БӨТӨРГӨС
Киндерҙе һуғып бөтөрҙән алда, буйлыҡ ҡыҫҡа ҡалып, сәйҙән көрөҫкә етмәй башлағас, осон бөтөрөп ҡуйыр өсөн ялғап тарттыра торған тейәкле бау. □ Палочка или верёвочка для натягивания укорачивающейся основы.
БӨТӨРГӨС II и. диал. ҡар. юйғыс.
Бөтөргөс менән юйыу.
БӨТӨРКӘ с. диал. ҡар. бөҙрә I. Бөтөркә сәстәр. Бөтөркә ял.
БӨТӨРКӘЛӘНЕҮ I (бөтөркәлән-) (Р.: быть приветливым; И.: be affable; T: güleryüzlü olmak) ҡ. диал.
Өлтөрәп тороу. □ Быть приветливым. Барһаң, бөтөркәләнеп тора.
БӨТӨРКӘЛӘНЕҮ II (бөтөркәлән ) ҡ. диал. ҡар. бөҙрәләнеү. Сәсе бөтөркәләнеп тора. ■ Уның [Алёшаның] көнбағыш сәскәһе шикелле тулҡынлы һары сәстәренең һалдат фуражкаһы аҫтынан кәзә мөгөҙө шикелле бөтөркәләнеп сығып тороуы Байрасҡа айырата оҡшаны. 3. Биишева.
БӨТӨРӨЛӨҮ I (бөтөрөл-) ҡ. төш. ҡар. бөтөрөү I, 1—6. страд, от бөтөрөү I, 1—6. Шау биҙәктән бөтөрөлгән кулдәк.
БӨТӨРӨЛӨҮ II (бөтөрөл-) ҡ.
1. диал. ҡар. өйрөлөү 1. Бөтөрөлөп бейеу.
2. Кемгәлер үтә итәғәтле булып йүгереп тороу. □ Вертеться волчком (вокруг кого-л.) Килене бөтөрөлөп тора.
БӨТӨРӨНӨҮ (бөтөрөн-) (Р.: утомляться; И.: get tired; T.: yorulmak) ҡ.
1. Төҫ ташлау, йонсоу; бирешеү. □ Утомляться. Бөтөрөнөп китеу. ■ Атаһы ҡапыл ҡартайып, бөтөрөнөп киткән кеуек. Төл-көсурауға йәлләп ҡараны. Н. Мусин.
2. Өлтөрәп тороу. □ Быть приветливым. ■ — Юҡ, әсәй, һис бер һуҙем юҡ. Ниңә инде улай бөтөрөнәһең? Ф. Иҫәнғолов.
3. диал. ҡар. меҫкенләнеү.
БӨТӨРӨҮ I (бөтөр-) (Р: заканчивать; И.: finish; T.: bitirmek) ҡ.
1. Аҙағына еткереү, тамам итеү; эш итеү, тамамлау. □ Кончать, заканчивать, оканчивать; завершать. // Заканчивание, оканчива
ние, завершение. Был эште бөтөрөп ҡуйыу. Уҡыуыңды бөтөргәс тә, эшкә төш. ■ Шундай шәп өй бөтөрөп ингәс кенә, ҡунаҡ килер мәл еткәс кенә, донъяңды ташлап ҡасып булмай ҙа инде? Т. Ғарипова.
2. Алып барыу, башҡарыу. □ Вести (дела), делать, работать. // Ведение (дел). Килен йорттағы эште бер уҙе бөтөрә.
3. Тотош бер төрлө нәмәнән эшләү.
□ Делать из однородного материала. Шау биҙәктән бөтөрөп балаҫ һуғыу.
4. Кәметә-кәметә юҡ итеү; тамам итеү. Тотош тотоноу, тотош туҙҙырыу (аҡсаны, малды). □ Тратить, расходовать. // Трата, расход. Аҙыҡты бөтөрөу. Һыуҙы бөтөргәнсә эсеу. ■ Ултыра торғас, мин теге кеҫәләге сәтләуекте бөтөргәнмен дә ҡуйғанмын. Т. Йәнәби. Ул [Иванов] тапҡан-таянғанын Нинаның уҡыуына бөтөрә. Уны кейендерә, уның өсөн туләй. Д. Юлтый.
5. Сик һалыу, туҡтатыу; булғанды ғәмәлдән юҡ итеү. □ Кончать, прекращать; устранять, изживать, искоренять. Талашты бөтөрөу. Һуғышты бөтөрөу. Һуҙҙе бөтөрөу. Етешһеҙлекте бөтөрөу. Наҙанлыҡты бөтөрөу. Керҙе бөтөрөу. Көстө бөтөрөу. Туҙем-лекте бөтөрөу.
6. Тар-мар итеү, юҡ итеү, үлтереү.
□ Уничтожать, истреблять. // Уничтожение, истребление. Һалдаттар дошмандарҙы бөтөрә генә. ■ Иштуған уйсан ғына көлөп алды: «Ысынлап та, һуғышҡа ингән саҡта кеше, уләм, тип барамы ни?Юҡ. Ул бит дошманды һис шикһеҙ еңәм, бөтөрәм тигән яҡты өмөт һәм ышаныс менән инә!» 3. Биишева.
7. Яраҡһыҙ хәлгә килтереү, эшлектән сығарыу. □ Портить, причинять повреждение. // Порча. Куҙеңде бөтөрөп ни эшләп ҡараңғыла уҡып ултыраһың? Үҙеңде бөтөрөп, кеше өсөн ҡайғырып ултырма.
8. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш, хәрәкәткә тамамланғанлыҡ мәғәнәһе бирә. □ С деепр. основного глагола на -п выступает в роли вспом. гл. и обозначает
374