Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 358


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨЙӘНЕҮ
кир-бурзянцев, тамъянцев). Бөйән аймағы башҡорто.
БӨЙӘНЕҮ (бөйән-) ҡ. диал. ҡар. ышаныу.
БӨЙӘН ЭСӘГЕ и. диал. ҡар. бөйән I. ■ Ашҡаҙандың сей яраһы һәм бойән эсәге сирҙәренең аҙған мәлендә кәбеҫтә һутын эсергә ярамай. «Йәшлек», 5 июль 2008.
БӨЙӘНӘК (бөйәнәге) и. диал. ҡар. бөйөр. Бөйәнәгем ауырта. Был улән бөйә-нәккә файҙалы.
БӨЙӘТ и. диал. ҡар. тултырма. Бөйәт тултырыу. Бөйәт ашау. Бөйәт бешереу.
БӨКИЛ (Р.: плохо; И.: poorly; T.: fena) р. диал.
Насар, хөрт. □ Плохо. Эштәр бөкил.
БӨККӨЛ (Р.: весь; И.: ali; T.: büsbütün) а. диал.
Бөтә, һәммә. □ Весь. Бөккөл ауылды йыйған.
БӨККӘН (Р: пирожок с начинкой; И.: pie with a filling; T.: börek) и.
1. Эсенә берәй ризыҡ һалып бөгөп яһаған ваҡ бәлеш. □ Пирожок с начинкой. Балан бөккәне. Кәбеҫтә бөккәне. Бөккән ҡамыры. Бөккән бешереу. Бөккән ашау. Тәмле бөккән. Бөккән яһау. ■ Карсыҡ-ҡорсоҡ баҙарҙа тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә, һарымһаҡ, кипкән өрөк, картуф бөккәне, эремсек, тағы бик куп нәмәләр һатып тора. М. Кәрим. Рәфис бигерәк тә еләк бөккәнен яратып ашаны. Р. Ҡаһир.
2. диал. ҡар. билмән. Бөккән яһау. Бөккәнгә ҡамыр баҫыу. Бөккән бешереу.
БӨКЛӘМ (Р: складка; И.: pleat; Т.: büklüm) и.
Кейемдең бөкләнеп тегелгән урыны. □ Складка, сгиб, изгиб (на одежде). Кул-дәктә бөкләм эҙҙәре.
БӨКЛӘМ-БӨКЛӘМ (Р: весь в складках; И.: much pleated; T.: büklüm büklüm) c.
Күп бөкләме булған. □ Весь в складках, в сгибах. Бөкләм-бөкләм кулдәк кейеп алған.
БӨКЛӘМЛЕ (Р: со складкой; И.: pleated; T.: büklümlü) с.
Бөкләме булған. □ Со складкой. Киң бөкләмле итәк.
БӨКЛӘНЕҮ (бөклән-) ҡ.
1. төш. ҡар. бөкләү, страд, от бөкләү. Дәфтәр бөкләнгән. ■ Вәзир ҡулында ҡат-ҡат бөкләнгән йәшкелт ҡағыҙ ғына тороп ҡалды. М. Кәрим.
2. ҡайт. ҡар. бөкләү, возвр. от бөкләү. Бөкләнеп ятыу. ■ Тынысланып, әҙерәк серем итеп алырға уйлап, өй яғына атлағайны, ишек төбөндә бөкләнеп ятҡан Алабай, ҡапыл һикереп тороп, лауылдарға тотондо.
3. Ураҡсин.
БӨКЛӘНМӘЛЕ (Р: сгибаемый; И.: pliable; T.: bükülü) с.
Бөкләнә торған. □ Сгибаемый. Бөклән-мәле таяҡ. Бөкләнмәле тимер.
БӨКЛӘҪ и. диал. ҡар. бөгөл I. Йылға бөкләҫе. Юл бөкләҫе. ■ Аҡ Нөгөшкәй буйы бөкләҫ-бөкләҫ, бөкләҫтәре китәр боҙ киткәс. Йырҙан.
БӨКЛӘТЕҮ (бөкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бөкләү, понуд. от бөкләү. Малай атаһынан ҡағыҙҙы бөкләтеп төрлө уйынсыҡтар яһатты.
БӨКЛӘҮ (бөклә-) (Р: загибать; И.: bend; T.: bükmek) ҡ.
1. Бөгөп, кирегә ҡайтарыу. □ Загибать, перегибать. Китаптың битен бөкләу. Шәлде бөкләп ябыныу.
2. Быуын тәңгәленән кәкрәйтеп, үҙеңә тартыу. □ Подгибать, поджимать. Аяҡты бөкләп ултырыу. ■ Ашыға торғас, хәл бөтә, туҡтап тора, хәл йыйып, рәхәт аяҡ бөкләп тора. Ш. Бабич. Урындыҡ ситендә Иштән ҡарт, бер аяғын бөкләп, икенсеһен сәнсеп, тубығын ҡосаҡлаған да хужа менән гәпләшә.
3. Ураҡсин. Сәғиҙулланың атаһы аяҡ бөкләп ултырып ҡулағаҙанда сәй ҡайната. 3. Биишева.
3. диал. ҡар. тәңкләү. Кейемдәрҙе бөкләп һалыу.
4. полигр. Ҡағыҙҙарҙы махсус ҡулайлама ярҙамында тигеҙ итеп бөкләү. □ Фальцевать.
358