Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨТЛӨК
Бөртөк-бөртөк итеп айырыу; берәмләү. □ Перебирать, собирать (по крупинке, по крупице, по одному). Бөртөкләп йыйыу. Бөртөкләп иҫәпләү. ■ Ҡыҫҡаһы, гумер-ғүмергә ағас-ташты бөртөкләп иҫәпләп, ҡәҙерләп өйрәнгән [кешеләр] өсөн был хәтәр күренеш. Р. Солтангәрәев.
♦ Бөртөкләп һанарлыҡ бик аҙ, бармаҡ менән һанарлыҡ. □ Очень мало. Ауылда һуғыш ветерандары бөртөкләп һанарлыҡ ҡына ҡалды.
БӨРШӘЙЕҮ (бөршәй-) (Р.: сжиматься; И.: curl up; T.: büzülmek) ҡ.
1. Кәүҙәне, аяҡ-ҡулды йыйып йомарланыу; шоҡрайыу. □ Сжиматься, съёживаться, сморщиваться. Бала һалҡын өйҙә бөршәйеп кенә йоҡлап ята. Бесәй бөршәйеп кенә урындыҡҡа менеп ятҡан. ■ Төлкөсура эйәрҙә бөршәйә биреп ултырған Мицлегөлдө яңы абайланы, ниҙер һиҙенде һәм атын саптырып килеп етте. Н. Мусин. Бына Емеш мырҙаһы Һөйөндөктө күтәреп, иртәнге һалҡындан бөршәйеп, тупһала баҫып тора.
3. Биишева. Ғабдулланыц һынаулы үткер ҡарашын күргән Яҡуп, бөршәйеп, бәп-бәләкәс булып ҡалды. М. Кәрим.
2. диал. ҡар. бөрөшөү 2—3. Япраҡтар эҫегә бөршәйгән.
БӨРШӘЙЕШЕҮ (бөршәйеш ) ҡ. урт. ҡар. бөршәйеү, взаимн. от бөршәйеү. Балалар өшөгәндәр ҙә бөршәйешеп кенә ултыралар. ■ Ауыл араһында күшегеүҙән бөршәйешкән малдар ҡаңғырып, баҡырышып йөрөй. Н. Мусин. Үләндәр ҡыуарған, ағас япраҡтары ла бөршәйешеп йомарлана башлаған. 3. Ураҡсин.
БӨРШӘЙТЕҮ (бөршәйт-) (Р: морщить; И.: pucker; T.: buruşturmak) ҡ.
Бөрөш итеү, бөрөштөрөү. □ Морщить. Иренде бөршәйтеү.
БӨРӘ и. бот. диал.
1. ҡар. бөрө I. Ҡайын бөрәһе бик файҙалы.
2. ҡар. бөргәк. Бөрә һырыған.
БӨРӘТ (Р: скручённое толстое лыко; И.: thick twisted bast; T.: bükülmüş kalın ıhlamur kabuğunun içi) и.
Йыуан итеп боролған йүкә. □ Скручённое толстое лыко. Бөрәт алып ҡайтыу.
БӘСӘЛ с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ. Был бәсәл егет ҡайҙан килгән?
БӨҪКӨҮ (бәҫкә-) (Р: стать затхлым; И.: become musty; T.: küf kokmak) ҡ. диал.
Һөт ашамлыҡтарының әсеп еҫләнеүе; бүкһеү. □ Стать затхлым (о молочных продуктах). Һөт бөҫкөгән.
БӨТЕЙ и. диал. ҡар. бетеү. Бөтей тағып йөрөгәндәр.
БӨТКӨЛ а. ҡар. бөтә. Бөткөл ил. Бөткөл ауыл.
БӨТКӨЛЛӨ а. ҡар. бөтә. Халыҡтың бөткөллөһө бесән эшләй.
БӨТКӨЛЛӘЙ р. диал. ҡар. бөтөнләй. Бөткөлләй онотҡанмын.
БӨТКӨЛ ТҮГЕЛ р. шул уҡ бөтөрлөк түгел {ҡар. бөтөү). Бында еләк күп, бер ҙә генә бөткөл түгел.
БӨТКӨҺӨҘ (Р: неиссякаемый; И.: inexhaustible; T.: tükenmez) с.
1. Бөтә торған түгел, бөтмәй торған.
□ Неиссякаемый, неисчерпаемый, неистощимый. Еләк быйыл бөткөһөҙ күп. ■ Әхмәтхан тағы уны [Мәүсифаны] ҡаҡмай ҙа, әллә ни осондороп та ебәрмәй — бисә бисә урынында булырға тейеш, эйе, өй тирәһендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ, шунда соҡонһон. Р. Камал.
2. Иге-сиге юҡ, сиктән тыш күп; бөтмәҫ.
□ Много. Бөткөһөҙ байлыҡ. Бөткөһөҙ ҡыуаныс. ■ Зөлхизәнең бөткөһөҙ бәхет менән нурланған күҙҙәренә тағы моң йүгерҙе. 3. Биишева.
БӨТКӘНЕ (Р: сплошь; И.: wholly; Т.: büsbütün) р.
Тотошо менән; шау. □ Сплошь, целиком, полностью. Күлдәктең бөткәне сәскәле биҙәк.
БӨТЛӨК I (бөтлөгө) и. диал. ҡар. булмыш. Бөтлөгө шул.
371