Р.: надпочечник; И.: adrenal glands; T.: böbrek üstü) и. анат.
Бөйөрҙөң өҫкө яғында урынлашҡан биҙҙәр. □ Надпочечник, железы надпочечные. ■ Бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡанға бик күп адреналин бүлеп сығара. «Йәшлек», 15 ноябрь 2008.
БӨЙӨРСӘ (Р: позумент с наборными кистями или монеты, нашитые по бокам зи-ляна; И.: galloon, braid; T: sırmalı şerit) и. этн.
Еләндең бөйөрөнә баҫылған тәңкәле, суҡлы уҡа. □ Позумент с наборными кистями или монеты, нашитые по бокам зиляна.
Еләнгә тәңкәнән бөйөрсәләр тағып ултырам.
БӨЙӨРТАШ и. диал. ҡар. һуйырташ. Юлға бөйөрташ түшәлгән. Йылғанан бөйөрташ сығарыу.
БӨЙӨР ТАШЫ (Р: почечный камень; И.: kidney stone; T.: böbrek taşı) и.
Бөйөр эсендә барлыҡҡа килгән таш. □ Почечный камень. Бөйөр ташын алдырыу. ■ Мин дә шул бөйөр ташы менән интегәм бит әле, ағай. 3. Ураҡсин.
БӨЙӨРТӨН (Р: по бокам; И.: on each side; T: bir kenarda) p.
Бер яҡ ситтәрәк. □ По бокам, по краям. Беҙҙең ауыл юлдан бөйөртөн урынлашҡан.
БӨЙРӘК I (бөйрәге) и. диал. ҡар. бөйөр. Бөйрәк шешеү. Бөйрәк ауырыуы менән яфаланыу.
БӨЙРӘК II (бөйрәге) и. диал. ҡар. йәлдәү. Мурҙа бөйрәге.
БӨЙРӘК III (Р: белобокий; И.: whitesided; T.: beyaz böğürlü) с.
Бөйөрө аҡ тимгелле; бөйөрө аҡ (һыйыр малына ҡарата). □ Белобокий (масть коровы с белой полосой в области поясницы). Бөйрәк быҙау. Бөйрәк мал.
БӨЙРӘКӘЙ I и. диал. ҡар. бөйөр. Бөйрәкәйем ыҙалата бит мине. Һыуыҡта бөйрәкәйем шешкән.
БӨЙРӘКӘЙ II с. ҡар. бөйрәк III.
БӨЙӘН I (Р: двенадцатипёрстная кишка; И.: duodenum; T.: onikiparmak bağırsağı) и.
1. анат. Ашҡаҙандан сыҡҡан нәҙек эсәктең бер өлөшө. □ Двенадцатипёрстная кишка. Бөйән сире. ■ Дисбактериозға .. ашҡаҙан, бөйән ауырыуҙары ла булышлыҡ итә. «Ашҡаҙар», 15 июль 2009.
2. диал. ҡар. тултырма. Бөйән тултырыу. Бөйән яһау. Бөйән ашау.
БӨЙӘН II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, тамъян ырыуҙары аймағы. □ Буян (название родового подразделения баш-
351