БӨРСӘ
2. кусм. Бәләкәй кәүҙәле етеҙ кешегә әйтелә. □ Ловкий, шустрый (по отношению к маленькому человеку). Был ҡыҙ торғаны бөрсә инде.
3. кусм. Бәләкәй машиналарға бирелгән исем. □ Маленькая машина.
♦ Ут бөрсәһе бәләкәй кәүҙәле, ут кеүек етеҙ кеше. □ Живой, шустрый (по отношению к человеку маленького роста). ■ Ҡайһылай уткер ҡыҙыҡай, ут бөрсәһе кеуек, — тип уйланы ул [Гөлкөсура] һаман албырғауы утмәгән көйө. — Ошо йорт хужаһының ҡыҙымы икән ни? Н. Мусин.
БӨРСӘ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуы аймағы. □ Бэрсэ (название родового подразделения башкир-бурзян-цев). Бөрсә аймағы.
БӨРСӘЙЕҮ (бөрсәй-) (Р.: распухать; И.: swell; T.: sivilce çıkmak) ҡ.
Бөрсөк кенә булып сурайыу (һытҡыға ҡарата). □ Распухать (о прыщах). Битемә бөрсәйеп һытҡылар килеп сыҡты.
БӨРСӘКӘЙ и. бот. диал. ҡар. һырлан 1. Бөрсәкәй һырыны.
БӨРСӘЛӘЙ и. бот. диал. ҡар. һырлан 1. Бөрсәләй орлоҡтары.
БӨРСӘНӘЙ и. бот. диал. ҡар. һырлан
1. Салбарыма һырыған бөрсәнәйҙәрҙе таҙартып ултырам.
БӨРТӨК (бөртөгө) [боронғо төрки бурт-уг ‘бөртөк’ < бур-] (Р: крупинка; И.: grain; T.: tanecik) и.
1. Бер төрлө ваҡ өлөшсәләрҙән торған нәмәнең бер берәмеге. □ Крупинка, крупица; частица; зёрнышко, зерно. Ынйы бөртөктәренән теҙелгән мәрйен. Тары бөртөктәре йәбештереп һурәт эшләу. Ваҡ ҡына ҡар бөртөктәре төшә башланы. ■ Ел Алатау артынан ҡалын һоро болоттарҙы ҡыуалап килтерҙе лә туңаҙыған ер өҫтөнә тәуге ҡар бөртөктәрен туңкәреп бәрергә тотондо. Н. Мусин. Ҡайын туҙынан семәрләп эшләнгән моҙғалар мөлдөрәшеп ятҡан
ҡара ҡарағат бөртөктәре менән өймәләм тулғайны. 3. Биишева.
2. Иҫәпләү, һанау берәмеге. □ Штука; голова (единица счёта). Төркөмдә ике бөртөк кенә ҡыҙ, ҡалғандары гел егеттәр. Баланың ике бөртөк кенә теше сыҡҡан.
3. кусм. Ниҙеңдер бәләкәй генә бер өлөшө. □ Крупица. ■ Ҡешеләр нимә генә һөйләһә лә, һуҙҙәрендә хаҡлыҡ бөртөгө бар. Ә. Вәли.
♦ Бер бөртөк [тә] йәки бөртөк тә 1) бер ҙә, әҙ генә лә. □ Ни крошки, ничуть. Бөртөгө лә ҡалмаһын. Бөртөк тә бесән ҡалманы; 2) һис тә. □ Нисколько. Бер бөртөк һанламай. Бер бөртөк теймәнем. ■ [Уйылдан — Төлкөсураға:] Башҡа ҡыҙҙарҙан бөртөк тә тартынып тормайым, шул һинең һеңлеңде курһәм, йомшарам да төшәм. Н. Мусин.
БӨРТӨКЛӨ (Р: зернистый; И.: grainy; T.: taneli) с.
Бөртөк-бөртөк таралып торған, бөртөктәрҙән (1) торған. □ Зернистый, зерновой; гранулированный. Бөртөклө ыуылдырыҡ. Инәй сәйнуккә бөртөклө сәй һалып самауырҙан һыу ағыҙҙы.
БӨРТӨКЛӨ АШЛЫҠ (ашлығы) и. бот. ҡар. бөртөклөләр.
БӨРТӨКЛӨЛӘР (Р: зерновые культуры; И.: crops; T.: ) и. бот.
Бөртөклө иген (ашлыҡ) культуралары. □ Зерновые культуры.
БӨРТӨКЛӘНДЕРЕҮ (бөртөкләндер-) (Р: гранулировать; И.: granulate; T.: tane-lemek) ҡ.
Бөртөклөгә әйләндереү. □ Гранулировать. Бөртөкләндерелгән сәй. Ашламаларҙы бөртөкләндереу.
БӨРТӨКЛӘНЕҮ (бөртөклән-) (Р: быть гранулированным; И.: be granulated; T.: tanelenmek) ҡ.
Бөртөклө-бөртөклөгә әйләнеү, бөртөклө-бөртөклө булыу. □ Быть гранулированным. Бөртөкләнгән ашламалар. Бөртөкләнгән сәй.
БӨРТӨКЛӘҮ (бөртөклә-) (Р: перебирать; И.: sort out; T.: ayıklamak) ҡ.
370