БӨРСӘ
3. Йыйырылып тартылыу (телгә, ауыҙ эсенә ҡарата); ҡурышыу. □ Вязать (во рту). Ауыҙ бөрөшөү.
4. диал. ҡар. бөршәйеү 1. ■ Ҡыштың буйы бөрөшкән зат әлһерәп, күрҙе сығып көндөң күҙен тыштағы. М. Аҡмулла.
БӨРӨШТӨРӨҮ (бөрөштөр-) (Р.: морщить; И.: wrinkle; T.: buruşturmak) ҡ.
1. Бөрөп бәләкәсәйтеү, тарайтыу. □ Морщить. Ауыҙҙы бөрөштөрөү. ■ [Уйылдан] тартмаһын асып, ҡәләм, ҡағыҙ алды ла, һалынҡы иренен бөрөштөрөп уйлана-уйлана, яҙырға тотондо. Н. Мусин.
2. Киптереп, һулытып йомарлау; ҡурыштырыу. □ Палить, сушить, съёживать. Һыуыҡ япраҡтарҙы бөрөштөрә. Ҡырау бойҙайҙы бөрөштөрҙө.
3. Йыйырып тартылдырыу; ҡурыштырыу. □ Вязать. Ҡара миләш ауыҙҙы бөрөштөрә.
БӨРӨ ЯРЫУ (бөрө яр-) (Р.: почковаться; И.: to bud; T.: tomurcuklanmak) ҡ. бот.
Бөрөгә тумалыу. □ Почковаться. Ағастар бөрө яра.
БӨРСӨК I (бөрсөгө) [төрки сығанаҡлы, бөртөк менән тамырҙаш] (Р: маленькая капелька; И.: tiny bit; T.: damlacık) и.
1. Бик бәләкәс кенә бөртөк (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Маленькая капелька, крошечная частичка чего-л. (о жидкости). Фонтандан һыу бөрсөгө сәсрәй. ■ Һалдат тешен ҡыҫып ыңғырашмаҫҡа тырышһа ла, маңлайын бөрсөк-бөрсөк тир ҡаплауына, ара-тирә ыһ тип күҙен йомоуына ҡарағанда, саҡ түҙеп ятыуын анбарға мөмкин ине. Ә. Хәкимов. Әхмәт, рәйестең асыуланып ҡысҡырыуына ҡарамаҫтан, еңел һулыш алып ҡуйҙы, маңлайына бәреп сыҡҡан ваҡ тир бөрсөктәрен ҡул һырты менән һөрттө, өҫтәлгә күтәреп һуҡҡан бүркен алып, ҡолаҡсындарын ҡайтарып бәйләп, башына кейҙе. Н. Мусин.
2. Өрөлөп торған бәләкәс кенә ҡабарсыҡ. □ Волдырь, водянистая мозоль. Бөрсөктәр барлыҡҡа килә.
БӨРСӨК II (Р: очень маленький; И.: tiny; T.: küçücük) с.
1. Бик бәләкәй. □ Очень маленький. Бөрсөк тамсы. Бөрсөк алтын.
2. диал. Ҡыҫыҡ (күҙгә ҡарата). □ Узкий (о глазах). Бөрсөк күҙ.
БӨРСӨКЛӘНЕҮ (бөрсөклән-) (Р: превращаться в капельки; И.: turn into droplets; T.: damla oluşması) ҡ.
Бөрсөк булыу (шыйыҡлыҡ тураһында).
□ Превращаться в капельки, в маленькие крошечные частички (о жидкости). Бөрсөкләнеп тир аға.
БӨРСӨКЛӘҮ (бәрсәклә-) (Р: очищать;
И.: pick; T.: soymak) ҡ.
Ишкән бауҙың тороп ҡалған остарын, йүкәләрен таҙартыу; бөрсөү. □ Очищать (от кончиков «усов», например, аркан). Арҡанды бөрсөкләү.
БӨРСӨЛӨҮ (бөрсөл-) ҡ. төш. ҡар. бөрсөү, страд, от бөрсөү. Бөрсөлгән арҡан.
БӨРСӨМӘ и. диал. ҡар. сабыртҡы. Тәнгә бөрсөмә сығыу.
БӨРСӨҮ (бөрсө-) (Р: очищать; И.: clean; T.: soymak) ҡ.
1. Ишкән бауҙың тороп ҡалған остарын, йүкәләрен таҙартыу; бөрсөкләү. □ Очищать (от кончиков «усов», например, аркан). Бабай арҡан бөрсөп ултыра.
2. Ваҡ емеш-еләкте берәмләп йыйыу.
□ Собирать мелкие ягоды поштучно. Бөрсөп йыйыу. Еләкте бөрсөп йыйыу. Муйылды бөрсөп бөтөр.
3. Картуфты шытымынан таҙартыу.
□ Очистить картофель от ростков.
БӨРСӘ I [төрки сығанаҡлы бүр-] (Р: блоха; И.: flea; T.: pire) и.
1. зоол. һикереп йөрөй торған ваҡ ҡына ҡан һурғыс паразит бөжәк. □ Блоха. / Блошиный (лат. Siphonaptera). Сыбар бөрсә. Имән бөрсәһе. Тал бөрсәһе. Еләк бөрсәһе. Кәбеҫтә бөрсәһе. Етен бөрсәһе. Йәшелсә бөрсәһе. Ҡом бөрсәһе. Ер бөрсәһе. Өй бөрсәһе. Кеше бөрсәһе. Бөрсә талау. • Бөрсәгә асыуланып, тунды утҡа яҡмайҙар. Әйтем.
369