Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 375


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨТӨҮ
законченность действия. Ашты ашап бөтөрөү. Эшләп бөтөрөү. Китапты яҙып бөтөрөү. Шәлде бәйләп бөтөрөү. ■ Рамғун, һөттө ҙур ҡәнәғәтлек менән әҙләп-әҙләп йотоп бөтөргәс, ерән мыйығын һыпырып ҡуйҙы ла, ҡара күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торған ҡоралай һынлы ҡатыны Зәмбиләнең арҡаһынан наҙлы ғына итеп ҡағып алды. 3. Ураҡсин.
♦ Эшен бөтөрөү үлтереү, юҡ итеү.
□ Убить кого, покончить с кем. Дошмандың эшен бөтөрҙө лә, юҡ булды.
БӨТӨРӨҮ II (бөтөр-) ҡ. диал. ҡар. бороу I, 4. Һүҙҙе бөтөрөү. Иғтибарҙы бөтөрөү.
БӨТӨРСӨК I (бөтөрсөгө) и. диал. ҡар. өйрөлтмәк 1. Бөтөрсөк әйләндереү.
БӨТӨРСӨК II (Р.: проворный; И.: prompt; T.: çevik) с.
Етеҙ. □ Проворный. Бөтөрсөк ҡыҙ. Бөтөрсөк хужа.
БӨТӨРТӨҮ (бөтөрт-) ҡ. йөкм. ҡар. бөтөрөү I, 1—6. понуд. от бөтөрөү I, 1—6. Уҡыуын бөтөртөү. Эште эшләтеп бөтөртөү. Ашты ашатып бөтөртөү. Йырҙы йырлатып бөтөртөү.
БӨТӨҮ (бөт-) (Р.: заканчиваться; И.: finish; T.: bitmek) ҡ.
1. Ахырға етеү, тамам булыу. □ Кончаться, заканчиваться, оканчивать, прекращать, завершаться. // Завершение. Йәй бөттө. Йыйылыш бөттө. Байрам бөттө. ■ Яйыҡ туғайы бөткән ерҙә ҡымыҙсылар теҙелгән.
3. Ураҡсин.
2. Тотош бер нәмәнән эшләнеү. □ Образоваться из однородного материала. Саф алтындан бөткән көмбәҙ. Шау биҙәктән бөткән күлдәк.
3. Кәмей-кәмей юҡ булыу; тамам булыу, тотош тотонолоу (аҡсаға, малға ҡарата).
□ Кончаться, расходоваться. Малдарға аҙыҡ бөттө. Тауыҡтарға ем бөттө.
4. Йыуылыу, юйылыу; ниндәйҙер бер сифат юҡ булыу. □ Выводиться, исчезать. // Исчезновение. Күлдәккә тейгән был тап бөтмәй. Ауыртыу бөттө.
5. Булған ерҙән тыныу; баҫылыу, туҡтау; ғәмәлдән юҡ булыу. □ Истощаться, исся-каться; кончаться, заканчиваться. Талаш-тартыш бөттө. Афәт бөттө. Дуҫлыҡ бөттө. Хәүеф-хәтәр бөттө. ■ [Байрас:] Былтыр йәй, исмаһам, һуғыштың бөтөрөнә, атайымдарҙың ҡайтырына өмөт ҙурыраҡ ине әле. 3. Биишева.
6. Тар-мар булыу, юҡ булыу; үлеү, һәләк булыу. □ Истощаться, иссякать. Дошман бөтөү.
7. Яраҡһыҙ хәлгә килеү, эшлектән сығыу. □ Ухудшаться, портиться. Күп уҡыуҙан күҙем бөттө. Көнө буйы йүгереп аяҡтар бөттө.
8. Сифат ҡылымдың -ған формаһында үҙенән алда торған төбәү килештәге һүҙ менән килеп, шул һүҙ аңлатҡан сифатҡа йүнәлеүҙе белдерә. □ В форме прич. основ, глагола на -ған с сущ. в напр. падеже обозначает направленность к признаку, образующему это существительное. Йырға бөткән ҡыҙ. Эшкә бөткән егет.
9. -п формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәлдең һуңғы дәрәжәһен белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ С деепр. основного гл. -п выступает в роли вспом. гл. и обозначает высшую степень проявления действия. Һағынып бөтөү, һыуһап бөтөү. Ҡайғырып бөтөү. Борсолоп бөтөү.
10. -п формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәлдең тамамланғанын белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ С деепр. основного гл. -п выступает в роли вспом. гл. и обозначает завершение действия. Кейенеп бөтөү. Ашап бөтөү. Эшләп бөтөү. ■ Бибеш бешереп бөткән ҙур бер табаҡ бауырһағын киндер ашъяулыҡ менән ябып ултыртты ла, бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй, өҫтөнә ҡыҫҡа көпө кейеп алды. 3. Биишева. Йосоп сәй эсеп бөткәс кенә, үҙенең ни өсөн килеүен хәтерләп, лыҡылдауҙан туҡтаны, ҡабаланып урынынан торҙо. Н. Мусин. Шулай ҙа сәй эсеп
375