Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 376


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨТӨШ
бөткәнсе, Мараттың ике куҙе баяғы эйәрҙә булды. 3. Ураҡсин.
♦ Бөтөрлөк түгел бөтә торған түгел.
□ Неиссякаемый, нескончаемый. Эш бөтөрлөк тугел. Бөткән баш — бөткән берәй хәүефле эшкә, ҡылыҡҡа тәүәккәллек белдергәндә әйтелә. □ Или пан, или пропал; была ни была; будь что будет. Бөттө баш хәүефкә төшөп, ҡайғырыуҙы белдерә.
□ Всё, пришёл конец (при переживании, волнении). ■ Бөттө баш! Атайымды, әсәйемде, туғандарымды уйлап алдым. М. Кәрим. Бөттө баш, калды муйын һерәйеп шаяр. Хафаланғанда, хәүеф белдергәндә әйтелә. □ Говорится при беспокойстве. ■ Өсөнсө көн инде бына китте баш, ҡалды муйын һерәйеп, тип, ни эшләргә лә белмәй ҡайғырып ултырам, ти батша. Әкиәттән. Бөтәһе түгел бик күп, сикһеҙ күп. □ Очень много. Магазинда китап бөтәһе тугел. Көн(ө) бөтөү
1) тыныс, рәхәт тормош, иркенлек бөтөү. □ Пришёл конец хорошей, спокойной жизни;
2) ҡулланылыштан сығыу, кәрәклеге бөтөү.
□ Выйти из употребления; 3) ғүмере бөтөү.
□ Умереть. Көнө бөткәс, ни хәл итәһең. Күңел бөтөү кемдеңдер бер ҡылығына бик риза, ҡәнәғәт булып ҡыуаныу. □ Быть довольным чем, радоваться чему.
БӨТӨШ (Р.: узкий; И.: Asian; T.: dar gözlü) c.
Бәләкәй генә булып бөтәшеп торған; ҡыҫыҡ. □ Узкий (о глазах). Бөтөш куҙле ҡыҙ.
БӨТӘ (Р.: весь; И.: ali; T.: tüm) а.
Бар булған; барлыҡ, һәммә. □ Весь, вся, всё, все. Бөтә ҡала. Бөтә ауыл. Бөтә ғаләм. Бөтә йыһан. Бөтә көс. Бөтә йөрәктән. ■ Иштуғандың бөтә йәне-йөрәген аҙаплы тетрәу һаман тәрәнерәк солғап ала барҙы.
3. Биишева. Ысынлап та, Мараттың яҡшы уҡыуы өсөн һис ни ҙә ҡамасауламаҫҡа тейеш, булдыҡлы малай, өйөндә бөтә шарттар ҙа бар. Н. Мусин. Мал эйәһенә оҡшамаһа харам була тигән мәҡәлде раҫлап, әсәйемдең бөтә һыйырҙары ла сабыр, аҡыллы булды. Г. Ғиззәтуллина.
♦ Бөтә йәме (ҡыҙығы, тәме) шунда һоҡланыу белдергәндә әйтелә. □ В том-то и вся краса.
БӨТӘ ДӨНЪЯ ТАРТЫЛЫШЫ (Р: всемирное тяготение; И.: gravity; T.: yer çekimi) и. физ.
Ғаләмдәге бөтә әйберҙәрҙең бер-береһенә тартылыу үҙенсәлеге. □ Всемирное тяготение. Бөтә донъя тартылышы законы.
БӨТӘЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһе аймағы. □ Бутэй (название родового подразделения башкир племени табын). Бөтәй аймағы башҡорто.
БӨТӘЙЕҮ (бөтәй-) (Р: становиться зажиточным; И.: become well-to-do; T.: zenginleşmek) ҡ.
1. Тулы, теүәл, бөтөнгә әйләнеү. □ Превращаться в целое, становиться целостным. Әсәйем ҡайтҡас, йортобоҙ бөтәйеп ҡалғандай булды.
2. Мохтажһыҙға, етешкә әйләнеү; етеш булыу. □ Становиться зажиточным, совершенным; улучшаться (о жизни). Бөтәйеп алыу. Донъялар бөтәйеп ҡалды.
3. Яңырыу, төҙөкләнеү. □ Обновляться, прийти в порядок. Өҫ-баш бөтәйҙе. Кәртә-ҡура бөтәйҙе.
♦ Күңел бөтәйеү ҡәнәғәтләнеү, тынысланыу. □ Душевно успокоиться.
БӨТӘЙТЕҮ (бөтәйт-) (Р: поправлять дела; И.: repair affairs; T: işleri düzeltmek) ҡ.
1. Бөтөнгә (2) әйләндереү, бөтөн итеү.
□ Поправлять дела. Атайым һуғыштан ҡайтҡас, йорт-ҡураны бөтәйтергә тотондо. Баҙарға барып, өҫ-башты бөтәйтеп ҡайттыҡ.
2. Етеш, мохтажһыҙ, бөтөн итеү. □ Улучшать (жизнь), делать состоятельным. Хужалыҡты бөтәйтеу.
3. Яңы кейем-һалым менән тәьмин итеү.
□ Обеспечить новой одеждой. Аҡса эшләп балаларын бөтәйтте.
376