Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 365


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨРКӘҮЛЕ
1. Шыйыҡлыҡ бөркә торған ҡорал.
□ Опрыскиватель, пульверизатор. Түшәмде бөркөүес менән ағартыу. Ағастарға бөркөүес менән дарыу һиптереү.
2. тех. Шыйыҡлыҡты йәки онтаҡ материалды бөркөү яйланмаһы. □ Форсунка.
БӨРКӨҮЛЕК (бөркөүлеге) (Р.: духота;
И.: oppressive heat; T.: havasızlık) и.
Эҫе ауыр һауа. □ Духота, жара. Өйҙәге бөркөүлектән бөтәһе лә ҡыҙарышып ултыра.
БӨРКӨҮЛӘНЕҮ (бөркөүлән ) (Р: ста новиться душным; И.: become stuffy; T.: hava-sızlanmak) к.
Бөркөүгә әйләнеү, бөркөү булыу. □ Становиться душным. Һауа бөркөүләнде. Өй эсе бөркөүләнеп китте.
БӨРКӨҮЛӘНДЕРЕҮ (бөркөүләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. бөркөүләнеү, пөнуд. от бөркөүләнеү. Янып ятҡан мейес өй эсен тағы ла бөркөүләндерә. Өйҙө бөркөүләндереп ҡаҙан ҡайнай.
БӨРКӨШӨҮ (бөркөш-) ҡ. урт. ҡар. бөркөү I. взаимн. от бөркөү I. Һыу бөркөшөү.
БӨРКӘЛЕҮ (бөркәл-) ҡ. төш. ҡар. бөркәү I. страд, от бөркәү I. Күҙенә йәш бөркәлгән. Йүргәккә бөркәлгән бала.
БӨРКӘНДЕРЕҮ (бөркәндер-) ҡ. йөкм. ҡар. бөркәнеү, понуд. от бөркәнеү. Юрған бөркәндереү.
БӨРКӘНЕҮ (бөркән-) (Р: закрываться с головой; И.: cover oneself up; T.: bürünmek) ҡ.
1. Башты тотош ҡаплап ябыныу. □ Завёртываться, закрываться, укрываться с головой. Юрған бөркәнеп йоҡлау.
2. Башҡа ябыныу. □ Заматывать на голову (шаль, платок). Ҡушъяулыҡ бөркәнеү. ■ Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, шәл бөркәнеп кенә күршеләргә киткән Сәрби әбей ҡайтып инде. Н. Мусин.
3. диал. Болот менән ҡапланыу. □ Окутываться, обволакиваться, покрыться облаками (о небе). Көн бөркәнеп китте, яуыр ахыры.
БӨРКӘНСЕК (бөркәнсеге) (Р: платок-покрывало; И.: females’ veil; T.: peçe) и.
1. этн. Ҡатын-ҡыҙ битен бөркәй торған баш ябыуы. □ Платок-покрывало, закрывающее лицо женщины. Йөҙҙө бөркәнсек менән ҡаплау.
2. рит. Мәрхүмдең йөҙөн ҡаплай торған ябыу. □ Платок, слой савана, покрывающий лицо покойника. Ҡатындар мәрхүмдең йөҙөнә бөркәнсек ҡапланылар.
3. һөйл. Ҡарындағы баланы уратып ҡаплаған яры; йөҙлөк. □ Рубашка (оболочка плода в утробе). Бөркәнсектә тыуыу. ■ [Бибеш:] Ҡарасәс инәй мәрхүм, ҡайһы бер бала ябай күҙгә күренмәҫ бөркәнсектә тыуа. Шул бөркәнсек уны бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип һөйләй торғайны. 3. Биишева. Бала бөркәнсектә тыуһа, бәхетле була. Башҡорт мифологияһынан.
БӨРКӘНСЕКЛЕ (Р: в платке-покрывале; И.: witha veil on ; T: peçeli) c.
1. Бөркәнсек (1) ябынған. □ В платке-покрывале. Бөркәнсекле ҡатын.
2. Бөркәнсеге (3) булған. □ Покрытый оболочкой. Бөркәнсекле бала.
БӨРКӘТЕҮ (бөркәт-) ҡ. ҡар. бөркәндереү. Яулыҡ бөркәтеп сығарҙым.
БӨРКӘТӘҮ и. диал. ҡар. бөрләтәү. Тауыҡ бөркәтәүе.
БӨРКӘҮ (бөркә-) (Р: закрывать с головой; И.: cover oneself; T.: başından kapamak) ҡ.
1. Баштан аша ҡаплап ябыу. □ Закрывать, покрывать с головой. Баланы йүргәк менән бөркәү.
2. Башҡа ябындырыу. □ Надевать на голову. Ҡушъяулыҡ бөркәп йөрөй.
3. Ҡаплау, ябыу. □ Закрывать, покрывать. Күҙемде йәш бөркәй. ■ Бөркәү һәйбәт булды, игенгә һыу үтерлек түгел. М. Тажи. Зөлхизәнең йондоҙҙай шат күҙҙәрен йәш бөркәй. 3. Биишева.
БӨРКӘҮЛЕ (Р: крытый; И.: covered; Т.: kapalı) с. диал.
Көплө, ҡаплаулы. □ Крытый. Бөркөүле машина. Бөркөүле баҙар.
365