Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 360


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨКСӘ
шул урман ҡырҡыу эшендә бөкрәнләп йөрөгән булам.
БӨКСӘ I и. диал. ҡар. бөрләтәү. Ҡош-ҡорт бөксәһе бик тәмле була. Бөксә ашарға яратыу.
БӨКСӘ II с. диал. ҡар. тәпәш I. Бөксә ҡатын. Бөксә ир.
БӨКСӘ III с. диал. ҡар. бөкрө I. Бөксә билем тураймай. Өй алдында бөксә генә ҡарсыҡ йөрөй.
БӨКСӘЙЕҮ (бөксәй ) (Р.: стать сутулым, горбатым; И.: become stooping; T.: kamburlaşmak) ҡ.
1. Бөкөскә әйләнеү; бөкрәйеү. □ Стать сутулым, горбатым. Бөксәйеп бөткән ҡарт.
2. Алға бөгөлөп, эйелеү; бөкрәйеү. П Горбиться, сутулиться. Бөксәйеп атлау. ■ Бында урман ҡырҡыу сыларҙан тыш әле мыйыҡ та сыҡмаған, ҡыҙыҡ күреү өсөн генә килгән үҫмерҙәр ҙә, бәлтерәп бөткән, таяҡ таянып, бөксәйеп, бишмәт сабыуҙарыныц итәген ергә һөйрәлтеп атлаусы ҡарттар ҙа байтаҡ ине. Н. Мусин.
БӨКСӘЙТЕҮ (бөксәйт ) (Р.: сутулить, горбить; И.: hunch; T.: kamburlatmak) ҡ.
Көмрө итеү; көмрәйтеү, бөкрәйтеү. □ Сутулить, горбить. Оло йәштәге ир арҡаһын бөксәйтеп атлап китте. Әбей билен бөксәйтеп аласыҡҡа инеп китте.
БӨКСӘН-БӨКСӘН (Р: сгорбившись, ссутулившись; И.: stoopingly; T.: kamburlaşarak) р.
Бер эйелеп, бер турая биреп. □ Сгорбившись, ссутулившись. Ҡарт бөксән-бөксән килеп ихатала нимәлер эшләп йөрөй.
БӨКСӘНЛӘҮ (бөксәнлә-) (Р.: горбиться, сутулиться; И.: stoop; T.: kamburlaştırmak) ҡ.
Арҡаны, билде яҙмай, бөкрө хәлдә тотоу; бөкрәнләү. □ Горбиться, сутулиться. Ҡарт биле ауыртһа ла, бөксәнләп йөрөгән була. Бөксәнләп түтәл утау. Бөксәнләп урам һепереү. ■ Әммә ҡыҙҙар бер нигә иғтибар итмәй һаман бөксәнләп ҡуянтубыҡ эҙләйҙәр,
күренгән береһен кескәй генә осло таяҡ менән әле генә ҡарҙан әрселгән йылы ерҙән соҡоп алалар ҙа шунда уҡ арлы-бирле һөрткөләп ашап та ебәрәләр. 3. Биишева.
БӨКТӨРӨҮ (бөктөр-) ҡ. йөкм. ҡар. бөгөү, понуд. от бөгөү. Нужа бил бөктөрә.
БӨКҺӨҮ (бөкһө-) (Р: стать затхлым; И.: become musty; T.: küf kokmak) ҡ. диал.
Еҫләнеү (оҙаҡ ябып ҡуйылған һауытҡа ҡарата). □ Стать затхлым (о посуде, долго стоявшей в закрытом виде). Бөкһөп бөткән сәйнүк. Бөкһөп бөткән көбөсәк. Бөкһөп бөткән таба.
БӨКӘ и. диал.
1. ҡар. бөкөрөй. Бөкә бешереү. Бөкә ашау.
2. ҡар. билмән. Бөкәлек ит әҙерләү. Бөкә яһау.
БӨКӘЙ и. диал. ҡар. бапаҡ I. Ана, бөкәй килә.
БӨКӘНЛӘҮ (бөкәнлә-) ҡ. диал. ҡар. бөкрәнләү. Һаман бөкәнләп урман эшендә йөрөйһөңмө?
БӨЛГӨН I (Р: разорённый; И.: poor; Т.: yoksul) с.
Ас-яланғас, ярлы, сараһыҙ (хәлгә ҡарата). □ Бедный, нищий, разорённый, безвыходный (о состоянии). Бөлгөн хәл. Бөлгөн тормошта йәшәү.
БӨЛГӨН II и. ҡар. бөлгөнлөк. Бөлгөндә йәшәү. Бөлгөндә көн итеү.
БӨЛГӨНЛӨК (бөлгөнлөгө) (Р: разорение; И.: devastation; T.: yoksulluk) и.
Ас-яланғас, ярлы, сараһыҙ хәл. □ Разорение, разруха; бедность, нищета, нужда. Бөлгөнлөктә көн итеү. Бөлгөнлөктән йонсоу. Бөлгөнлөктән ыҙаланыу. Бөлгөнлөктән ҡасыу. Бөлгөнлөктән сығыу хәле эҙләү. Һуғыш бөлгөнлөккә төшөрә. ■ Аслыҡ, бөлгөнлөктән тамам йонсоған ҡыҙҙар иртәнсәктән алып Оҙонғол ҡабағы буйында ҡуянтубыҡ ҡаҙып йөрөнөләр. 3. Биишева.
360