БӨРКӨТ
2. ҡар. дегәнәк 1. Бөргәнсәк һырыу. Бөргәнсәк япрағы йыйыу.
БӨРГӘНӘК (бөргәнәге) и. бот. ҡар. бөргәк 1,2. Бөргәнәк һырыу.
БӨРҘӘ [ғәр. Sûjj] (Р_: бурда; И.: prophet Muhammad’s cloak; T.: Hz. Muhammed Peygamberimizin hırkası) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәр кейгән буйлы ябынса. □ Бурда (плащ-накидка пророка Мухаммеда).
БӨРЙӘН (Р: название башкирского племени; И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Бурзян (название башкирского рода). Бөрйән батыры. Бөрйән һылыуы. Бөрйәндәр ере. ■ Ырыҫҡолдо уҙ кургән Ҡасҡын, Санъяр бөрйәндәре уның яғында торҙо, уның һуҙен һуҙ итергә тырышып, Ырымбурҙағы йыйында ҡатнашмаҫҡа булдылар. 3. Ураҡсин.
БӨРККӨС и. ҡар. бөркөүес. Бөрккөс менән һыу һиптереу.
БӨРКӘЛ ДӘҮ (бөркөлдә-) ҡ. диал. ҡар. гөрпөлдәү. Бөркөлдәп ҡолап төшөу.
БӨРКӨЛӨҮ (бөркәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. бөркөү I, 1—4. страд, от бөркөү I, 1—4. Сәскәләргә һыу бөркөлгән.
2. Көс менән берәй ерҙән, тишектән атылыу. □ Обдавать чем, выходить. Мейестән ялҡын бөркөлә. ■ Тауҙан бөркөлөп сыҡҡан аҡһыл төтөн, балаҫтай ғына булып, Яйыҡ буйлап дала яғына таралды. 3. Ураҡсин. Кәбәктән шартлап утлы төтөн бөркөлдө. Я. Хамматов. Танауынан һылыу боландың ике яҡҡа тыны бөркөлә. М. Сөндөклө.
3. Ныҡ аңҡыу. □ Обдавать чем. Сәскәләрҙән хуш еҫ бөркөлә.
4. кусм. Кешенең эске хисе, шатлығы йөҙөндә, ҡиәфәтендә сағылыу. □ Проявляться (о каком-л. радостном чувстве). Йөҙөнән шатлыҡ бөркөлә. Куҙенән нур бөркөлә. ■ Закир еңгәһенең тағы ла йәшәреп, алһыуланып киткән йомро, һылыу йөҙөнә, сикһеҙ мөхәббәт нуры бөркөлгән шоморт ҡара куҙҙәренә һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеп ҡараны.
3. Биишева. Бөтә торошонан, нескә буй-һынынан йәшлек, сафлыҡ бөркөлөп торған ҡыҙ, уҙһуҙләнеп, итек үксәләре менән ергә тып-тып бәреп алды. Н. Мусин.
БӨРКӨТ I [дөйөм төрки буркут, мурғут ‘бөркөт’] (Р: орёл; И.: eagle; T.: kartal) и. зоол.
1. Йылы ит менән туҡланыусы, ҡая ташлы тауҙарҙа, урмандарҙа йәшәүсе ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡара-көрән төҫтәге иң эре ултыраҡ йыртҡыс ҡош. □ Орёл; беркут. / Орлиный (лат. Aquila), һауала бөркөт оса. Бөркөт ҡанаты. Баҡраҡ бөркөт. ■ Һунарсылар уҡ-һаҙағын аҫып, ҡарсығаларын, бөркөттәрен яурындарына ҡундырып дала яғына юл алды, урмансылар балталарын кутәреп ағаслы тауға йунәлде, һуғышсылар, көрәш майҙанына йыйылып, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу, ҡороҡ ташлау оҫталыҡтарын уҫтерҙе. 3. Ураҡсин. [Бөркөт] башҡа ҡарағоштарҙан ҡойроҡ төбөндә аҡ һыҙат булыуы менән айырыла.
Э. Ишбирҙин.
2. кусм. Ҡыйыу, көслө кешегә ҡарата әйтелә. □ Орёл (употребляется по отношению к храброму, сильному человеку). ■ Эйе, шундай ҡеуәтле өс бөркөттө уҫтереп, ҡанатландырып осороп ебәреуе ҡатын кешегә еңел булмағандыр ул. 3. Биишева.
3. миф. Яҡлаусы, ҡурсалаусы изге ҡош, тотем, ҡояш символы. □ Орёл, мифологизированная птица, тотем, прародитель, покровитель; символ солнца. ■ Бөркөт ҡырҡ артыу аша курә. Халыҡ ижадынан.
4. эйл. ф. бөркөтөм ир балаға яратып әйтелә. □ Орёл мой (употребляется по отношению к ребёнку мужского пола). ■ [Таиба:] Закир һыуһағандыр ҙа баһа... Көнө лә, төнө лә ҡандай томра бит. Сарсағандыр бөркөтөм. 3. Биишева.
♦ Бөркөт күҙле үткер, зирәк, янып торған күҙле. □ Зоркие, сверкающие, проницательные глаза, доел. Орлиные глаза. Бөркөт ҡарашлы үткер, зирәк, янып торған ҡарашлы. □ Зоркий, проницательный взгляд, доел. Орлиный взгляд. Бөркөт
363