БӨРКӨТ
танау ҙур көмрө танау. □ Орлиный нос. ■ Һунарсыларҙың олорағы, ҡара мыйыҡлы, бөркөш танаулыһы, йәп-йәшел күҙҙәре мызлап янған кук бурене һырты йылҡылдап төрған ҡара айғырҙың эйәр башына арҡыры һалып алған, башҡалары билдәренә икешәр-өсәр төлкө, тағы ла ниндәйҙер ваҡ йәнлек тиреләре аҫҡандар. 3. Ураҡсин.
БӨРКӨТ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһе аймағы. □ Беркут (название родового подразделения башкир племени табын). Беркот аймағы башҡорто.
БӨРКӨТӨҮ (бөркөт-) ҡ. йөкм. ҡар. бөркөү I. понуд. от бөркөү I. Хуш еҫ борҡотоу.
БӨРКӨТ ТЫРНАҒЫ (Р.: когти орла; И.: eagle’s talon; T.: kartal tırnağı) и. миф.
Мифлаштырылған, һаҡлаусы көскә эйә булыусы бөркөт тырнағы. □ Когти орла, которые имеют обережную силу. ■ Тел-теш баҫмаһын тип, бөркөт тырнағын ҡырҡып алалар ине. Башҡорт мифологияһынан.
БӨРКӨҮ I (бөрк-) (Р: брызгать; И.: sprinkle; T.: püskürmek) ҡ.
1. Шыйыҡлыҡты өрөп сәсрәтеү. □ Брызгать, прыскать, кропить, окроплять. һыу бөркөу. ■ Кешенең алдында ғына, һылыу ҡыҙҙың майлап ургән сәс толомо кеуек, ишелеп-сылтырап өс-дурт ҡарыш киңлектәге ҡаран ағып ята. Ул шунан услап һыу алды, ауыҙына уртланы һәм, сикәһен бүлтәйтеп, ҡорғаҡһыған ҡурайҙың эсенә бөрктө. Н. Мусин.
2. Тишектән төтөн, боҫ һымаҡ нәмәне атылдырыу. □ Обдавать чем. Мейес ялҡын бөркә. ■ Ҡояш был ваҡыт Кирәмәттең нәҡ тубәһендә ултыра ине. Бынан ҡарағанда ул ялҡын бөркөп торған янартау төҫлө күренә. М. Кәрим. Төлкөсура иһә йылғаға алып барып аттарҙы эсереп килде, мөрйәһенән төтөн бөркөп янған урт
тирәһендә әйләнгеләп йөрөнө лә түмәр өҫтөнә ултырҙы. Н. Мусин.
3. Ныҡ аңҡытыу. □ Пахнуть (о запахе). Хуш еҫ бөркә. ■ Ҡояшта ер, хозурланып тын алған кеуек, хуш еҫ бөркөп ята. Ә. Хәкимов. Мең төрлө нәфис сәскәләр менән биҙәлгән сабынлыҡ, иҫ киткес татлы хуш еҫ бөркөп, яй ғына тулҡынып ята. 3. Биишева.
4. кусм. Көслө итеп һиҙҙереү, сәсеү.
□ Пыхать. Күҙҙәре шатлыҡ бөркөп тора. Йөҙө нур бөркә. ■ Тап шул минутта йүкәлектән, ҡуңыр йөҙөнә нур бөркөп балҡып торған аҡ тештәрен йылтыратып, көлә-йылмая йәш бер егет килеп сыҡты. 3. Биишева.
5. кусм. Күмәк булып бер юлы тышҡа атлығыу; тибеү. □ Пробиваться, прорываться (о растениях и т. п.). Яҙ етеү менән, үләндәр бөркөп сыға.
6. а. х. Зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөү өсөн үҫемлектәргә махсус ҡушылма һибеү.
□ Опыливать, опылять, опрыскивать (для уничтожения вредных насекомых). Алмағастарҙы бөркөу.
♦ Йән бөркөү йәм өҫтәү. □ Вдохнуть жизнь, оживить. Сәскә бөркөү сәскә атыу.
□ Зацвести. Теш бөркөү теш сыҡҡанды белдереп, төкөрөк өрөү (йәш балаға ҡарата).
□ Зубы режутся (у ребёнка).
БӨРКӨҮ II (бөрк-) ҡ. диал. ҡар. сәсеү I. Шалҡан бөрктөм.
БӨРКӨҮ III [боронғо төрки бурк-э-г(у) ‘ҡапланған’] (Р.: душный; И.: stuffy; Т.: boğucu) с.
Эҫе ауыр һауалы; тынсыу, томра. □ Душный; жаркий, знойный. Бөркөу һауа. Бөркөу көн. ■ Ул көн, Буранша һуңғы тапҡыр балыҡ ауына сыҡҡан көн, үтә томороҡ, бөркөу ине.
3. Биишева. Бөркөу өйҙән еләҫ ишек алдына сыҡҡас, Тәүфиҡ ҡомһоҙланып һауа һуланы. Ф. Иҫәнғолов. Һауа бөркөу уға, һулыш ауыр, күкрәгендә ауырыу ялҡыны, янар уттай ҡыҙыу бар тәнкәйе, ярҙам итмәй һыуҙың һалҡыны. Д. Юлтый.
БӨРКӨҮЕС (Р.: опрыскиватель; И.: pulverizer; T.: pulvarizör) и.
364